2 март
көнө
2 март — григориан стиле буйынса йылдың 61-се (кәбисә йылында 62-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала.
2 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Шырпы көнө.
- Хорватия: Инженерҙар көнө.
- 1498 йыл: Васко да Гама эскадраһы Мозамбик ярҙарына етә.
- 1699 йыл: Франция тикшеренеүсеһе С. д’Ибервиль Миссисипи йылғаһының тамағын аса.
тулы исемлек
- 1711: Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй).
- 1791: Францияла яңы бәйләнеш системаһы — семафор ҡулланылыуға индерелә.
- 1797: Павел I ҡарары менән Пермь наместниклығы Пермь губернаһы итеп үҙгәртелә.
- 1831: Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша.
- 1855: Рәсәй империяһы тәхетенә Александр II ултыра.
- 1911: М. Е. Пятницкий ойошторған урыҫ халыҡ хорының тәүге сығышы була.
- 1917: Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола.
- 1917: Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла.
- 1917: РСДРП (б)-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола.
- 1919: Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә.
- 1921: Лабин Республикаһы иғлан ителә.
- 1925: Японияла ирҙәр өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы тураһында закон ҡабул ителә.
- 1930: «Правда» гәзитендә Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға.
- 1933: Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була.
- 1935: Мәскәүҙә реактив осоу аппараттарын стратосфераға сығыу өсөн ҡулланыу буйынса беренсе Бөтә Союз конференцияһы асыла.
- 1939: 260-сы Рим Папаһы итеп Эудженио Пассели һайлана, ул Пий XII исемен ҡабул итә.
- 1949: Самолёттың Ер шары тирәләй тәүге туҡталышһыҙ осошо тамамлана. Ул 94 сәғәт дауам итә, самолет Lucky Lady II (B-50 Superfortress) тип атала. Экипаж 13 ир-егеттән тора, яғыулыҡ ҡойоусы осҡос уларҙың самолетына осош дауамында дүрт тапҡыр яғыулыҡ өҫтәй.
- 1951: НБА-ның бөтә йондоҙҙарының беренсе матчы ойошторола.
- 1956: Марокко Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1958: В. Фукстың экспедицияһы (Англия) тәүге тапҡыр Антарктиданы үтә.
- 1959: СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла.
- 1962: Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Бирмала власҡа социалистик үҫеш юлы яҡлылылар килә.
- 1963: Пекинда ҠХР һәм Пакистан араһындағы сик тураһында ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1964: «Битлз» төркөмө тәүге «A Hard Day’s Night» фильмын төшөрә башлай.
- 1965: АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай.
- 1967: «Грэмми» премияһын тапшырыуҙың 9-сы тантанаһы үтә. Йыл яҙмаһы: Фрэнк Синатраның «Strangers in the Night» йыры. Номинанттар араһында Джон Леннон һәм Пол Маккартни ҙа була.
- 1968: Сид Баррет «Pink Floyd» төркөмөнән китә.
- 1969: Тауыштан шәберәк осоусы француз самолеты «Конкорд»тың тәүге һынау осошо.
- Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 ҡытай хәрбийе, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут аса.
- 1970: Александр Твардовский «Новый мир» журналынан ҡыуыла.
- Көньяҡ Родезияла рәсми рәүештә республика иғлан ителә.
- 1973: Валюта көрсөгө ҡотолғоһоҙлоғо арҡаһында Европала бөтә валюта баҙарҙары ябыла.
- 1974: Грэмми премияһын тапшырыуҙа Стиви Уандер биш бүләк ала.
- 1975 — Иран бер фирҡәле дәүләткә әйләнә.
- 1983 — Израиль табиптары, ҡаты ауырыуҙарға операция яһауҙан һәм дауалауҙан баш тартып, дөйөм забастовка башлай.
- 1986 — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II Канберрала «Австралия тураһында билль» документына ҡул ҡуя, ул Австралияны Британия менән бәйләгән һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
- 1988 — Грэммиҙың 30-сы тантанаһында Пол Саймон иң яҡшы йыр яҙмаһы, U2 иң яҡшы альбом, Jody Watley иң яҡшы вокал өсөн бүләк ала.
- 1992 — Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай.
- Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр статусында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алына.
- Днестр буйы Молдова Республикаһында ҡораллы низағ башлана.
- 1993 — Сорғотта БДБ-ның нефть һәм газ буйынса хөкүмәт-ара советы булдырыла.
- Украинаның Медицина фәндәре академияһы ойошторола.
- 2001 — Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата.
- 2007 — Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҡубыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса 1-се Асыҡ республика конкурсы асыла.
- 2008 — Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауы үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Петров Николай Павлович (1930—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2002 йылдарҙа Бәләбәй район «Сельхозтехника» бүлексәһе (артабан ремонт-техник предприятиеһы) директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бәләбәй ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2007).
- Атнабаева Людмила Гавриловна (1940—26.08.2016), мәғариф алдынғыһы. 1977—1997 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы 9-сы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Фәтҡуллин Мансур Төхбәт улы (1940—2.09.2009), хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әбдрәхим ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әйүпова Зәлифә Миран ҡыҙы (1936), хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы. 1949—1991 йылдарҙа Кушнаренко районының «Маяҡ» колхозы сусҡа ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Литюшкин Пётр Николаевич (1951), хужалыҡ эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр. 1990—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәләүез ҡала Советы рәйесе — Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
тулы исемлек
- Шәйәхмәтова Әлфирә Биктимер ҡыҙы (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 54-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Биксән ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ташбулатов Фәнис Зариф улы (1932—26.11.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1956—1985 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Тимешкә ауылынан.
