15 ғинуар
көнө
15 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 15-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 350 көн ҡала (кәбисә йылында 351).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2019 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1759 — Британия музейы халыҡ өсөн асыла.
- 1826 — Францияла «Le Figaro» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1892 — Джеймс Нейсмит мәктәп гәзитендә тәүге тапҡыр баскетбол ҡағиҙәләрен баҫтыра.
- 1943 — АҠШ-та Пентагон бинаһын төҙөү тамамлана.
- 2011 — артабан интернет-энциклопедия булып танылыу алған Википедия сайты эшләй башлай.
- 2011 — Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (15.01.1910—10.04.1994), композитор. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955, 1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1990).
- Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (15.01.1930), иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
- Исҡужина Минзифа Усман ҡыҙы (15.01.1970), йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15.01.1926), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).
- Косачёв Василий Семёнович (15.01.1936—24.10.2017), нефтсе. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикҡолов Шакир Сәлим улы (15.01.1932—18.05.1983), башҡорт шағиры. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Хәсән Назар (15.01.1942), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Журналист-публицист һәм тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000).
- Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15.01.1952), башҡорт опера йырсыһы, педагог, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәйретдинов Суфиян Ғәлимйән улы (15.01.1928—2017), Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың 1955—1990 йылдарҙағы техник-төҙөүсеһе. Ленин ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бажов Павел Петрович (15.01.1879—3.12.1950), рус яҙыусыһы. Ижадының төп жанры булған хикәйәләренең күбеһе башҡорт халыҡ ижады мотивтары һәм образдары нигеҙендә яҙылған. Сталин премияһы лауреаты (1943). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Сысәрт ҡалаһынан.
- Алексий (донъяуи исеме Сергеев Виктор Михайлович; 15.01.1899—6.04.1968), дин әһеле, 1942 йылда Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында православие руханиҙарын дини хеҙмәткә кире ҡайтарыу менән әүҙем шөғөлләнә.
- Чанышев Әмир Иҙрис улы (15.01.1909—4.04.1996), яҙыусы, әҙәбиәт белгесе, 1957—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, дәреслектәр авторы. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1949). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Әйүпов Хәмит Вәли улы (15.01.1914—26.03.1987), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Хәмиҙуллин Наил Ғәли улы (15.01.1929—1991), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы Сверлов исемендәге колхоздың техник-осеменаторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы (15.01.1929), башҡорт тел белгесе, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15.01.1934—6.03.2008), башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.
- Әхийәретдинова Роза Әсләм ҡыҙы (15.01.1934—9.05.2003), бейеүсе, балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1983), Башҡорт АССР‑ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баҡыев Әхмәт Вәхит улы (15.01.1939—13.08.2016), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1974—1989 йылдарҙа Өфө нефть институтының ситтән тороп һәм киске уҡыу буйынса проректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).
- Назаров Алексей Михайлович (15.01.1964), ғалим-физик‑химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1622 — Мольер, француз драматургы, актёр.
- 1891 — Диана Будисавлевич, югослав табибы.
- 1933 — Әлфиә Авзалова, йырсы.
- 1958 — Борис Тадич, серб сәйәсмәне.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1919 — Роза Люксембург, марксизм тәғлимәте теоретиктарының береһе, философ, иҡтисадсы һәм публицист.
- 1943 — Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы, Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир.
- 1943 — Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы, Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир.
- 1944 — Сыртланов Муллайәр Исламгәрәй улы, Советтар Союзы Геройы (1944). Бөйөк Ватан Һуғышында һәләк булған яугир.
- 2004 — Муса Ғәли, башҡорт яҙыусыһы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.