3 июнь
көнө
3 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 154-се (кәбисә йылында 155-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 211 көн ҡала.
3 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Йомортҡа көнө.
- Намибия: Ҡораллы көстәр көнө.
- Черногория: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1917: Эшсе һәм һалдат депутаттарының I Бөтә Рәсәй съезы асыла.
- 1919: Башҡортостан АССР-ының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты ойошторола.
- 1933: Башҡорт теле буйынса терминологик комиссия эш башлай.
- 1965: АҠШ астронавы Эдвард Уайт тәүге тапҡыр асыҡ космосҡа сыға.
- 1989: Оло Теләк станцияһы янында ҙур тимер юл фажиғәһе була.
- 1992: Рәсәй Федерацияһының Именлек советы ойошторола.
- 2000: Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бызина Нина Ивановна (1930), йырсы (лирик колоратуралы сопрано). 1956—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы.
- Работяев Александр Васильевич (1955), дәүләт эшмәкәре, хәрби хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө—алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Запастағы полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Петровский ауылынан.
- Шафиҡов Денис Фуат улы (ҡушаматы «Сыңғыҙхан»; 1985), Рәсәй спортсыһы, еңел һәм беренсе ярымурта ауырлыҡ категорияларындағы боксёр. Милләте башҡорт, рингҡа башҡорт халыҡ кейемендә сыға. Донъя чемпионы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Усманов Николай Васильевич (1946), хеҙмәт ветераны һәм алдынғыһы. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке ташсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғаязов Әлфис Суфиян улы (1956), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм фән эшмәкәре, шағир һәм драматург. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президенты. Академик, (2016), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Миңлеғәлиева Руфина Рүфҡәт ҡыҙы (1961), табип-невропатолог. 1992 йылдан Дыуан районы Таҙтүбә участка дауаханаһы табибы, 1995 йылдан — баш табибы; 2002 йылдан Дыуан участка дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005). Сығышы менән ошо райондың Өлкөндө ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ишемова Фатима Ғәзизйән ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны. 1967—1998 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы малсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Иванов Виталий Петрович (1952), ғалим-тарихсы, дәүләт эшмәкәре. 1976—1978, 1981—1992 йылдарҙа һәм 1997 йылдан Сыуаш гуманитар фәндәр институты хеҙмәткәре, 2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, 2013 йылдан — этнология һәм социалогик тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире. 1993—1996 йылдан Сыуаш Республикаһының мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре буйынса министры, 1996 йылдан Президент советнигы. Тарих фәндәре докторы (2006). Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008) һәм Фән һәм техника (2001), Әҙәбиәт һәм сәнғәт (2006) өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Вишнёвка ауылынан.
- Красавцева Татьяна Николаевна (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1998— 2018 йылдарҙа Республика балалар клиник дауаханаһының табип-гематологы, гематология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Назаров Вячеслав Сергеевич (1952—2.01.1996), музыкант, тромбонсы, пианист һәм вокалсы. 1977—1983 йылдарҙа хәҙерге Олег Лундстрем исемендәге джаз музыкаһы дәүләт камера оркестрының әйҙәүсе солисы. Һигеҙ йыл дауамында Советтар Союзының иң яҡшы тромбонсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Парамонов Константин Ефимович (1908—26.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Милисоновка ауылынан.
- Хәкимова Шәмсиә Ғәҙи ҡыҙы (1908—18.11.2003), инженер, партия органдары хеҙмәткәре. 1936—1963 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең инженер-технологы, өлкән инженер-тикшеренеүсеһе, лаборатория начальнигы; 1938—1939 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы Балтас ауылынан.
- Шаһаев Фәтхи Ислам улы (1923—30.12.1996), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Ҡара металлургия министрлығының Һатҡы «Магнезит» заводы яндырыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Әхмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Сафин Рәшит Усман улы (1933—2013), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1961—1986 йылдарҙа Кушнаренко районының «Алға» колхозы бригадиры, Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Фәррәхов Марат Хәтми улы (1943), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция өлкән лейтенанты. 1970—1991 йылдарҙа Дүртөйлө район эске эштәр бүлегенең ГАИ инспекторы, ваҡытлыса тотоу изоляторы (ИВС) начальнигы. 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпиадала йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыусы. СССР Эске эштәр министрлығы отличнигы (1973). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Асҡар ауылынан.
- Сушенцев Виктор Михайлович (1958), педагог. 1985 йылдан Салауат ҡалаһының 15-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1986 йылдан — директор урынбаҫары, 1988—2000 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Лемехов Сергей Евгеньевич (1968), табип-эндоскопист. Мәләүез район үҙәк дауаханаһының диагностика бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы Балтас ауылынан.
- Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы (1978), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (2002) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүлкәләнеүсе (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Панфилов Александр Вячеславович (1959), хәрби эшмәкәр, ғалим-инженер, генерал‑майор (2007). 1986—1987 йылдарҙа Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә һәм 1999—2004 йылдарҙа Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Надеждин ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1843: Климент Тимирязев, Рәсәй империяһы ғалимы, тәбиғәт фәндәре белгесе, физиолог, физик, яҙыусы.
- 1907: Антонио Спадавеккиа, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1977), сығышы менән Италиянан.
- 1982: Елена Исинбаева, Рәсәйҙең ҡолға менән һикереүсеһе, ике тапҡыр Олимпия чемпионы (2004, 2008).