- Юлдашбаев Һатыбалды Хәйрулла улы (1942), хеҙмәт ветераны. 1956 йылдан (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы «Сибай» совхозы тракторсыһы, 1972—1976 йылдарҙа — инженер-механигы. 1984—1976 йылдарҙа Сибай ҡалаһындағы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының бульдозер машинисы. КПСС-тың 24-се съезы делегаты. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәзизов Йәҙгәр Хәйҙәр улы (1947), ауыл хужалығы, совет органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1981 йылдан Миәкә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район Советы рәйесе урынбаҫары, 1992 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ишембаева Галина Григорьевна (1957), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1982 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017 йылдан — урыҫ, сит ил әҙәбиәте һәм нәшриәт эше кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Коркин ҡалаһынан.
- Сафуанов Фирғәт Фәсхетдин улы (1962), музыкант, педагог. Башҡортостан Республикаһы Эстрада-тынлы оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, Өфөләге Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бабалян Григорий Аветисович (1913—13.06.1988), ғалим-инженер-нефтсе. 1957 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының директор урынбаҫары, 1964—1980 йылдарҙа — директоры. Техник фәндәр докторы (1958), профессор (1961). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969) һәм почётлы нефтсеһе (1973). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Баҡы ҡалаһынан.
- Ханыков Яков Владимирович (1818—25.01.1862), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, картограф. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур губернаһының граждан губернаторы. Ғәмәли статский советнигы. Дворян. Губерна сәнәғәте, урындағы халыҡ тураһындағы хеҙмәттәр авторы. Сығышы менән Калуга губернаһының Георгиевское ауылынан.
тулы исемлек
- Потеряхин Владимир Александрович (1928—16.11.2013), ғалим-инженер-технолог, журналист һәм энциклопедист. 1951 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән Тәжрибә заводы директорының фән буйынса урынбаҫары; 1971 йылдан Өфө нефть институтының Салауат филиалы уҡытыусыһы. 1984—1988 йылдарҙа Бөтә Союз органик синтез ғилми-тикшеренеү институтының Салауат ҡалаһындағы лабораторияһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1971), доцент. 1999 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. «Күп милләтле Санкт-Петербург» Яҙыусылар союзының почётлы ағзаһы (2002). «Башҡорт энциклопедияһы»ның мәҡәләләр авторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1973).
- Юлдашбаев Билал Хәмит улы (1928—13.04.2001), ғалим-тарихсы. 1966—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1981 йылдарҙа совет осорондағы СССР тарихы кафедраһы мөдире. 1994—2001 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр инстиутының төп ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1974).
- Кәримов Наил Шәйбәк улы (1933—2.06.2006), эшсе. 1962—1988 йылдарҙа «Башкиргеология» берекмәһенең Баймаҡ геология-разведка экспедицияһы эшсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Иҫке Күҙәк ауылынан.
- Шамратов Ефим Шамратович (1933), инженер-төҙөүсе. 1986—1997 йылдарҙа Мишкә юл төҙөү механизацияланған күсмә колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995), Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Сурай ауылынан.
- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (1938), ғалим-рус теле белгесе, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2011 йылдарҙа хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Сафронов Григорий Аверьянович (1938—2011), механизатор. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының элекке тракторсыһы һәм водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Зюзин Александр Иванович (1948—4.07.2017), музыкант-баянсы, педагог. 1970—2014 йылдарҙа Дүртөйлө Балалар музыка мәктәбенең баян буйынса уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәйзуллин Хәйҙәр Хәйрулла улы (1948), слесарь. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке слесарь-инструменталсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1981).
- Мусин Эмиль Марат улы (1968), журналист, 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Заварицкий Александр Николаевич (1884—23.07.1952), геолог-ғалим. СССР Фәндәр академияһы академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). Башҡортостан Көньяҡ Уралында ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнеүсе. Ике Сталин (1943, 1946) һәм Ленин (1958) премиялары лауреаты, ике Ленин ордены (1944, 1945) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әмирхан Еники (1909—16.02.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1989) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
тулы исемлек
- Новосёлов Виктор Фёдорович (1929—14.03.1997, инженер‑механик-ғалим. 1963—1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының, 1990 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР‑ының (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979).
- Беляков Вячеслав Филиппович (1939—20.11.2021), музыкант-баянсы, педагог. 1968—1983 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, 1974—1978 йылдарҙа — уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Донъя кубогы» Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962).
- Нәжибә Сафина (1949), уҡытыусы, журналист, шағир. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылынан.
- Булатов Ришат Тәхәүетдин улы (1954), табип-офтальмолог-ғалим. «Аллоплант» Бөтә Рәсәй пластик күҙ хирургияһы үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан.
- Әлфиә Әсәҙуллина (1959), шағир. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең сектор мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2013).
- Йәнилина Фәйрүзә Ҡорбан ҡыҙы (1964), шәфҡәт туташы. Мәләүез район үҙәк дауаханаһы балалар поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1800: Евгений Баратынский, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1930: Сергей Ковалёв, Рәсәй Федерацияһының тәүге кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле.
- 1931: Михаил Сергеевич Горбачёв, СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты.
- 1945: Геннадий Орлов, СССР футболсыһы, спорт комментаторы.
- 1955: Виктор Сиднев, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Что? Где? Когда?» уйыны магистры.