16 февраль
көнө
16 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 47-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 318 көн ҡала (кәбисә йылында 319).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- КХДР: Сағыу йондоҙ көнө (Ким Чен Ир тыуған көн).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1571 йыл: Иван Грозный Рәсәй империяһының тәүге хәрби уставын (воевода Михаил Воротынский әҙерләгән «Приговор о станичной и сторожевой службе») раҫлай.
- 1722: Пётр I «Тәхет вариҫлығы хаҡында ҡарар»ға ҡул ҡуя, уға ярашлы император вариҫын ололоҡ буйынса түгел, ә үҙ теләге буйынса билдәләй.
- 1854: Верный ҡәлғәһенә нигеҙ һалына (1921 йылдан — Алматы, 1929—1997 йылдарҙа Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы).
- 1918: Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларын ҡулға ала.
- 1918: Литваның Рәсәйҙән һәм Германиянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
- 1918: Бойондороҡһоҙ Кубан Халыҡ Республикаһы иғлан ителә.
- 1919: Башҡорт Хөкүмәтенең 18 февралдән Совет власы яғына күсеүе тураһында положение ҡабул ителә.
- 1923: Говард Картер Тутанхамондың кәшәнәһен аса.
- 1925 — Минскиҙа Белорус мәҙәниәте институты китапханаһы асыла.
- 1936 — Испанияла парламент һайлауҙарында «Халыҡ фронты» һул фирҡәләр коалицияһы еңеп сыға.
- 1948 — Америка астрономы Джерард Койпер Урандың юлдашы Миранданы аса.
- 1953 — Күмертауға ҡала статусы бирелә.
- 1957 — СССР-ҙа «Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы булдырыла.
- 1968 — Хейливилл ҡалаһында (Алабама штаты) АҠШ-та тәүге ҡотҡарыу хеҙмәте 911 эшләй башлай.
- 1976 — СССР-ҙа Яр Саллылағы автомобиль заводында «КамАЗ» маркалы беренсе автомобиль эшләнә.
- 1978 — Тәүге компьютер электрон иғландар таҡтаһы — «BBS» эш башлай.
- 1992 — Тәһранда Иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы ултырышында Әзербайжан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан ойошмаға ҡабул ителә.
- 1993 — Башҡортостан ауыл хужалығы институты «дәүләт университеты» статусын ала
- 2005 — Киото протоколы үҙ көсөнә инә, уның буйынса үҫешкән илдәр һәм баҙар иҡтисадына күсеү юлындағы илдәр атмосфераға парник газдарын сығарыуҙы кәметергә йәки тотороҡландырырға тейеш.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Булат Ишемғол (1900—10.07.1938), комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сафиуллин Рәлиф Хафизйән улы (1955), педагог. 1983 йылдан Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981) һәм уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лебедев Порфирий Маркович (1882—3.12.1974), рәссам, башҡорт һынлы сәнғәт классиктарын әҙерләгән педагог, Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы (1932—22.12.2002), шағир, драматург, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
- Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (1937), йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) һәм халыҡ артисы (2011).
- Микулин Иван Иванович (1942—2.03.2016), СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, 1994—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының тәрбиә эштәре идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикмәтов Мөхәмәт Мөхәмәтзариф улы (1838—1927), башҡорт дин әһеле.
- Лебедев Порфирий Маркович (1883—3.12.1974), рәссам, педагог. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы (1928—8.12.2000), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1976).
- Мухин Виктор Сергеевич (1938), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2002), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1978). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).
- Хәкимова Венера Миҙхәт ҡыҙы (1958), инженер-иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре. Социология фәндәре кандидаты. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Рәсмәкәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мирсәлих Биксурин (1819 —7.03.1903), тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй империяһының 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы (1929—19.06.1982), Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта йәшәп ижад иткән совет яҙыусыһы, прозаик, шағир, тәржемәсе, журналист һәм рәссам.
- Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (1929—27.09.1996), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1968—1975 йылдарҙа Белорет районының Егәҙе ауыл Советы рәйесе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967).
- Сөнәғәтов Борис Лоҡман улы (1934—2003), нефтсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы һәм рационализаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Шибаева Вера Михайловна (1949—20.11.2000), биҙәү‑ҡулланма сәнғәте рәссамы, ижады Башҡортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә текстиль пластикаһын һәм ҡорамалы тегеүҙе интенсив үҫтереүгә булышлыҡ итә. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Привокзальный ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1865: Василий Болотнов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.
- 1880: Николай Подвойский, СССР-ҙың партия һәм хәрби эшмәкәре.
- 1893: Михаил Тухачевский, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1905: Алексей Румянцев, СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, академик.
- 1920: Николай Андреев,СССР һәм Рәсәй лингвисы.
- 1925: Валерий Гинзбург, СССР кинооператоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы.
- 1925: Евгений Родыгин, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1925: Джон Шлезингер, Бөйөк Британия кинорежиссёры.