5 ноябрь
көнө
5 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 309-сы көнө (кәбисә йылында 310-сы). Йыл аҙағына тиклем 56 көн ҡала.
5 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Цунами проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө.
- Бөйөк Британия: Гай Фокс төнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Михаил (донъяуи исеме Добров Матвей Алексеевич; 1795— 19.05.1858), дин әһеле, 1831—1835 йылдарҙа Ырымбур һәм Өфө епискобы. Дини тәғлимәт магистры (1818). Архимандрит (1822), монах (1818). Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Воскресение кафедраль соборын төҙөү инициаторы була, ҡатын-ҡыҙҙар общинаһын Минзәлә өйәҙе Бәтке ауылынан Өфөгә күсерә. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Зәйнуллин Марат Вәли улы (1935—13.05.2016), башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология, 2000—2011 йылдарҙа — башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев (1996) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2008) премиялар лауреаты.
- Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (1935—3.03.2007), башҡорт тел белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1976), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (1999).
- Севостьянов Сергей Александрович (1960), спортсы. Күреү йәһәтенән инвалид спортсыларҙың еңел атлетика буйынса — 1983 йылдан СССР, 1992 йылда БДБ, (1992), 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Паралимпия уйындары чемпионы (2 тапҡыр 1992; 1996, 2000), күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры; шулай уҡ күп тапҡыр донъя, Европа, СССР, БДБ, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), Почёт (2002), Дуҫлыҡ (1996) һәм «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000), Салауат Юлаев (2004) ордендары, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Белгород өлкәһенең Валуйки ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Эдуард Әғзәми (1937), журналистика ветераны, яҙыусы, 1961 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997) һәм Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (1999).
- Байков Эдуард Артурович (1967), яҙыусы, ғалим. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы (1898—5.09.1943), СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби эшмәкәре. Уҡсылар корпусы командиры, генерал-майор (1943). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Неплюев Иван Иванович (1693—11.11.1773), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, дипломат, адмирал, действительный йәшерен советник. Ырымбур губернаһының беренсе губернаторы (1744—1758).
- Мусин Сәфәр Ғайсар улы (1948), хеҙмәт ветераны, 1965—2007 йылдарҙа «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районының почётлы гражданы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нестеров Дмитрий Леонтьевич (1899—1.01.1986), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1935—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дәүләкән машина-трактор станцияһының өлкән агрономы. СССР-ҙың дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1954—1958). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Лебединский Лев Николаевич (1904—21.11.1992), СССР-ҙың музыка белгесе, фольклорсы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1935 йылдан СССР Фәндәр академияһы Этнография институтының ғилми хеҙмәткәре, 1939—1940 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡта музыкаль консультант. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. Башҡорт музыка фольклористикаһы үҫешенең мөһим этабы булған «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығының автор‑төҙөүсеһе.
- Фоменков Михаил Петрович (1924—22.01.2004), хор дирижёры, педагог, йәмәғәтсе. 1968–2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1970 һәм 1990—1995 йылдарҙа хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире һәм институт проректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1971 йылдарҙа Башҡортостандың Хор йәмғиәте рәйесе. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1978), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пятков Виктор Евгеньевич (1929—3.09.2008), СССР нефтсеһе, 1956 йылдан Башҡорт АССР-ының «Октябрьскнефть» промысла идаралығы, 1965—1989 йылдарҙа — Төмән өлкәһе «Юганскнефть» нефть һәм сығарыу идаралығы операторы. КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981), КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1981—1986). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970).
- Фенченко Николай Григорьевич (1939), ғалим-зоотехник, 1966—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан — ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1976 йылдан — мөдире; 1999 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), РСФСР‑ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1985) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Лубенский районы Енковцы ауылынан.
- Тотманова Ася Валентиновна (1954), бейеүсе. 1971 йылдан — хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт концерт залының «Гранде» бейеү ансамбленең балетмесйтер‑ҡуйыусыһы, бер үк ваҡытта етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Бөтə Рəсəй йыр һəм бейеү ансамблдəре һəм халыҡ бейеүҙəре ансамблдəре смотры дипломанты (Мәскәү, 1978).
- Гулак Сергей Викторович (1984, спортсы. Пуля менән атыу буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемпионы. (2000—2003), Рәсәй беренселектәренең дүрт тапҡыр көмөш (2001—2002, 2005) һәм алты тапҡыр бронза (2000, 2002—2004) призёры, команда зачётында донъя чемпионы. (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1896: Николай Бернштейн, СССР физиологы.
- 1954: Джеффри Сакс, АҠШ иҡтисадсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1879: Джеймс Максвелл, Англия физигы.
- 1930: Христиан Эйкман, Голландия табибы.
- 1944: Алексис Каррель, Франция биологы.
- 1988: Ричард Аллаяров, СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- 2000: Рәшит Солтангәрәев, башҡорт яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).