25 апрель
көнө
25 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 115-се (кәбисә йылында 116-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 250 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2019 йыл |
Байрамдар
- Халыҡ-ара ДНК көнө.
- Халыҡ-ара малярияға ҡаршы көрәш көнө.
- Германия — Ағас ултыртыу көнө.
- Португалия — Революция көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡаев Фәрит Ғалихан улы (25.04.1955 йыл), табип, хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992). Мәсетле районының почётлы гражданы (2017), «Хеҙмәт ветераны» (2000), юғары категориялы табип (1992). «Салауат Юлаев» ордены кавалеры (2019).
- Фазылов Хәтип Сәрүәр улы (25.04.1960), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы.
- Әлфиә Юлсурина (25.04.1960), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Илдус Тимерханов (25.04.1956), башҡорт балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25.04.1953—8.04.2018), төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе» һәм «Нефтекама ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013) маҡтау билдәләре эйәһе.
- Әсәҙуллин Раил Мирвай улы (25.04.1953), ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2005 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының IV һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең (2003) һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының (1995) атҡаҙанған хеҙмәткәре, СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1986) мәғариф отличнигы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2014), Халыҡтар Дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Каменев Николай Петрович (25.04.1929—27.09.2009), партия органдары хеҙмәткәре һәм матбуғат эшмәкәре. 1976—1988 йылдарҙа «Советская Башкирия» республика ижтимағи-сәйәси гәзите редакторы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының Рузаевка ҡалаһынан.
- Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы (25.04.1934), педагог-методист һәм тел белгесе, мәғариф һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976–1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты ректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), СССР‑ҙың мәғариф (1976) һәм юғары мәктәбе отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1967) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Хөсәйенов Зиннур Мирсәлихйән улы (25.04.1939—1.07.2005), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-тау инженеры. 1988—2003 йылдарҙа Төмән өлкәһенең «Нижнесортымскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1997) һәм почётлы нефтсеһе (1995), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981) һәм СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Аҙнағол ауылынан.
- Ғәлим Хисамов (25.04.1949), журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006) лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1883 — Семён Михайлович Будённый, совет хәрби етәксеһе, тәүге Советтар Союзы Маршалдарының береһе, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1952 — Владислав Третьяк, спортсы, тренер, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән.