Аҡъюл
Аҡъюл (рус. Акъюлово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 84 кеше[2]. Почта индексы — 453800, ОКАТО коды — 80255810003.
Fesk | |
Аҡъюл рус. Акъю́лово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453800 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 84 | 43 | 41 | 51,2 | 48,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл тарихы
үҙгәртергәXVIII быуатта Яйыҡ буйы далаларында йәшәгән башҡорттар таулы-урманлы төбәктәргә күсергә мәжбүр була. Был башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында башҡорт ауылдары тулыһынса яндырылыуына бәйле. Үҫәргәндәрҙең ҡунаҡ ырыуының иң боронғо ауылдарының береһе — Аҡъюл ауылы ла тәүҙә Яйыҡ далаларында урынлашҡан булған. Ҡунаҡ ырыуы вәкилдәре башта Ур йылғаһы (рус. Орь) буйында йәшәгән. 1735 йылда Ур йылғаның тамағында Орск ҡәлғәһенә нигеҙ һалына һәм каратель ғәскәрҙәренең ҡанһыҙлығы һөҙөмтәһендә, аҡъюлдар өс тапҡыр ауылды күсерәләр: Гөбөрлө буйҙарына, ә һуңынан Урман Йылайыры йылғаһы Һаҡмарға ҡойған урынға килеп төйәкләнә[3].
1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Аҡъюл 4 йортло утар булараҡ күрһәтелгән. 1816 йылда ауылда 133 кеше йәшәгән. Аҡъюл ауылы Сабаҡлы, Ғүмәр, Телеғол, Аҡбулат, ҡайып, Ирсай, Ибраһим, Бикбирҙе, Ишморат, Һарыбай, Көйөргәҙе, Наҙарғол, Йомағужа, Арыҫланғол, Ҡырғыҙ, Арыҫланғол ауылдары менән бергә Буранғолов командаһына ингән. Ауыл халҡы 18 быуат аҙағында Йылайыр йылғаһы үҙәнендә нигеҙләнгәнгә тиклем Һаҡмар йылғыһының һул ярында Һунарсы тауы итәгендә йәшәгән, унда әле лә ауыл зыяраты бар.
1816 йылда ауылда йәшәгәндәр:1766 йылғы сотник Мортаза Ҡужин, уның улдары Йәрмөхәмәт һәм Күлмөхәмәт; Яхиә Ҡужин (1756 йылғы); Аҡъюл Абзанов, 1731 йылғы, ауыл уның исеме менән аталған; Аҡъюлдың улдары: Әбделвәғәп, Әбделхалиҡ, Эткөсөк, Йосоҡ; Хөсәйен Ханбул улы Аҡбулатов (Ишемғолов) (1792-1860); уның ҡустыһы Үҙәнбай Ханбула улы Аҡбулатов; Иҫәнгилде Һөйөндөк улы Ишемғолов (1764-1851); Ишназар Байназар улы Мусин; Бикбай Байғужин; Таһир Байғусҡаров; Ирғәли Биканов; Көҫәп Ибраһимов; Баймырҙа Аҡҡужин; Ғүмәр Бохаров; Абдулла һәм Торопҡол Яратҡоловтар.[4]
1834 йылда ауылда 46 йорт һәм 371 кеше иҫәпләнгән, 1850 йылда - 80 йорт һәм 800 кеше. Рөхсәт алып, йәшәргә һәм мал көтөүгә буш ер юҡлыҡтан, ауыл халҡы Орск ҡәлғәһе тирәһендә яңы торамалар төҙөгән.
Әммә күп йылдар үтһә лә, башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәрен онотмайҙар һәм уларҙы һаҡлау маҡсатында кире Гөбөрлө тауҙарына күсәләр. Ишбирҙе Ишкинин (Ишемғолов), хорунжий, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се Башҡорт полкы составында һуғышып, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң Ырымбур сик һыҙығын һаҡлау буйынса хеҙмәт үтә. Һуңыраҡ ул үҙенең туғандары менән Гөбөрлө йылғаһы буйында яңы Ишбирҙе ауылына нигеҙ һала. Был Ырымбур губернаторы В.А. Перовскийҙың 1854 йылғы 5864-се бойороғо нигеҙендә башҡарыла[4]. Ишбирҙе Ишкинин етәкселегендә Аҡъюлдан бер нисә ғаилә, шулай уҡ Арыҫланғолдан Байбулатовтар һәм Күскилдиндар ғаиләләре Ишбирҙегә күсә[3].
Бер нисә йылдан губернаторҙың 5964-се бойороғо буйынса 1857 йылдың майында Аҡъюл ауылынан Ғәлекәй Тимербай улы Яратҡолов етәкселегендә 237 кешенән торған 21 ихата күсерелә. Улар Аҡъюл ауылынан өҫтәрәк Урман Йылайыры йылғаһы үҙәнендә Ғәлекәй ауылына нигеҙ һалған. Бөгөн был ауыл юҡ.
Аҡъюл ауылы халҡы ике яңы ауылға күсеп киткәндән һуң да, 1859 йылда унда 33 йортта 295 кеше йәшәгән.
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ауыл тураһында ошолай яҙылған: «Орский уезд, 2-й стан, № 762 дер. Акъюлова, башк., расположена у р. Сакмара, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 140 верст, от становой квартиры 98 верст, число дворов 52, число жителей: муж. 154, жен. 147. В деревне была мечеть.»[5]
1917 йылда ауылда 131 йортһәм 800 кеше йәшәгән, 1925 йылда 60 ихата һәм 500 кеше йәшәгән. Ауыл халҡының кәмеү сәбәбе булып Граждандар һуғышы, 1921-22 йылдарҙағы тиф һәм аслыҡ эпидемиялары тора.[4]
Урамдар
үҙгәртергә- Тау урамы, (рус. улица Горная)
- Йылға урамы, (рус. улица Речная)[6]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы — эске хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы (1.07.1953), педагог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2014) һәм мəғариф отличнигы (2009).
- Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1.11.1957; ҡыҙ фамилияһы Аҡъюлова), дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм шағир. 1999—2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013 йылдар) һәм бишенсе (2013 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт (2002) хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Рәхмәтуллина Гөлшат Суфиян ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Байғабулова; 3.08.1963), табип. 2010 йылдан Сибай ҡала дауаханаһы бала табыу йортоноң акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2014).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 65-66. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
- ↑ Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 37 по Республике Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |