Саҡмағош районы
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район
Саҡмағош районы (рус. Чекмагушевский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Саҡмағош ауылы. Районда 30 139 кеше йәшәй.
Саҡмағош районы | |
Саҡмағош районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Саҡмағош |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 30 780 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Баҡалы районы, Дүртөйлө районы, Илеш районы, Кушнаренко районы, Благовар районы һәм Шаран районы |
Майҙан | 1692 км² |
Почта индексы | 4532ХХ |
Рәсми сайт | chekmagush.com |
Урындағы телефон коды | 34796 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Чекмагушевском районе[d] |
Саҡмағош районы Викимилектә |
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.01.1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2007). Иҫке Ҡалмаш ауылынан[2].
- Батыев Сәлих Ғилемхан улы, 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе, Татарстан тарихында был вазифала иң оҙаҡ эшләгән етәксе.
- Дашкин Рәмил Мирғәзиән улы (12.09.1928—18.05.2001), журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Журналистар союзы рәйесе. 1956—1967 йылдарҙа «Ленинец»-«Ленинсы», 1967—1986 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзиттәре, 1988—1998 йылдарҙа БАССР Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың редакция-нәшриәт бүлеге мөхәррире. Башҡорт АССР-ының VIII-XI саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, 1956—1967 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бюро ағзаһы, комсомолдың XIII-XV съездары делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Яңы Балаҡ ауылынан[3].
- Иҙиәтуллин Рим Зиннәтулла улы (23.02.1940—13.09.2018), журналист һәм шағир. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһының Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2010). Яңы Мортаза ауылынан.
- Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (5.10.1927—20.01.1985), яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984). Тайнаш ауылынан.
- Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы (9.05.1924—17.04.2000), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1989 йылдарҙа Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге колхозы (хәҙер Рифҡәт Йәнекәев исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы) рәйесе. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Яңы Мортаза ауылынан[4].
- Моратов Ғәйнетдин Ғабдрахман улы (20.11.1913—6.06.1986), Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының 1939—1964 йылдарҙағы операторы һәм өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Мөлөков Әнүәр Бәхти улы (25.08.1923—8.01.2004), педагог, мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1985 йылдарҙа Саҡмағош ауылындағы 1-се урта мәктәп директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Ленин (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Иҫке Супты ауылынан[5].
- Николаев Василий Семёнович (3.04.1907—29.12.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, механизацияланған бригада пулемётсыһы, гвардия ҡыҙылармеецы. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1944). Яңы Семёнкин ауылынан
- Илфаҡ Смаҡов, күренекле эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) артисы.
- Усманов Салауат Мөҙәрис улы (17.09.1947), юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника эшмәкәре (2007), юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғариф отличнигы (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), мәғариф отличнигы (1997), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007). Үрге Ҡаръяуҙы ауылынан[6].
- Хәсәнов Әнүәр Ғиниәт улы (1.02. 1954), ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премия лауреаты (2000). Үрнәк ауылынан[7].
- Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы (17.03.1948), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012). Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1993). Яңы Ҡото ауылынан[8].
- Әғзәмов Фәрит Әкрәм улы (28.11.1947), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының Урал тау премияһы лауреаты (1997). Саҡмағош ауылынан[9].
- Әминев Хәниф Ҡыям улы (20.09.1938), табип-ғалим, фтизиатр, хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1992 йылдан Башҡортостан Фтизиатрҙар ассоциацияһының идара рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Күсәкәй ауылынан[10].
- Әхтәмов Фәрит Хөснийәр улы (21.02.1933), «Игенче» колхозының элекке тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, райондың почётлы гражданы (1995)[11].
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Милли состав [30]:
Районда татарҙар, башҡорттар, урыҫтар һәм башҡа милләттәр йәшәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
- ↑ Он был выдающимся организатором республиканской печати (к 85-летию со дня рождения журналиста Ремеля Дашкина). ИА «Башинформ», 12 сентября 2013 года (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мөлөков Әнүәр Бәхти улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Усманов Салауат Мөҙәрис улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хәсәнов Әнүәр Ғиниәт улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2019)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Шагапов Владислав Шайхулагзамович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Агзамов Фарит Акрамович 2016 йыл 6 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Аминев Ханиф Киямович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2018)
- ↑ Список почетных граждан Чекмагушевского района. Администрация МР Чекмагушевский район РБ. Официальный сайт 2016 йыл 26 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ https://archive.is/20120714152848/tatar-bashkort.narod.ru/tb-15.htm