6 декабрь
көнө
6 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 340-сы көнө (кәбисә йылында 341-се). Йыл тамамланыуға 25 көн ҡала.
6 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Испания: Конституция көнө.
- Ҡаҙағстан: Прокуратура көнө.
- Украина: Ҡораллы Көстәр көнө.
- Финляндия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй: Эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу подразделениелары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй: Селтәрле маркетингта эшләүселәр көнө (декабрҙең тәүге йәкшәмбеһе)
Төбәк байрамдары
- Пермь крайы көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1909: Һарытау ҡалаһында университет асыла.
- 1917: Финляндия парламенты бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1991: Рәсәй Эске эштәр министрлығында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса подразделениелар ойошторола.
- 2000: Ливерморий химик элементы асыла.
- 2000: Нефтекама автозаводында «НЕФАЗ-5299» маркалы беренсе пассажир автобусы эшләп сығарыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы (1855—5.02.1933), этнограф, төркиәтсе. Коллегия теркәүсеһе (1881). Тормошон Урта Азия һәм Ҡаҙағстан төрки халыҡтарының фольклорын, этнографияһын, телен, тарихын өйрәнеүгә арнаған ғалим һәм мәғрифәтсе, башҡорттарҙан тәүге профессорҙарҙың береһе.
- Хлебников Николай Михайлович (1895—18.01.1981), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия генерал-полковнигы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында, 1919 йылда Бәләбәйҙе аҡ гвардиясыларҙан азат итеүҙә ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1969). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһе Фурманов районының Михалёв ауылынан.
- Шилоносова Ираида Федоровна (1940), хеҙмәт ветераны. 1962—1995 йылдарҙа Благовещен районы «Степановка» совхозы малсыһы һәм Благовещен ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡошсоһо. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Әүхәҙиева Руза Ислам ҡыҙы (1965), педагог, Өфө ҡалаһының Салют» балалар-үҫмерҙәр ижади үҫеш үҙәге директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы (1926), педагог‑методист, мәктәп дәреслектәре авторы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ключников Николай Иванович (1912—28.06.2004), нефтсе-геолог, «Башнефть» берләшмәһенең 1957—1975 йылдарҙағы баш геологы, республикалағы күп кенә нефть ятҡылыҡтарын асыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1971). Октябрь революцияһы (1970), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Почёт Билдәһе (1963), өс Ватан һуғышы (1944, 1944, 1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Землянский районы Гнилуша ауылынан[1].
- Хихлуха Лев Васильевич (1937), архитектор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм архитектура фәндәре академияһының, Халыҡ-ара архитектура академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. 1964 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы.
- Алимов Владимир Ришадович (6.12.1957), Рәсәйҙең хәрби осоусыһы, полковник, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ивченко Евгения Гордеевна (1918—29.03.2005), ғалим-химик‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1969). 1954—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), атҡаҙанған нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Сталин премияһы лауреаты (1950), Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1948). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (1938—28.07.2011), төҙөүсе, 1958 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыу краны машинисы, 1964 йылдан бригадир, 1967—1979 йылдарҙа — прораб. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- Аюпова Ольга Ивановна (1953), тел белгесе. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006), профессор (2016). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пасов Николай Трофимович (1914—8.06.1978), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһынан.
- Кащеев Фёдор Александрович (1934), рәссам, Башҡортостанда һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1991), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1967).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
Йыл көндәреҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Ключников Николай Иванович — Свободная энциклопедия Урала (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2017)