9 декабрь
көнө
9 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 343-сө көнө (кәбисә йылында 344-се). Йыл тамамланыуға 22 көн ҡала.
9 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
9 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Коррупцияға ҡаршы көрәш көнө.
- Геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Ер: Компьютер усламы көнө.
- Раштыуа открыткаһы көнө.
- Техно-музыка көнө.
- АҠШ: Кондитер изделиялары көнө.
- Перу: Армия көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ватан Геройҙары көнө.
- Танзания: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- АҠШ: Ветеринар медицина көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тимер юл транспортының ведомство (хәрбиләштерелгән) һаҡ көнө.
- Йөк тейәүсе көнө.
- Тажикстан: Геологтар көнө.
- Украина: Эске эштәр министрлығының штаб подразделениелары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Шри-Ланка: Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө.
- 1842: Михаил Глинканың «Руслан һәм Людмила» операһы тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйыла.
- 1931: Икенсе Испан республикаһы иғлан ителә.
- 1968: Сан-Францискола Дуглас Энгельбарт беренсе тапҡыр үҙенең лабораторияһында уйлап табылған компьютер усламы һәм гипертекст күрһәтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әсмә Шайморатова (1910—11.01.1992), йырсы (лирик-колоратура сопрано). 1942 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1948 йылдан — Татар филармонияһы (Ҡазан), 1950—1960 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1950).
- Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы (1945), ғалим-башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2001), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Уральцева Рита Васильевна (1945), дәүләт хеҙмәте ветераны, хоҡуҡ белгесе. 1992—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Нәжибә Әминева (1945), уҡытыусы, шағир. 1996 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
- Атрощенко Валерий Владимирович (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм технологияһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2004), техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). СССР-ҙың (1985) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
- Вәкилов Марат Ғәлимйән улы (1950), хоҡуҡ белгесе, суд органдары ветераны, юстицияның 3-сө класлы дәүләт советнигы. 1995−1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды судьяһы, 1997—1998 йылдарҙа Юғары Суд рәйесенең енәйәт эштәре буйынса урынбаҫары, 1999—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы (1955), хәрби хеҙмәт ветераны, авиация генерал-майоры (2003). Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, Тажикстандағы тыныслыҡ миссияһында һәм Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Рәсәй Геройы (2001).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бычков Евграф Яковлевич (1891—13.07.1938), Рәсәй империяһындағы революцион хәрәкәттә, Беренсе донъя һуғышында һәм Совет Рәсәйендәге граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың партия, совет һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. РКП (б)-ның Бәләбәй һәм Златоуст ҡала комитеттары секретары; 1928—1936 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы, 1937 йылдан — депутаттарҙың Өфө ҡала Советы рәйесе. ВКП(б)-ның XVII съезы делегаты (1934). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Вафа Сағуман улы (1901—11.05.1983), астроном. 1932—1975 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1976 йылға тиклем БДУ ҡарамағындағы Ерҙең яһалма юлдаштарын оптик визуаль ысул менән күҙәтеү станцияһы етәксеһе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1954). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Усман ауылынан.
- Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (1931—2.07.2015), эстрада артисы. 1951—2015 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-юморисы, шул иҫәптән 1952—1999 йылдарҙа Кәтүк менән Бағанай дуэты артисы, «Кәтүк» псевдонимы менән сығыш яһай. Юмор һәм сатира оҫтаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.
- Шакирова Фәриҙә Ғәбнасир ҡыҙы (1951—1999), табип. 1980—1999 йылдарҙа Салауат районының Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). Сығышы менән ошо ауылдан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мельников Николай Павлович (1922—30.05.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист. Полковник (1964). 1966 йылдан Кубань ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Раевка ауылынан.
- Сафина Наилә Сафа ҡыҙы (1932), табип. 1967—1995 йылдарҙа Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының баш табибы, хирургия бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984), Дүртөйлө ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Сығышы менән Дүртөйлө районының Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Абдуллина Гөлъямал Кәлимулла ҡыҙы (1957), малсы. Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ризова Рәйлә Әхтәмйән ҡыҙы (1957—21.06.2005), китапханасы. 1977 йылдан Мәсетле районы Яңы Мөслим ауыл китапханаһы, район китапханаһының уҡыу залы мөдире, мәҙәниәт бүлеге инспекторы; 1980—2005 йылдарҙа Оло Аҡа ауыл китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Теләш ауылынан.
- Платонова Наилә Хәкимйән ҡыҙы (1962), педагог. 1982 йылдан Баймаҡ районы Покровка башланғыс мәктәбе мөдире, 1986 йылдан Покровка төп мәктәбе уҡытыусыһы, 1991 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2001 йылдан — мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009). Сығышы менән ошо райондың Күсей ауылынан.
- Гречишникова Евдокия Юрьевна (1982), спортсы. 2000—2013 йылдарҙа хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Донъя һәм Европа чемпионы. 2008 һәм 2012 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Камалетдинов Зыяитдин Ямалетдин улы (Зыя Камали; 1873—1942), дин әһеле, ислам белгесе, мәғрифәтсе. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен нигеҙләүсе һәм уның 1906—1918 йылдарҙағы ректоры. Йәдитселек етәкселәренең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (1898—5.07.1979), башҡорт импровизатор-шағиры. Беренсе донъя, граждандар, 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғыштарында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Ғәләүетдинов Ғабдулла Ғәләүетдин улы (1908—26.02.1983), мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВКП(б)-ның Архангел район комитетының икенсе, 1947 йылдан — Саҡмағош район комитетының беренсе секретары; 1953—1963 йылдарҙа КПСС-тың Краснокама район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш (1951—1955) Юғары Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Кесе Бишҡураз ауылынан.
- Чибрикова Евгения Васильевна (1923–13.03.2013), геолог-ғалим. Геология-минералогия фәндәре докторы (1982). Урал һәм Көнсығыш Европа платформаһының геологик төҙөлөшөн өйрәнеүсе. К. Р. Тимергазин исемендәге премия лауреаты (2003). Сығышы менән Тамбов ҡалаһынан.
- Праведников Николай Константинович (1933—4.12.2001), инженер‑нефтсе-ғалим. 1981 йылдан Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ғилми-тикшеренеү институтында директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — институт директоры, 1995—2001 йылдарҙа «ЛУКОЙЛ» нефть компанияһы фәнни‑инженерлыҡ үҙәгенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡуяштыр ауылынан.
- Захаров Николай Павлович 1948—2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Шаран районы «Шаран» совхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Исламов Зиҡаф Исламғәли улы (1944), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—2013 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Нуғай мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан — мәктәп директоры. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Яңы Нуғай ауылынан.
- Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (1949—15.07.2017), рәссам-график, 2004—2017 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Сафронов Анатолий Александрович (1959), хәрби эшмәкәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы һәм дәүләт хеҙмәткәре. ДОСААФ-тың Өфөләге авиация спорт клубын тамамлаусы (1976). Афғанстандағы (1988—1989) һәм Төньяҡ Кавказдағы (1994—1996 һәм 1999—2001) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Генерал-майор (2006). Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби лётчигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Саратовка ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1608: Джон Мильтон, Англия шағиры, сәйәси эшмәкәр һәм аҡыл эйәһе.
- 1842: Пётр Кропоткин, Рәсәй империяһы тарихсыһы, әҙәбиәтсе, анархизм теоретигы.
- 1891: Максим Богданович — шағир, публицист һәм тәржемәсе. белорус әҙәби теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1900: Хәсән Туфан, Татарстан шағиры.
- 1944: Морат Аджи, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, публицист.
- 1952: Анатолий Вассерман, СССР инженеры, интеллектуаль уйындар еңеүсеһе.
- 1048: Әл-Бируни, Урта Азия ғалимы.
- 1641: Антонис ван Дейк, Көньяҡ Нидерланд рәссамы.
- 1970: Артем Микоян, СССР авиаконструкторы.
- 2005: Роберт Шекли, АҠШ яҙыусыһы, фантаст.