Илеш районы (рус. Илишевский район) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан муниципаль район. Административ үҙәге — Үрге Йәркәй ауылы. Районда 34181 кеше йәшәй. 1935 ойошторолған. Күпселек халыҡ башҡорттар, татарҙар, мариҙар. Иң ҙур ауылдар: Үрге Йәркәй (2010 й. — 10,3 мең), Ҡәҙер (2009 й. — 0,85 мең), Рсай (2009 й. — 0,9 мең кеше). Район 25 ауыл биләмәһен берләштерә.

Илеш районы
Флаг
Flag of Ilishevsky rayon.svgCoat of Arms of Ilishevo rayon (Bashkortostan).png
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Үрге Йәркәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 34 654 кеше (2010)[1]
Майҙаны 1980,53 км²
Рәсми сайт ilesh.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
Commons-logo.svg Илеш районы Викимилектә

ГеографияһыҮҙгәртергә

Район биләмәләре Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район территорияһы буйлап Ағиҙел, Сөн, Баҙы йылғалары аға. Ере һоро урман, туғай һәм ашы йыуылған ҡара тупраҡтан тора. Климаты аҙ ғына ҡоролоҡло. Урмандар (күберәк ҡайын, имән һәм уҫаҡ) район майҙанының 15,4 % биләй. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан нефть (Арлан ятҡылығының Йосоп майҙаны, Маншыр, Мәнәүез, Андреевка), балсыҡ (Андреевка, Шиҙәле), ҡом-ҡырсынташ (Петертау) ятҡылыҡтары бар. Плиоцен осоро балыҡтарының эҙҙәре һаҡланған Сейәле-Әтәс балсыҡлы һәүерташтар сығып ятҡан урын, Татыш күле, Восток ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының һул ярында ултыртылған ҡарағайҙар «тәбиғәт ҡомартҡыһы» итеп иғлан ителгән.

ИҡтисадҮҙгәртергә

Районда ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы тәғәйенлешендәге ерҙәр 141,7 мең га (район территорияһының 71,5 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 107,0; сабынлыҡтар — 4,8; көтөүлектәр — 29,7 мең га. Районда Өфө предприятиеларының 2 ярҙамсы хужалығы һәм инкубатор станцияһы эшләй. Ауыл хужалығының төп тармаҡтары — игенселек (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай), ит-һөт биреүсе эре мөгөҙлө мал үрсетеү, сусҡасылыҡ. Нефть сығарыу сәнәғәте («Южарланнефть», «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары), Үрге Йәркәй ауылы май-сыр эшләү, ит һәм аҙыҡ комбинаттары, РТП һәм хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, Андреевка кирбес заводы.

ТранспортҮҙгәртергә

Район территорияһы аша Өфө—Минзәлә—Ҡазан һәм Нефтекама—Туймазы автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел йылғаһында Груздевка пристане урынлашҡан.

Социаль мәҙәни өлкәҮҙгәртергә

Районда 72 дөйөм белем биреү, шул иҫәптән 27 урта мәктәп, Үрге Йәркәйҙә һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 69 клуб, М.Гәрәевтең йорт-музейы (Ташшишмә ауылы), Илеш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Үрге Йәркәй ауылы), үҙәк район һәм 3 ауылда участка дауаханаһы эшләй.

Урыҫ телендә нәшер ителгән «Маяк» район гәзитенең башҡорт һәм татар телдәрендә дубляждары (тәржемәһе) сыға.

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 60 173 [2][3]
1959 46 050 [4][3]
Йыл Халыҡ һаны
1970 48 614 [5][3]
1979 42 605 [6][3]
Йыл Халыҡ һаны
1989 36 308 [7][3]
2002 36 281 [8][3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 34 654 [1]
2019 31 708 [9]

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҮҙгәртергә

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәреҮҙгәртергә

Фән эшмәкәрҙәреҮҙгәртергә

Дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәреҮҙгәртергә

Мәғариф хеҙмәткәрҙәреҮҙгәртергә

Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт әһелдәреҮҙгәртергә

АртистарҮҙгәртергә

КомпозиторҙарҮҙгәртергә

ЙырсыларҮҙгәртергә

Шағирҙар һәм яҙыусыларҮҙгәртергә

ЖурналистарҮҙгәртергә

РәссамдарҮҙгәртергә

СпортсыларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения (2010)
  2. Перепись населения СССР (1939)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения (2002)
  9. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2019)
  11. Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Набиев Мирзанур Фасхетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
  12. Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
  13. Илишевский историко-краеведческий музей. Салихов Рабис Салихович (рус.)
  14. ООО ГК «Жилстройинвест». Награды и достижения
  15. Халиков Халиль Мирзаянович. Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2019)
  16. Проект БГПУ им. М. Акмуллы «ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»: Шарипова Илюса Тимиргалиевна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Асфандияров А., Асфандиярова К. Национальный состав населенных пунктов Илишевского района по переписям XVII—XX вв // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 37—44. — ISSN 1683-3554.
  • Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999.
  • Яппаров Х. М. Наше шежере. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.

СығанаҡтарҮҙгәртергә