Паралимпия уйындары

мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары

Паралимпия уйындары (параолимпия уйындары)[1] — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары. Традиция буйынса ул Олимпия уйындарынан һуң ткәрелә. 1988 йылда уҙғарылған йәйге паралимпия уйындарынан алып олимпия үткәрелгән объекттарҙа уҙғарыла. 2001 йылда бөтә донъя олимпиада комитеты — БДОК һәм Халыҡ-ара паралимпия уйындары -ХПУ тарафынан килешеү менән нығытылған. Йәйге олимпиадалар йәйгеләре менән 1960 йылдан алып, ҡышҡы олимпиадалар ҡышҡылары менән бер-бер артлы 1976 йылдан алып уҙғарыла.

Паралимпия уйындары эмблемаһы
Ғәрип-спортсыларҙың коляскаларында ярышы
2004 йылда Афиналағы паралимпия уйындарын асыу тантанаһы
Церемония открытия Паралимпийских игр 2014 года в Сочи

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашҡан спорт төрҙәрен булдырыу инглиз нейрохирургы Людвиг Гуттман менән бәйле. Ул умыртҡа һөйәге менән ауырыусылар, физик һәләттәре булмағандар өсөн быуаттар буйына һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы аша атлап, уларҙы реабилитациялау маҡсатында спорт төрҙәре индерә. Ул был тәжрибәһе менән физик яҡтан кәмселектәре булғандар өсөн уңышлы йәшәйешкә шарттар тыуҙыра, һәм спорт сәләмәтлек өсөн икәнен иҫбатлай. Спорт сәләмәтлекте генә нығытып ҡына ҡалмай, физик кәмселектәрҙе тергеҙә, писхикаһын нығыта, ғәриптәр арбалары менән хәрәкәтләнеүгә физик көс өҫтәй, тулы сифатлы йәшәйешкә алып ҡайта.

Яҙылышы Рус орфография һүҙлегендә «параолимпийский», «параолимпия» тип яҙылған. [2] шулай уҡ башҡа һүҙлектәрҙә лә шулай теркәлгән.


Иң тәүҙә «Параолимпия уйындары» рәсми рәүештә ҡулланылмаған. 1960 йылда уҙғарылған «Туғыҙынсы Халыҡ-ара Сток-мандевиль уйындары» тип атала. 1984 йылда ғына Параолимпия уйындары тип атала башлай. Шулай ҙа 1964 йылға уйындар ваҡытында параолтмпия уйындары тип әйтеп кителә. 1980 йылғаса «Ғәриптәр өсөн олимпия уйындары» тип йөрөтөлә. 1984 йылдан Халыҡ -ара инвалидтар уйындары тип аталған. 1988 йылдан башлап ҡына тулыһынса «параолимпия уйындар» тигән исем тулыһынса рәсмиләштерелә.

Паралимпия спорты быуаттан ашыу тарихҡа бәйле. Спорттың кеше организымына ыңғай тәьҫире тураһында XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ билдәле булған. Шул ваҡыттарҙан бирле ғәриптәр спортын үҫтереүгә йүнәлеш алған ойшмалар тергеҙелә башлай. 1988 йылда Берлин ҡалаһынжа суҡраҡтар өсөн спорт клубы ойошторола.


Беренсе һәм икенсе донъя һуғышлары миллионлап кешене ғәрип яһай.

ХХ быуатта был спорт төрөн ғәриптәрҙе дауалау сараһы булараҡ ҡабул итәләр. Шул уҡ ваҡытта улар өсөн ял итеү, буш ваҡыттарын уҙғарыу сараһы булараҡ та ҡабул ителә. Спорт менән шөғөлләнеүһәм ярышыу теләге әүҙемләшә.

1948 йылда Бөйөк Британияның Лондон ҡалаһында уҙғарылған Олимпия уйындары барышында олимпияға бағышланып Сток-Мандевиль уйындары (ингл. Stoke Mandeville Games) уҙғарыла. Был сарала инвалид арбаларында йөрөүсе спортсылар ҙа ҡатнаша. Был сараны Сток-Мандевиль дауаханаһы эшсеһе Гутман ойоштора. 1952 йылда Стоук уйындары тағы ла уҙғарылыуында британиялыларҙан башҡа Нидерландиянан да ғәрип спортсылар саҡырыла. Был инде халыҡ -ара спорт ярышына әүерелеүе тураһында һөйләй.

