26 июнь
көнө
26 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 177-се (кәбисә йылында 178-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 188 көн ҡала.
26 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- БМО: Наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө.
- Ғазаплау ҡорбандарына теләктәшлек күрһәтеү көнө.
- Ер: Теш щеткаһының тыуған көнө.
- Смурфиктар көнө.
- Мадагаскар: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Румыния: Флаг көнө.
- Әзербайжан: Ҡораллы көстәр көнө.
- Беларусь: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1930: Мәскәүҙә ВКП (б)-ның XVI съезы асыла, ул 12 июлгә тиклем эшләй һәм «Биш йыллыҡты — дүрт йылда» тигән саҡырыу ҡабул итә.
- 1935: Советтар Союзында «СССР-1-бис» старостаты осорола, ул 16 километр бейеклеккә күтәрелә.
тулы исемлек
- 1941: Хәрби лётчик Николай Гастелло таран яһай.
- 1945: СССР-ҙа «Советтар Союзы Генералиссимусы» тигән дәрәжә булдырыла. Икенсе көнөнә ул Иосиф Сталинға бирелә.
- 1945: Сан-Франциско ҡалаһында донъяның 50 дәүләт вәкиле Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставына ҡул ҡуя.
- 1954: Обнинскиҙа донъялағы беренсе атом электр станцияһы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Калуцкая Мария Михайловна (1950), педагогик хеҙмәт ветераны, 1982—2019 йылдарҙа Белорет районындағы Үҙән балалар йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Мөхәмәтов Руслан Радаль улы (1975), балет артисы, педагог. 1993—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәсәнов Сафа Хөзәм улы (1916—24.09.1973), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944).
- Азат Абдуллин (1931—11.11.2023), Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
тулы исемлек
- Кәлимуллин Фуат Барый улы (1931—10.09.2006), инженер-төҙөүсе. 1960 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1971 йылдан Өфө авиация институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1981—2005 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Архитектура кандидаты (1980). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992). Сығышы менән Томск ҡалаһынан. Профессор Барый Кәлимуллиндың улы.
- Бердин Сергей Анатольевич (1951—10.12.2007), педагог, 1982—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 13-сө урта мәктәбе (1992 йылдан мәктәп-гимназия, 2000 йылдан 2-се гимназия) директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004). Сығышы менән Һамар ҡалаһынан.
- Дидух Татьяна Тимофеевна (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1970 йылдан Салауат ҡалаһының 14-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1992—2008 йылдарҙа – мәктәп директоры. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Табын ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Петровский Владимир Викторович (1897—9.11.1976), ғалим-табип-физиолог. 1945 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1968 йылғаса нормаль физиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1931), профессор (1936). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962). Ленин ордены кавалеры (1965).
- Мусин Хәтмулла Муса улы (1917—1999), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1970 йылдарҙа Ҡырғыҙ дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1965), профессор (1965). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылынан.
тулы исемлек
- Бармин Николай Илларионович (1932—23.12.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Ураҡ һәм Сүкеш һәм «Ленин юлы колхоздарының элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе ордены» кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Михайловкаауылынан.
- Харрасов Фәрит Биктимер улы (1962), педагог, альпинист. 1988 йылдан Белорет ҡалаһының хәҙерге 14-се гимназияһы, 1993 йылдан — Әбйәлил районы Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1995 йылдан Сибай ҡалаһының Балалар экология-биология үҙәгенең туристик базаһы мөдире, 2010 йылдан — «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексының уҡытыусы-тренеры. Туристик күпбәйге буйынса күп тапҡырҙар Башҡортостан чемпионы. СССР альпинисы (1990) һәм «Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн» (2009) билдәләре менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Михайловка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хисмәтуллин Ғәздулла Ниғәмәт улы (1918—11.07.1999), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1988 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресының һәм Бөрө быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, ҡорамалдар төҙәтеү слесаре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры 1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Әрмет-Рәхим ауылынан.
- Хафизов Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы (1933), нефтехимик, йәмәғәтсе. 1953—1999 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы, өлкән операторы һәм ҡоролма начальнигы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1978) һәм уйлап табыусыһы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
тулы исемлек
- Григорьева Анна Михайловна (1938), ашнаҡсы. 1962—1994 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ОРС-ының бригадир-ашнаҡсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Клиновка ауылынан.
- Плотников Владимир Иванович (1938), скульптор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районынан.
- Солтанова Мәрйәм Аллабирҙе ҡыҙы (1953), малсы. 1974—2008 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Йомағужа ауылынан.
- Байков Владимир Леонидович (1958), музыкант, педагог. 1984 йылдан хәҙерге Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһенең Первомайский ҡала тибындағы ҡасабаһынан.
- Әлибаев Фәнүр Хажиғәли улы (1958), биолог-ғалим, урман хужалығы инженеры, йәмәғәтсе. 1994 йылдан Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы директоры. Белорет районының 2-5-се саҡырылыш советтары депутаты. Биология фәндәре кандидаты (2008). Рәсәйҙең атҡаҙанған экологы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән ошо райондың Йөйәк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы (1929–31.08.2000), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1964), профессор (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылынан.
- Тюрина Лидия Аркадьевна (1944—20.05.2008), ғалим-химик-технолог. 1968—2003 йылдарҙа Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — директор урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Иҫке Баҙан ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1730: Шарль Мессье, Франция астрономы, 14 кометаны асыусы, Париж Фәндәр академияһы ағзаһы.
- 1770: Кристиан Готфрид Генрих Гейслер, Германия һүрәт төшөрөүсеһе, гравёр һәм иллюстратор.
тулы исемлек
- 1892: Перл Бак, АҠШ яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1900: Тихон Сёмушкин, СССР яҙыусыһы, Сталин премияһы лауреаты.
- 1910: Рой Планкетт, Америка химигы, политетрафторэтилен пластигын асыусы.
- 1915: Ғәли Халит, СССР-ҙың әҙәбиәт ғалиме, РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- 1925: Павел Беляев, СССР-ҙың 10-сы лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Юныс Вәлиев, СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1972—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
- 1925: Виктор Уральский, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1945: Николай Алешков, яҙыусы, журналист, 2009 йылдан «Аргамак. Татарстан» журналының баш мөхәррире.
- 1950: Яак Йоала, СССР һәм Эстонияның эстрада йырсыһы, Эстония ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).
- 1970: Пол Томас Андерсон, АҠШ-тың кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1970: Крис О’Доннелл, Америка киноактёры.