7 март
көнө
7 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Йылы юрған көнө.
- Үҫемлектәр энергияһы көнө.
- Телефондың тыуған көнө.
- Албания: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Театр кассиры көнө (марттың беренсе дүшәмбеһе).
- Төркмәнстан: Транспорт һәм элемтә комплексы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 321: Рим императоры Бөйөк Константин I йәкшәмбене ял көнө тип иғлан итә.
- 1573: Львовта Иван Фёдоров нигеҙләгән беренсе типография эшләй башлай.
- 1573: Константинополь килешеүе буйынса Венеция Төркиәнең Кипр өҫтөнән хакимлығын таный.
- 1657: Франция короле Людовик XIV Америка индейҙарына иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыя.
- 1714: Раштатт солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.
- 1824: 12 йәшлек Ференц Лист тәүге тапҡыр Парижда концерт ҡуя.
- 1876: Александр Белл телефонға патент ала.
- 1891:Рәсәй империяһы һәм Люксембург араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла.
- 1912: Антарктиданан Австралияның Хобарт ҡалаһына барып етеп, Норвегия поляр тикшеренеүсеһе Руаль Амундсен Көньяҡ полюсты яулау тураһында хәбәр итә.
- 1920: Сүриә милли конгресы Сүриәнең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1924: РКП (б) Үҙәк Комитетының СССР-ҙа аҡса реформаһы тураһында мөрәжәғәте (тотороҡло валютаға күсеү).
- 1926: Нью-Йорк менән Лондон араһында радиотелефон бәйләнеше булдырыла.
- 1931: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Өфөлә тимер юл техникумын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Атлантик-Ситиҙа Чарльз Дэрроу «Монополия» уйынын уйлап таба.
- 1946: Көнсығыш Германияла Азат немец йәштәре иттифағы ойошторола, беренсе рәйесе Эрих Хонеккер була.
- 1957: Турбовинтлы «Ан-10» пассажир самолётының беренсе осошо.
- 1960: СССР-ҙа космонавтарҙың беренсе төркөмө ойошторола.
- 1966: Франция президенты Шарль де Голль илдең НАТО хәрби ойошмаһынан сығырға теләүен белдерә.
- 1967: СССР-ҙа биш көнлөк эш аҙнаһы индерелә.
- 1981: Ленинград рок-клубын асыуҙа «Зоопарк» төркөмөнөң тәүге концерты.
- 1997: Эдинбург (Шотландия) ғалимдары һарыҡтың клонын булдыра. Ул Долли исеме менән билдәле була.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Никифоров Алексей Фёдорович (1915—21.03.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сапёр взводының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Мөхәммәт Хәйҙәров (1915—17.07.1999), башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994).
- Хәйруллин Сәйфулла Сәмиғулла улы (1950—13.09.2021), йырсы, музыкант. 1984—2007 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы әҙәби-музыкаль лекторийының артист-вокалсыһы. Башҡортостандың һәм Украинаның (1999) атҡаҙанған артисы. Калининградта уҙғарылған «Гергенбург» фестивале лауреаты. Германияның Зальцбург ҡалаһы ордены кавалеры. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Беньковская Галина Васильевна (1955), ғалим-генетик. 1992 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2009).
- Кротов Николай Иванович (1955), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, публицистик һәм мемуар әҙәбиәт авторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡадиров Сабир Рәхим улы (1906—13.12.1984), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек начальнигы урынбаҫары, гвардия подполковнигы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Байбаков Николай Константинович (1911—31.03.2008), СССР-ҙың нефть сәнәғәте һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан биләмәләрендәге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә тос өлөш индергән етәксе. Ғалим-инженер, техник фәндәр докторы (1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Ленин премияһы (1963), И. М. Губкин исемендәге премия (1979) лауреаты. Алты Ленин, Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2006) ордендары кавалеры.
- Виссарионова Антонина Яковлевна (1911—15.01.1977), ғалим-тау инженеры. Геология минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1965). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). 1934 йылдан «Башнефть» берекмәһенең үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе; 1947—1960 һәм 1965—1973 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының лаборатория, артабан бүлек етәксеһе, 1960 йылдан — директор урынбаҫары, 1973 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1952, 1959) ордендары кавалеры. Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
- Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (1931—9.11.2016), партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.
- Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (1966), ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡонаев Йәүҙәт Сабир улы (1927), ғалим-тау инженеры‑геолог. 1970 йылдан хәҙерге К. И. Сатпаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1994 йылдарҙа тарихи һәм төбәк геологияһы кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм Шоҡан Вәлиханов исемендәге премияһы лауреаты (1971).
- Иҙрисов Усман Саҙретдин улы (1937—3.01.2002), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1949—1998 йылдарҙа Баймаҡ районының Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы механизаторы. Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Вафин Мэлс Ғәҙел улы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны, рәссам, график. 1981—1995 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге 155-се лицей уҡытыусыһы, 1996—2007 йылдарҙа Орджоникидзе районының Балалар ижады үҙәге директоры. 2002 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Ғәлимов Илсур Ғәбделйән улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1965—1983 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Балыҡ Биҫтәһе районы Ҡотло Бөкәш ауылынан.
- Пушкарёв Алексей Михайлович (1967), ғалим-табип, хирург. 2005 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Карпов Вячеслав Григорьевич (1938), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Яңы Сиремшән ҡасабаһынан.
- Разгоняев Николай Федорович (1938—2.12.2010), нефтсе, 1989—1999 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән Ырымбур өлкәһе Абдулла районы Баклановка ауылынан.
- Рабухин Павел Семенович (1943), төҙөүсе, 1979—2014 йылдарҙа хәҙерге «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө ҡалаһында урынлашҡан 30-сы күпер отряды етәксеһе. Рәсәйҙең почётлы юл төҙөүсеһе, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡортостандың 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы, «Почёт» һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау ҡалаһынан.
- Фролова Вера Александровна (1983), рәссам, 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар Союзы ағзаһы. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йософ Гәрәй (1904—22.03.1988), башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1765: Жозеф Нисефор Ньеп, фотографияны уйлап сығарыусыларҙың береһе.
- 1855: Робер де Монтескью, Франция яҙыусыһы, коллекционер.
- 1875: Морис Равель, Франция композиторы.
- 1910: Дмитрий Алексидзе, Грузия режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1940: Виктор Савиных, космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1960: Ренат Шәрипйәнов, СССР һәм Рәсәй музыканты.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2015: Ғаянов Зөфәр Ғаян улы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы.
- 2018: Морат Аджи, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, публицист.