5 август
көнө
5 август — григориан стиле буйынса йылдың 217-се (кәбисә йылында 218-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 148 көн ҡала.
5 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Буркина-Фасо: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Хорватия: Еңеү көнө.
- 1752: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районының Шаран ауылына нигеҙ һалына.
- 1975: Төмән — Сорғот тимер юл магистрале файҙаланыуға тапшырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мертваго Дмитрий Борисович (1760—23.06.1824), Рәсәй империяһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. 1787—1796 йылдарҙа Өфө наместниклыҡ башҡармаһы советнигы. 1789 йылда Мертваго башланғысы менән Өфөлә мосолмандар диниә назараты асыла. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы, 18-се быуат аҙағы — 19-сы быуат башында төбәк халҡының көнкүреше һәм йолалары тураһында мәғлүмәт тупланған «Записки Дмитрия Борисовича Мертваго. 1760—1824»; 1867) исемле китап авторы. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Алатырь ҡалаһы янында булған элекке Мертовщина ауылынан.
- Ғәйфуллин Хәсән Әхмәт улы (1900 — билдәһеҙ), дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1933—1935 йылдарҙа ВКП(б)-ның Мәсетле район комитетының беренсе секретаре, артабан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан.
тулы исемлек
- Ғимаҙиев Үзбәк Ибраһим улы (1920—13.08.1987), журналист, ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1955 йылдан «Кызыл таң» гәзитенең бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылдан — татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Ғәйнуллин Айрат Ғәриф улы (1930—1992), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1956—1988 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы Приют медик-санитар часының баш табибы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы.
- Фаҡаев Исхаҡ Фаҡайетдин улы (1930), хеҙмәт ветераны, ғалим-агроном. 1970—1982 йылдарҙа Балтас район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Балтас районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балтас ауылынан.
- Шатов Александр Алексеевич (1945), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Сода» производство берекмәһенең баш инженеры, 1985—1987 йылдарҙа — генераль директоры, 1988 йылдан — баш инженерҙың фән буйынса урынбаҫары һәм инженерлыҡ аналитика идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 1989 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты Стәрлетамаҡ филиалының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ отличнигы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы (2013), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1982). Рәсәй Хөкүмәтенең (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт (2007) премияһы лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең Иванов районы Перепечино ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Косоротов Василий Емельянович (1871—1.12.1957), СССР-ҙың совет органдары һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1906 йылдан РСДРП ағзаһы. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты. 1910 йылдан Өфө, Һамар, Әстерхан ҡалаларында партия эшендә, 1918 йылдан Һамар губерна Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе, эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советының губерна башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары; 1922—1932 йылдарҙа Мәскәүҙә, 1924 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы буйынса Тышҡы сауҙа халыҡ комиссариаты вәкиле. Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Дусәлимов Альберт Түрйән улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1995—2010 йылдарҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Элемтә мастеры, Башҡортостандың почта элемтәһе мастеры. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Киндеркүл ауылынан.
тулы исемлек
- Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы (1946), театр актёры, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1966 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1968 йылдан (өҙөклөк менән) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры; 1992—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры, бер үк ваҡытта актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).
- Хәйбуллин Хисаметдин Салауат улы (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1990—2004 йылдарҙа хәҙерге Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Хәйруллин Солтан Ғөбәйҙулла улы (1951), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2002—2010 йылдарҙа Өфөләге «УЗЭМИК» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы химигы. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Балтас районы Түюәнге Сасна ауылынан.
- Вәлиуллин Наил Ғәбит улы (1956), эске эштәр һәм һалым органдары ветераны, иҡтисадсы, юрист. Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы. 1994—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һалым инспекцияһы идаралығының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы «Дим» совхозы Ольховка ауылынан.
- Ишембаев Ринат Сәхиулла улы (1976), спортсы. «Башнефть» шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара мастер (2001). Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2001) һәм Рәсәй чемпионы (2001, 2006). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (1997, 1999).
- Исмәғилев Фидан Филарид улы (1981—6.08.2021), юрист, хужалыҡ эшмәкәре. 2020 йылдың февраленән Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәте — Башпотребсоюз идараһы рәйесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Бүздәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Торомтаев Иҙрис Ғәлим улы (1902—27.02.1959), ауыл хужалығы һәм урындағы совет органдары хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1930 йылдан хәҙерге Хәйбулла районы колхоздары һәм ауыл Советтары, шул иҫәптән 1944 йылдан Бикбау, 1951 йылдан — Атингән ауыл Советы рәйесе; 1957—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының Йәнтеш малсылыҡ фермаһы мөдире. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Утарбай ауылынан.
- Арыҫланов Әхнәф Гәрәй улы (1922—1.08.2003), партия органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан ВКП(б)-ның (артабан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты) хеҙмәткәре, 1955 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты секретары, 1959—1991 йылдарҙа Өфө нефть институты Салауат филиалының өлкән уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1981 йылға тиклем — филиал директоры. 1956—1980 йылдарҙа Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982), СССР-ҙың юғары мәктәп һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Түреш ауылынан.
тулы исемлек
- Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы (1922—21.12.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Солтанов Мәүлитйән Хажғәли улы (1927—23.05.2005), Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
- Норец Екатерина Ивановна (1937—13.11.2005), педагог. 1962 йылдан Хәйбулла районы Яңы Украинка башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы һәм мөдире; 1973—1994 йылдарҙа Подольск урта мәктәбенең оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән Новоукраинка ауылынан.
- Поздняков Александр Васильевич (1937), ғалим-географ. 1992 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһенең Томск ҡалаһындағы Тәбиғи комплекстар экологияһы институтының директор урынбаҫары, 1994 йылдан — Климат һәм экология системалары мониторингы институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта Томск дәүләт университеты уҡытыусыһы. География фәндәре докторы (1986), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ржановка ауылынан.
- Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (1937—20.10.1983), ғалим-әҙәбиәт белгесе, шағир. 1970—1983 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1970).
- Латипов Ринат Закир улы (1942), ғалим-табип-хирург. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Рәсәй Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уҫман ауылынан.
- Завьялова Галина Сергеевна (1947), журналист. 1965 йылдан (тәнәфес менән) Нефтекама ҡалаһының «Красное Знамя» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа — баҫманың мөхәррире. 1977 йылдан СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Бер нисә саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
- Скурко Евгения Романовна (1947), ғалим-музыка белгесе. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1984 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2005), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының (2001) һәм Рәсәй Федерацияһының (2014) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Хафизова Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы (1967), тележурналист. 1991 йылдан Көньяҡ Урал дәүләт телерадиокампанияһы Магнитогорск филиалының башҡорт телендәге программалар бүлеге хеҙмәткәре, өлкән мөхәррире. 2001 йылдан Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Аһылай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Йыһаншин Миңлейәр Хәжиәхмәт улы (1923—11.12.2018), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районынан.
- Саттаров Фәүзи Миңлемулла улы (1923—28.07.1996), балет артисы, балетмейстер, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан балетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1943 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1950—1964 йылдарҙа — театрҙың балет студияһы уҡытыусыһы, 1967—1976 йылдарҙа — театрҙың баш балетмейстеры, 1981—1988 йылдарҙа — балетмейстер-ҡуйыусы. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР‑ының (1952) атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Ғабдрахманов Нурфаяз Хәбибрахман улы (1948), инженер-нефтсе. 1972 йылдан «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры, рационализатор. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Мулла-Ҡамыш ауылынан.
- Мусин Клим Гаффан улы (1948), эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 1973—1986 йылдарҙа Краснокама район эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе, енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге начальнигы. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мошто ауылынан.
- Шәйсламов Мөслим Фуат улы (1948), юлсы. Тәтешле юл һалыу-төҙәтеү идаралығының элекке мастеры. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Тотманов Рәдис Нурислам улы (1953), бейеүсе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. 1975—1995 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы; 1996—2000 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы балейтмейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кувшинов Леонид Михайлович (1914—18.08.1973), хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник (1957). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1957). СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1959).
- Фәтҡуллин Ғөбәй Сәлим улы (1914—19.08.2012), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1950—1975 йылдарҙа Учалы районының «Совет» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән ошо райондың Ҡунаҡбай ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтвәлиев Линар Миниғаян улы (1959), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергәтулы исемлек
- 1905: Василий Леонтьев, АҠШ-тың иҡтисадсы ғалимы, Нобель премияһы лауреаты (1973).
- 1905: Артём Микоян, СССР авиаконструкторы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1910: Пимен, дин әһеле, 1971—1990 йылдарҙа Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы.
- 1930: Нил Армстронг, Америка астронавы, Айға аяҡ баҫҡан тәүге кеше.
- 1930: Эмин Хачатурян, СССР композиторы һәм дирижёры, кинокомпозитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1970: Константин Ерёменко, Рәсәй спортсыһы, мини-футбол буйынса Европа чемпионы (1999).
- 1962: Мэрилин Монро, АҠШ-тың кино актёры, йырсы.