2 ноябрь
көнө
2 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 306-сы көнө (кәбисә йылында 307-се). Йыл аҙағына тиклем 59 көн ҡала.
2 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ Виргин утрауҙары: Азатлыҡ көнө.
- Либерия: Рәхмәт көнө.
- Төркмәнстан: Һаулыҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1895—8.12.1937), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Диваев Рафаил Үзбәк улы (1950), эске эштәр органдары ветераны, милиция генерал-лейтенанты. 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005).
- Афзалов Рәил Шәриф улы (1955), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2007—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геодезисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Билал ауылынан.
- Ғәлимов Шамил Нариман улы (1960), ғалим-биохимик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан медик-профилактик эш факультеты (микробиология бүлеге менән) деканы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гәрәева Кламира Тимерғәле ҡыҙы (1937), «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке өлкән мастеры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Порсев Михаил Владимирович (1923—6.10.2005), хеҙмәт алдынғыһы, 1940—1985 йылдарҙа «Златоуст машиналар эшләү заводы» берекмәһенең слесарь‑лекалолар яһаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).
- Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (1963), эшҡыуар һәм меценат. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.
- Рамазанов Ришат Фагам улы (1968), Краснокама районының Ҡуян балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы (1924—28.02.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1943—1974 йылдарҙа хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы химия заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1939), комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).
- Костюк Михаил Фёдорович (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1989 йылдан хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа енәйәт хоҡуғы кафедраһы начальнигы. Юридик фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Ғайсин районы Носовцы ауылынан.
- Кәримов Тимербулат Олег улы (1974), Рәсәй эшҡыуары. Иваново өлкәһенең Плёс ҡала Советы рәйесе. «Мостай Кәрим фонды»н ойоштороусыларҙың береһе, күренекле башҡорт яҙыусыhы Мостай Кәримдең ейәне. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2018).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- б. э. т. 69 йыл: Клеопатра, Боронғо Египет батшаһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1937: Йомағолов Харис Йомағол улы, Башревком рәйесе (1919—1920).
- 1950: Джордж Бернард Шоу, Ирландия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1998: Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы, ғалим, педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 2008: Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы, башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы.