11 май
көнө
11 май — григориан стиле буйынса йылдың 131-се (кәбисә йылында 132-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 234 көн ҡала.
11 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Лаос: Конституция көнө.
- Һиндостан: Технологиялар көнө.
- АҠШ: Мәктәп шәфҡәт туташтары көнө.
- Секретарь көнө.
- Төнгө сменала эшләүселәр көнө.
- Индонезия: Хәрби полиция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Метрополитендарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлаусы полиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1935: Совет милицияһының метрополитендарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлаусы подразделениелары ойошторола.
- 1951: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Йыһаншин Ғәлимйән Кәрим улы (1940—18.07.2016), ғалим-инженер-технолог, химик. 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфөләге «ИМПА» ғилми-производство фирмаһы директоры һәм 2001 йылдан — «IМРА engineering» предприятиеһының баш ғилми етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһенең Тутаев районы Константиновский ҡасабаһынан.
- Адеянов Николай Павлович (1945), музыкант, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең оркестр артисы, йыр текстары һәм көйҙәре авторы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Хамматова Светлана Әнғәм ҡыҙы (1950), ғалим-педагог, йәмәғәтсе. 2011 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. 1995 йылдан «Башҡортостан — АҠШ» республика йәмғиәте президенты. Психология фәндәре кандидаты (1992), педагогия фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Турченко Владимир Владимирович (1970), музыкант, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Обрезкова Ольга Константиновна (1980), спортсы, тренер. 1997—2003 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 2006 йылдан Стәрлетамаҡ районының 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (1997). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхмәтова Рәйлә Ғәбделнасир ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан клиника директоры урынбаҫары. 1975—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары судының халыҡ заседателе. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йыһаншин Азат Надир улы (1971), театр һәм кино актёры, режиссёр. 2020 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мифтахетдинов Альберт Вәли улы (1937—4.11.1991), журналист, яҙыусы, сәйәхәтсе, йәмәғәтсе. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1960 йылдан Чукот автономиялы округы һәм Магадан өлкәһе гәзиттәре, радио һәм телевидение хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан «Магаданская правда» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, 1973—1982 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы Магадан ойошмаһының яуаплы секретары. РСФСР Яҙыусылар союзының 4-се һәм 5-се съездары делегаты. 1974—1978 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзының идара ағзаһы. Магадан комсомолы премияһы лауреаты (1973), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Андросов Владимир Александрович (1947), энергетика тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1964 йылдан Өфө ҡалаһы Йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, 1984—1987 һәм 1997—2000 йылдарҙа — предприятие директоры; 1987 йылдан Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы. 2000 йылдан «Башкирэнерго» йәмғиәте генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы энергетигы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Мәхмүтов Рафаит Шәйехмансур улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1968—2007 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының торба һуҙыусы слесары, ремонт-төҙөлөш идаралығы мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Үткен ауылынан.
- Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (1952), артист, 1976—2013 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Данилов Сергей Николаевич (1972), уҡытыусы-тренер, йәмәғәтсе. 1992 йылдан Салауат ҡалаһының 7-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 2000 йылдан — Спорт мәктәбе тренеры. 2016 йылдан ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2015), Иң яҡшы тренеры (2008) һәм мәғариф отличнигы (2009), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2013). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мостаев Рәфҡәт Әхмәтгәрәй улы (1933—2.08.2000), механизатор. 1961—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы тракторсыһы һәм комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Муса ауылынан.
- Шабиев Салауат Ғәли улы (1948), ғалим-архитектор. 1985—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары; 1987 йылдан Көньяҡ Урал университеты (Силәбе ҡалаһы) уҡытыусыһы, архитектура кафедраһы мөдире, 2002 йылдан — архитектура факультеты деканы. Бер үк ваҡытта 1999 йылдан Рәсәй Архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһы кәңәшсеһе. 1977 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Архитектура докторы (1994), профессор (1994). Халыҡ-ара фән белеме академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Халыҡ-ара Көнсығыш илдәре архитектура академияһының ағза-корреспонденты (1999), РААСН советнигы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1998), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм почётлы архитекторы (2009).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зарипов Мәҙиәр Фәхретдин улы (1929—15.04.2006), инженер-электромеханик-ғалим. 1972—1980 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1975) һәм уйлап табыусыһы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе Коканд ҡалаһынан.
- Ханнанов Фәрит Ғилем улы (1944), механизатор. 1968—2004 йылдарҙа Бүздәк районы «Уртакүл» колхозы комбайнсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ҡыҫҡайылға ауылынан.
тулы исемлек
- Йомағужин Өлфәт Зәйнетдин улы (1949), филолог, немец теле уҡытыусыһы, мәғариф, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы биләмәһендә булған, 1956 йылдан Салауат ҡалаһы составына ингән Бәләкәй Муса ауылынан.
- Титов Вячеслав Михайлович (1949—3.05.2010), инженер-технолог-ғалим, сәнәғәт өлкәһе һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1987—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» производство берекмәһенең генераль директоры, 2006—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш (1995—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының (1991) атҡаҙанған химигы, «Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры» (1999). Халыҡтар Дуҫлығы (1986), Почёт (2000) һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Пётр ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Месропян Арсен Владимирович (1974), инженер‑механик-ғалим. 1999 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2010), профессор (2016). Рәсәй Космонавтика федерацияһының В. П. Макеев исемендәге миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1670: Яков Вилимович Брюс, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, ғалим, генерал-фельдмаршал, граф.
- 1764: Дмитрий Бутурлин, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, хәрби тарихсы.
тулы исемлек
- 1810: Григорий Гагарин, Рәсәй империяһы рәссамы, сәнғәт белгесе, Петербург сәнғәт академияһының вице-президенты.
- 1855: Анатолий Лядов, Рәсәй империяһы дирижёры, композитор, Петербург консерваторияһы профессоры.
- 1885: Кинг Оливер (төп исеме Джозеф Оливер), АҠШ-тың джаз музыканты, дирижёр.
- 1895: Ян Парандовский, Польша яҙыусыһы, мәҙәниәт тарихсыһы.
- 1904: Сальвадор Дали, Испания рәссамы, режиссёр һәм яҙыусы. Сюрреализмдың иң билдәле вәкилдәренең береһе.
- 1915: Фуад Абдурахманов, СССР скульптор-монументалисы, Әзербайжан ССР-ының халыҡ рәссамы.
- 1925: Макс Морлок, Германия футболсыһы, 1954 йылғы донъя чемпионы.
- 1930: Эдсгер Дейкстра, Голландияның математик-программисы, структур программалауға нигеҙ һалыусы.
- 1935: Мәҡсүд Ибраһимбеков, Әзербайжандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, драматург һәм киносценарист.
- 1940: Жанна Прохоренко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1955: Мария Сорте, Мексика актрисаһы.