20 апрель
көнө
20 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 110-сы (кәбисә йылында 111-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 255 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1940: АҠШ-та тәүге электрон микроскопты эшләтеп күрһәтәләр.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Батыр Вәлид (1905—26.02.1969), шағир. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Талха Ғиниәтуллин (1925—7.11.2019), СССР һәм Рәсәйҙең рус телендә ижад иткән әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). С. Т. Аксаков исемендәге премия лауреаты (2008). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
- Михайлов Александр Фадеевич (1925—2.01.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Фәррәхов Йосоп Тимербай улы (1935—31.01.2001), урман белгесе. 1961 йылдан Туймазы тәжрибә-үрнәк урман хужалығының Бишенде урмансылығы эшсеһе, 1977—1995 йылдарҙа урман питомнигы мастеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
- Щербаков Виталий Александрович (1960), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәбитов Зариф Нурый улы (1887—8.04.1928), дәүләт эшмәкәре, 1925-1927 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе.
- Ғәбитов Фәрит Фатих улы (1937—12.11.2020), йәмәғәт эшмәкәре. 2014—2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Кинематографсылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Симон (донъяуи исеме Шлеёв Семён Иванович; 1873—18.08.1921), христиан дине әһеле. 1920—1921 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1899). Архимандрит (1918). Священник дәрәжәһен (1900), монахлыҡ (1918) ҡабул иткән. Сығышы менән Сембер губернаһы Явлей ауылынан.
- Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы (1923—22.10.2012), мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966).
- Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (1943), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).
- Юзыкайн Алексей Михайлович (1943—15.05.2004), мари яҙыусыһы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәйхәттәрова Лилиә Ғәйнислам ҡыҙы (1949), ветеринария хеҙмәте ветераны. 1985—2002 йылдарҙа Ҡариҙел районы ветеринария станцияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1650: Феличе Бозелли, Италия рәссамы.
- 1745: Филипп Пинель, Франция табибы, илдә фәнни психиатрияға нигеҙ һалыусы.
- 1840: Одилон Редон (1840), Франция рәссамы, график, декоратор, символизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1850: Жан-Франсуа Рафаэлли, Франция рәссамы, гравёр, иллюстратор.
- 1926: Ахинян Григор Мушегович, СССР һәм Әрмәнстан композиторы.
- 1935: Юрий Семёнов, СССР һәм Рәсәйҙең космос техникаһы конструкторы, 1989—2005 йылдарҙа «Энерия» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры.
- 1950: Александр Лебедь, СССР һәм Рәсәйҙең хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал-лейтенант.
- 1985: Брент Сибрук, Канада хоккейсыһы, Олимпия чемпионы (2010), Стэнли Кубогын яулаусы