16 июнь
көнө
16 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 167-се (кәбисә йылында 168-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 198 көн ҡала.
16 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Килмәтов Ниязи Сәләхетдин улы (1925—1992), педагог, 1973—1985 йылдарҙа Борай районы Борай ауылындағы 1-се урта мәктәп директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Чикаев Хәйернас Ильяс улы (1925—27.07.2012), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1989 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
- Ергин Юрий Викторович (1940), ғалим-физик, журналист. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1988 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһы мөдире. 2009 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Климова Нина Ивановна (1950), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991—1997 йылдарҙа сектор мөдире, 2000 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2004—2006 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 2007 йылдан — сектор мөдире; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының төбәк иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы (1892—4.10.1948), фольклорсы, ҡырғыҙ эпосы «Манас»ты яҙып алыусы һәм өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кулаков Пётр Афанасьевич (1923—24.01.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-артиллерист, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғилемдар Рамазанов (1923—25.08.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944; 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (1928—23.06.1998), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Салауат Юлаев (1754), башҡорт халҡының милли батыры, шағир.
- Истомина Энесса Георгиевна (1934), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), тарих фәндәре докторы (1984), профессор (2003). Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.
- Биндиченко Евгений Васильевич (1944), ғалим-социолог, философ. 1994 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, 2002—2008 йылдарҙа политология һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1983), социология фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). Автоспорт буйынса РСФСР (1984), вело‑ (1961—1970) һәм автоспорт (1978—1986) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Байрамғолов Барый Абдулҡадир улы (1939—2002), хужалыҡ эшмәкәре. 1981–2002 йылдарҙа «Башагропромстрой» тресының Баймаҡ күсмә механизацияланған юл һалыу колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1735: Иван Ганнибал, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, Ҡара диңгеҙ флотының баш командующийы, Херсон ҡалаһына нигеҙ һалыусы.
- 1845: Генрих Дрессель, Германия археологы, нумизмат.
- 1880: Алиса Бейли, АҠШ яҙыусыһы, эзотерик.
- 1900: Ғүмәр Ғәли, Татарстан яҙыусыһы, тәнҡитсе, сәйәси золом ҡорбаны.
- 1950: Митхун Чакраборти, Һиндостан актёры.
- 1955: Артемий Троицкий, СССР һәм Рәсәйҙең рок-журналисы, музыка тәнҡитсеһе.
- 1955: Анатолий Чубайс, Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1965: Юрий Ханон, СССР һәм Рәсәй композиторы, Европа киноакадемияһы премияһы лауреаты (1988).
- 1990: Джон Ньюмен, Британия йырсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2013: Ғәфүров Марсель Абдрахман улы, Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты.