Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 6 апрелендәге Ҡарарына ярашлы булдырыла. Орден статуты СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 5 майындағы Ҡарарына ярашлы раҫлана.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Нигеҙләү датаһы 6 апрель 1930
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Түбәнерәк дәрәжә орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» I степени[d] һәм орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР»[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән көмөш
Изображение орденской планки
Һаны 3 876 742
Лауреаттар категорияһы Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Викимилектә

Артабан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү мәсьәләләренә СССР-ҙың Ордендар тураһында дөйөм положениеһы (СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙар Советы һәм Үҙәк Башҡарма Комитетының 1936 йылдың 7 майындағы Ҡарары), СССР-ҙың Юғары Светы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге, 1946 йылдың 26 февралендәге, 1947 йылдың 15 октябрендәге һәм 1947 йылдың 16 декабрендәге Указдары менән үҙгәрештәр һәм аныҡлауҙар индерелә. СССР-ҙың Юғары Светы Президиумының 1980 йылдың 28 мартындағы Указы менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены статуты яңы редакцияла раҫлана.

Орден статуты үҙгәртергә

Орден статуты бер нисә тапҡыр үҙгәрә.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һуғыш ваҡытында ла, тыныс тормош барышында ла СССР-ҙы обороналау һәм дәүләт именлеген тәьмин итеү эшендә ирешкән ҡаҙаныштар өсөн бүләкләү маҡсатында булдырылған.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгәндәр:

  • Совет Армияһы, Хәрби-Диңгеҙ флоты, яугирҙары сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр органдары, СССР-ҙың дәүләт именлек комитеты хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ эске эштәр органдарының рядовой һәм етәкселәр составындағы кешеләр;
  • хәрби частар, хәрби караптар, берләшмәләр һәм берекмәләр, предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән сит илдәр хәрбиҙәре лә бүләкләнгән.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырылған:

  • Алыштарҙа шәхси батырлығы һәм ҡаһарманлығы, совет ғәскәрҙәренең уңышына булышлыҡ иткән хәрби ғәмәлдәр менән оҫта етәкселек итеү өсөн;
  • хәрби частарҙың һәм соединениеларҙың уңышлы хәрби ғәмәлдәре дошманға ҙур ғына зыян килтергәне өсөн ;
  • СССР-ҙың дәүләт сиктәренең тейелгеһеҙлеген һәм дәүләт именлеген тәьмин итеүҙә ҡаҙаныштары өсөн;
  • Ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгән саҡтағы батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн;
  • Командованиеның махсус заданиеларын теүәл үтәгәне һәм тыныс ваҡыт шарттарындағы башҡа батырлыҡтары өсөн;
  • Ғәскәрҙәрҙең юғары хәрби әҙерлеген булдырыуҙа оло ҡаҙаныштары, хәрби һәм сәйәси әҙерләүҙә юғары күрһәткестәр, яңы хәрби техникаға эйә булыу һәм СССР-ҙың оборона ҡеүәтен нығытыуҙа башҡа күрһәткән хеҙмәте өсөн;
  • хәрби фәндең һәм техниканың үҫешендәге хеҙмәте, СССР-ҙыңҠораллы Көстәренә кадрҙар әҙерләү өсөн;
  • Социалистик берҙәмлеге дәүләттәренең оборонаға һәләтлеген нығытыуҙа ҡаҙаныштары өсөн.

1944 йылдың 4 июненән сентября 1957 йылдың 14 сентябренә тиклем осорҙа Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флотында, эске эштәр һәм дәүләт именлеге органдарында 15 йыл эшләгәне өсөн тапшырылған.

 
СССР маркаһы, 1946 йыл.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙа хеҙмәт бурысын үтәгән саҡта һәләк булған хәрбиләштерелгән янғынғанға ҡаршы хеҙмәтенең һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының хеҙмәткәрҙәренҠыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү ғәҙәти күренеш була. Орден һәм орден китабы һәләк булыусының туғандарына тапшырылған.

Шулай уҡ сапёрҙарҙы наградлау осраҡтары билдәле (мәҫәлән, 1967 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән сапёрҙар майор В. Зайцев һәм өлкән лейтенант А. Спиридонов, улар 1966 йылда сигенгән немец ғәскәрҙәре Заполярьела 1944 йылда ҡалдырып киткән 3,5 мең артиллерия снарядтары һәм миналар булғанбоеприпастар складын миналарҙан таҙарталар[1].

Локаль бәрелештәр һәм Афған Һуғышы барышында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән хәрби бәрелештәрҙә уртаса ауырлыҡтағы яраланған, ