20 декабрь
көнө
20 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 354-се көнө (кәбисә йылында 355-се). Йыл тамамланыуға 11 көн ҡала.
20 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Украина: Эске эштәр министрлығы пенсионерҙарын һәм ветерандарын ҡотлау-хөрмәтләү көнө.
- Рәсәй: Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Беларусь: Дәүләт һәм милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡаҙағстан: Энергетиктар көнө.
- Фельдегерҙәр көнө.
- Ҡырғыҙстан: Дәүләт һәм милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Милиция көнө.
- Әрмәнстан: Дәүләт һәм милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1699: Пётр I Яңы йыл байрамын 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.
- 1828: Канада менән Рәсәй араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1879: Эдисон Томас Алва электр лампаһын беренсе тапҡыр яҡтыртып күрһәтә.
- 1892: Александр Браун һәм Джордж Стиллман автомобиль шинына патент ала.
- 1917: Контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола.
- 1934: Мордва АССР-ы ойошторола.
- 1938: СССР-ҙа Хеҙмәт кенәгәһе индерелә.
- 1934: Эфиопия үҙен социалистик дәүләт тип иғлан итә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зудов Петр Иванович (1885—1937), дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советының элекке рәйесе, сәйәси золом ҡорбаны.
- Солтанғәлиев Фәрит Хәйҙәрғәли улы (1920—7.08.1990), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1941 һәм 1952—1985 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1952 йылдан «Ишембайнефть» тресы 1-се быраулау контораһының өлкән инженеры, 1955 йылдан — участка начальнигы, 1957 йылдан — баш инженер; 1964 йылдан — «Туймазабурнефть» тресының 4-се быраулау контораһы директоры, 1970 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978) һәм почётлы нефтсеһе (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Дәүләтбирҙин Исхаҡ Ғүмәр улы (1925—4.11.2011), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1986 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Ленин (1973), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Байғусҡар ауылынан.
- Зудова Люция Рәхимйән ҡыҙы (1945—2002), педагог. 1980—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 1-се мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Халиҡов Мансур Хатип улы (1886—1934), дәүләт хеҙмәткәре, дин әһеле, йәмәғәтсе, башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1918—1921 йылдарҙа Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Юстиция һәм Мәғариф халыҡ комиссариаттары хеҙмәткәре. Башҡортостан мосолмандары Баш дини назаратының беренсе рәйесе (1921—1923). Өфө губернаһы крәҫтиәндәр съезы (1917), Беренсе һәм икенсе Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы (1918) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Шәйәхмәтова Анастасия Филипповна (1921—1.03.2003), малсылыҡ алдынғыһы. 1961—1976 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Шишмә» колхозы сусҡа ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
- Асанбаева Любовь Васильевна (1946), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, 1970 йылдан Өфөләге 8-се дауахананың шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Оло Кәлтәй ауылынан.
- Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы (1946), мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы. 1992 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, 2002 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. 1977 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры хеҙмәткәре, 1984 йылдан — ҡаланың мәҙәниәт паркы директоры, 2001—2006 йылдарҙа «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989). Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).
- Һунарғолова Флүрә Харис ҡыҙы (1946—2011), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы, табип-анестезиолог. 1985—2006 йылдарҙа Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең баш табибы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Наманған ҡалаһынан.
- Игнатенко Светлана Владиславовна (1956), сәнғәт белгесе. 1979 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ғилми, 1982 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан музей директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәхитов Әнүр Хисмәт улы (1932—24.12.1984), әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты (1965). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Титов Борис Иванович (1903—1992), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1937—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө районы Базан машина-трактор станцияһының баш агрономы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы (1918—4.01.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (1923—20.08.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы (1928), совет һәм Рәсәй ғалим-агрономы,юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1984), профессор (1985), Рәсәй Федерацияһының (1996), Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Трофимов Фёдор Егорович (1938—15.09.2009), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
- Фазлетдинов Мөъмин Ғәләүетдин улы (1938—9.01.2005), ауыл хужалығы эшмәкәре. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы «Ленин юлы» һәм М. Шайморатов исемендәге колхоздарының элекке рәйесе. СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989). РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған агрономы, ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1980) кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Байым ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы; Ғабдулла Дәүләт (1894—12.12.1963), башҡорт милли һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре. 1918 йылда Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы рәйесе. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы.
- Зәйнәғәбдинов Мостафа Шәрифйән улы (1899—1978), педагог, 1919—1959 йылдарҙа Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1951). Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Третьякова Евгения Николаевна (1899—1.08.1986), ғалим-педиатр, йәмәғәтсе. 1946—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1950—1969 йылдарҙа балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. 1950—1971 йылдарҙа Башҡортостан балалар табиптары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (1934—24.05.2019), ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — бүлек мөдире; 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
- Фисинин Владимир Иванович (1939), ғалим-зоотехник селекционер. 2002—2013 йылдарҙа Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының 1-се вице-президенты. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1988), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2011). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1995), ике тапҡыр СССР Министрҙар Советы премияһы (1979, 1990) лауреаты. Ленин (1986), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1981), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Почёт (2006), шулай уҡ сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһендәге элекке 358-се совхоздан.
- Юзеев Сәғит Саяр улы (1939), ауыл хужалығы ветераны. 1954—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы тракторсыһы, бригадиры, инженер-экспедиторы һәм бүлексә идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Шәйбәков Ринат Гәрәй улы (1954), уҡытыусы, тарихсы, йәмәғәтсе. 2011 йылдан Белорет районы Йөйәк ауылы старостаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1993), Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004).
- Богословский Владимир Александрович (1964—10.11.2004), спортсы, Әлшәй районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1995).
- Шәйхуллин Ғәзнәүи Талихйән улы (1969), механизатор. 2006 йылдан Балтас районы «Луч» хужалығы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондың Яңы Яҡшый ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1934: Николай Яковлевич Марр, Рәсәй империяһы һәм СССР шәрҡиәтсеһе, филолог, тарихсы, этнограф һәм архелолог.
- 1941: Игорь Северянин, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1970: Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы, Башҡортостанда тыуған генерал-майор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.