10 август
көнө
10 август — григориан стиле буйынса йылдың 222-се (кәбисә йылында 223-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 143 көн ҡала.
10 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1500: Португалияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе Диогу Диаш Мадагаскар утрауын аса.
- 1905: Францияның Булонь-сюр-Мер ҡалаһында эсперантистарҙың беренсе Бөтә донъя конгрессы үтә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ляшко Вениамин Иванович (1925—18.07.1980), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант. 1972—1980 йылдарҙа Киев Юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры.
- Ҡотлобаев Айҙар Сәми улы (1935), ауыл хужалығы ветераны, Ейәнсура районы «Инәк» совхозының элекке агрономы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Балғазин Илдус Әли улы (1940), ғалим-агроном-иҡтисадсы, 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1988), доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Суботина Мария Петровна (1940—9.05.2004), малсылыҡ алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Мәсетле район Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы Шәмәхә ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Астраханцев Александр Александрович (1922—8.05.1986), рәссам-график. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969).
- Мырҙаханова Сәйҙә Нуриман ҡыҙы (1947), архивсы, 1983—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Рәмил Йәнбәк (1952—11.01.2017), башҡорт шағиры һәм журналисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты.
- Гәрәев Вячеслав Юрьевич (1957), мәғариф хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (1918—3.08.1976), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, снайпер, өлкән сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары (1942) кавалеры.
- Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы (1923—27.04.1998), балет артисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) атҡаҙанған артисы. Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивале лауреаты (Бухарест, 1953). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (1928—26.04.2015), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы, профессор. РСФСР-ҙың (1991) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (1928—7.02.2006), башҡорт тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
- Хәйруллин Ирек Хәниф улы (1938), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983—2000 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991). Сығышы менән Үзбәк ССР-ынан.
- Әхмәтов Морат Хөсәйен улы (1948—26.02.2006), башҡорт композиторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Халиуллин Юрий Михайлович (1943), хәрби инженер-механик-ғалим, контр-адмирал (1990). Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1992—1998 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге Ленинград Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы начальнигы, 1998—2000 йылдарҙа — Хәрби-диңгеҙ инженер институты етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Ҡырым Республикаһының 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» (1988) һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1998) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Анисимова Поляна ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Поспелов Пётр Иванович (1924—11.12.2006), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкы разведчигы, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ғайсин Миңлеғәли Зәйнулла улы (1949—2017), хеҙмәт алдынғыһы. 1970—2011 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1987), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976), Ленин (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сосновка ауылынан.
- Әхмәтова Розалия Фәйзелғаян ҡыҙы (1949), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы Һаҡлыҡ банкыһы Ҡариҙел бүлексәһенең элекке идарасыһы, 1990—1995 йылдарҙа Ҡариҙел район Советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999).
- Масленникова Татьяна Александровна (10.08.1964), сәнғәт белгесе, 1992 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2000 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2011). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
- Ғилметдинов Динар Заһит улы (1969), Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе, полиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Мишкә районының почётлы гражданы (2015).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1810: Камилло Кавур, граф, Италия хөкүмәтенең беренсе етәксеһе.
- 1830: Окубо Тосимити, Япония сәйәсмәне.
- 1845: Абай Ҡонанбаев, Ҡаҙағстандың мәғрифәтсе-шағиры, ҡаҙаҡ классик әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы.
- 1860: Сергей Сазонов, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1910—1916 йылдарҙа сит ил эштәре министры.
- 1865: Александр Глазунов, Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, дирижёр һәм педагог, Республиканың халыҡ артисы (1922).
- 1874: Герберт Гувер, АҠШ-тың 31-се президенты.
- 1890: Серафима Бирман, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, театр режиссёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1946).
- 1900: Андрей Лобанов, СССР-ҙың театр режиссёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947).
- 1905: Кларенс Джон Лафлин, АҠШ-тың сюрреалист фоторәссамы.
- 1935: Гия Канчели, СССР һәм Грузия композиторы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1940: Вениамин Смехов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, режиссёр, сценарист, әҙип.
- 1940: Бобби Хатфилд, АҠШ йырсыһы, «The Righteous Brothers» вокал дуэты ағзаһы.
- 1945: Александр Адабашьян, СССР һәм Рәсәй кинодраматургы, актёр, рәссам, кинорежиссёр һәм сценарист.
- 1950: Алексей Брунов, СССР һәм Рәсәй бард-йырсыһы.
- 1960: Антонио Бандерас, Испания һәм АҠШ актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы.
- 1960: Мамука Кикалейшвили, СССР һәм Грузияның театр һәм кино актёры, кинорежиссёр.