13 май
көнө
13 май — григориан стиле буйынса йылдың 133-сө (кәбисә йылында 134-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 232 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Эйхенвальд Антон Александрович (1875—1952), композитор, дирижёр, фольклорсы. 1930-сы йылдар башынан Өфөлә эшләй, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын асыуҙа ҡатнаша, «Мәргән» легенда-героик операһы һәм «Ашҡаҙар» драматик операһы авторы. 1933 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1945) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (1935—12.02.2013), ғалим-әҙәби тәнҡитсе. 1962—2007 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 1987—1999 йылдарҙа әҙерлек бүлеге мөдире. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
- Үрәзмәтов Флүр Зинур улы (1955), хужалыҡ эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 2004—2020 йылдарҙа Шишмә район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1994).
- Ғәлләмов Тимур Фәнил улы (1980), спортсы. 2003—2010 йылдарҙа Рәсәйҙең самбо буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Октябрьский ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Шәхси зачётта донъя (2006—2007) һәм Рәсәй (2006—2008) чемпионы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Арыҫланова Люциә Шәрифйән ҡыҙы (1937), мәғариф ветераны. 1993—2003 йылдарҙа Кушнаренко педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хлыбов Виктор Петрович (1947), сценограф, 1994 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театрының баш рәссамы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (1947), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм мәғариф отличнигы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районының Әрмет-Рәхим ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хализова Мария Ивановна (1929—8.04.2008), малсылыҡ алдынғыһы. 1953—1985 йылдарҙа Иглин районы «Путь Ленина» колхозы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1957. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы (1963—1967) депутаты.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1625: Карло Маратта, Италияның барокко дәүере рәссамы, архитектор.
- 1750: Лоренцо Маскерони, Италия математигы, шағир.
- 1795: Павел Шафарик, Чехия филологы, тарихсы, славян халыҡтары берҙәмлеге идеяһы авторы.
- 1840: Альфонс Доде, Франция яҙыусыһы.
- 1850: Модест Чайковский, Рәсәй империяһы драматургы, либретталар авторы, музыка тәнҡитсеһе, Пётр Ильич Чайковскийҙың кесе туғаны.
- 1895: Лариса Рейснер, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР яҙыусыһы.
- 1905: Стефания Станюта, СССР һәм Беларусь Республикаһы актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1950: Стиви Уандер, АҠШ йырсыһы, композитор.
- 1960: Ефим Александров, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, артист һәм режиссёр.
- 1960: Миләүшә Таминдарова, йырсы, Татарстандың дәүләт камера хоры етәксеһе, Ҡазан дәүләт консерваторияһы доценты, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- 1985: Иван Реон, Британия актёры, йырсы һәм йырҙар авторы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1992: Ибраһим Ғиззәтуллин, башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, «Башҡорт Корчагины» исеме аҫтында киң билдәлелек алған ҡаһарман шәхес, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968).