Уйындарның рәсми атамаһы — Халыҡ-ара инвалид арбаларҙа йөрөүсе спортсылар уйындары (World Wheelchair Games). Әлеге уйындар Паралимпия уйындарын прообразы ролен башҡара.

1989 йылда Халыҡ-ара Паралимпия комитеты (ингл. International Paralympic Committee (IPC)) төҙөлә.

Беренсе Паралимпия уйындары 1960 йылда Римдә уҙа. Ул сарала 23 илдән килгән 400 спортсы ҡатнаша. Сағыштырыу өсөн: Сидней 2000: 123 илдән 4 меңгә яҡын спортсы.

1976 йылда Швецияла беренсе ҡышҡы Паралимпия уйындары уҙғарыла.


Ярыштарның бүленеше

үҙгәртергә

Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсыларҙың төрлөсә ғәриплектәренә бәйле ярыштар алты төп категорияға бүленгән:

  • ампутация кисергән спортсылар өсөн,
  • церебраль паралич ауырыулылар өсөн,
  • инвалид арбаларында йөрөүселәр өсөн,
  • күҙ ауырыуҙарына бәйле мөмкинселектәре сикләнгән спортсылар өсөн,
  • Les Autres — башҡа төр ауырыуҙар (кәрләләр, склероз, тыумыштан ғәрип һ.б.) спортсылар өсөн.

Спорт төрөнә ҡарап был категориялар өҫтәмә рәүештә тағы ла бер рисә төргә бүленә. Был бүленеү спортсыларҙың допинг ҡулланыуға сик ҡуйыу маҡсаты менән дә ҡулланылына.

Ярыш төрҙәре

үҙгәртергә
йәйге спорт төрҙәре
ҡышҡы спорт төрҙәре


Паралимпия уйындары уҙғарылған урындар

үҙгәртергә
Ел Йәйге Паралимпия уйындары Ҡышҡы Паралимпия уйындары
Һандар Урындар Һандар Урындар
1960 I Йәйге Паралимпия уйындары   Рим, Италия
1964 II Йәйге Паралимпия уйындары   Токио, Япония
1968 III Йәйге Паралимпия уйындары   Тель-Авив, Израиль
1972 IV Йәйге Паралимпия уйындары   Гейдельберг, Германия
1976 V Йәйге Паралимпия уйындары   Toronto, Канада I Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Орнсколдсвик, Швеция
1980 VI Йәйге Паралимпия уйындары   Арнем, Нидерландлар II Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Гейло, Норвегия
1984 VI Йәйге Паралимпия уйындары   Сток-Мандевиль, Бөек Британия
  Нью-Йорк, АҠШ
III Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Инсбрук, Австрия
1988 VIII Йәйге Паралимпия уйындары   Сеул, Корея Республикаһы IV Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Инсбрук, Австрия
1992 IX Йәйге Паралимпия уйындары   Барселона, Испания V Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Альбервиле, Франция
1994 VI Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Лиллехаммер, Норвегия
1996 X Йәйге Паралимпия уйындары   Атланта, АҠШ
1998 VII Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Нагано, Япония
2000 XI Йәйге Паралимпия уйындары   Сидней, Австралия
2002 VIII Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Солт-Лейк-Сити, АҠШ
2004 XII Йәйге Паралимпия уйындары   Афина, Греция
2006 IX Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Турин, Италия
2008 XIII Йәйге Паралимпия уйындары   Пекин, Ҡытай
2010 X Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Ванкувер, Канада
2012 XIV Йәйге Паралимпия уйындары   Лондон, Бөйөк Британия
2014 XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Сочи, Рәсәй
2016 XV Йәйге Паралимпия уйындары   Рио-де-Жанейро, Бразилия
2018 XII Ҡышҡы Паралимпия уйындары   Пхёнчхан
2020 XVI Йәйге Паралимпия уйындары Әлегә билдәһеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Согласно правилам русской орфографии, название пишется через «о», однако официально зарегистрировано для соответствия международному термину название «паралимпийские игры», см.: Почему слово «Паралимпиада» пишут без «о»? Аргументы и факты (16 декабрь 2013). Дата обращения: 16 декабрь 2013.
  2. Русский орфографический словарь / отв. ред. В.В. Лопатин. — 2-е, испр. и доп.. — М.: Институт русского языка им. В.В. Виноградова РАН, 2005. — 945 с. — ISBN 5-88744-052-X.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Страны на Паралимпийских играх Ҡалып:Летние Паралимпийские игры Ҡалып:Зимние Паралимпийские игры