6 сентябрь
көнө
6 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 249-сы (кәбисә йылында 250-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 116 көн ҡала.
6 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Болгария: Берләшеү көнө.
- Пакистан: Оборона көнө.
- Свазиленд: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Чили: Милли берҙәмлек көнө.
- Рәсәй: Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһе).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1716: Бостон ҡалаһында АҠШ-тағы беренсе маяҡ төҙөлә.
- 1852: Манчестерҙа Британияның тәүге түләүһеҙ китапханаһы асыла.
- 1936: «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем булдырыла. Уға беренселәр булып К. С. Станиславский, В. И. Немирович-Данченко, В. И. Качалов, И. М. Москвин лайыҡ була, ә 1991 йылда СССР тарҡалыр алдынан был исем һуңғы тапҡыр бирелә, уны йырсы Алла Пугачева менән актёр Олег Янковский ала.
- 1939: Ленинградта Аркадий Райкин етәкләгән Дәүләт эстрада миниатюралары театры асыла.
- 1952: Женевала авторлыҡ хоҡуғы тураһындағы Бөтә донъя конвенцияһына ҡул ҡуйыла.
- 1991: СССР Балтик буйы республикалары Эстония, Латвия һәм Литваның бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1991: Ленинградҡа 1914 йылға тиклемге тарихи атамаһы Санкт-Петербург кире ҡайтарыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ирназаров Рәшит Исмәғил улы (1935), ғалим-социолог. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2006 йылдарҙа социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтйәнова Сатира Зөлҡәфил ҡыҙы (1937), Кушнаренко районы Шәрип урта мәктәбенең 1960—2001 йылдарҙағы педагогы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (1937), ғалим-профпатолог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының 1985—2002 йылдарҙағы баш табибы. 1974—1999 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһындағы «Һаулыҡ» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Нуриман районы Яңы Күл ауылынан.
- Исачкин Николай Фёдорович (1937), партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (1908—17.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Арыҫланова Минзилә Фәсхи ҡыҙы (1948), Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылындағы Башҡорт республика компьютер лицей-интернатының ветеран-педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Ейәнсура районы Байыш ауылынан.
- Юрий Шатунов (1973), СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Ласковый май» төркөмөнөң элекке солисы. Сығышы менән Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шрагер Дмитрий Степанович (Давид Соломонович; 1919—7.03.2009), режиссёр. 1971—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының баш режиссёры, 1988—1989 йылдарҙа — актёры, 1994—1995 йылдарҙа — художество етәксеһе. 1972 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Баргузин ауылынан.
- Толстоноженко Александр Леонидович (1949), педагогик хеҙмәт ветераны, 1988–2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 44-се мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы.
- Калегин Евгений Вениаминович (1954), спортсы, тренер. 1997 йылдан Шахмат буйынса республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Шахмат буйынса халыҡ‑ара мастер (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Команда зачётында классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы (1994) һәм Европа чемпиондары кубогының бронза призёры (1995). Р. Ғ. Нәжметдинов иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнирҙа еңеүсе (Ҡазан, 2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы (1954), журналист, яҙыусы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге һәм Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге премиялары лауреаты.
- Зинаида Сурбан (Семёнова Зинаида Николаевна; 1959), сыуаш телендә ижад итеүсе шағир. 2004 йылдан «Ашҡаҙар шишмәләре» халыҡ йыр һәм бейеү ансамбле етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фёдоровка районы Кирюшкин ауылында тыуған, шунда йәшәй һәм эшләй.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1475: Себастьяно Серлио, Италияның архитектура теоретигы.
- 1785: Александр Нелюбин, Рәсәй империяһы табибы, фармаколог.
- 1860: Джейн Аддамс, АҠШ социологы, философ, Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (1931).
- 1863: Дмитрий Граве, СССР математигы, СССР Фәндәр Академияһының почётлы академигы.
- 1886: Александр Зражевский, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1949).
- 1900: Жюльен Грин, Франция яҙыусыһы, романдар авторы, драматург, сығышы менән АҠШ-тан.
- 1920: Сергей Стечкин, СССР һәм Рәсәй ғалимы, математик, функцияларҙы өйрәнеү буйынса фәнни мәктәп ойоштороусы.
- 1925: Геннадий Литаврин, СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы, академик.
- 1928: Евгений Светланов, дирижёр, композитор һәм пианист, СССР-ҙың халыҡ артисы (1968), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
- 1950: Владимир Ерёмин, СССР һәм Рәсәй актёры, сценарист, продюсер, телетапшырыуҙар алып барыусы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1952: Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1998: Акира Куросава, Япония кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер, СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991).
- 1998: Фәсил Әхмәтов, композитор, Татарстан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) халыҡ артисы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге (1975) һәм РСФСР-ҙың М. Глинка исемендәге (1988) Дәүләт премиялары лауреаты.
- 1999: Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ шағиры.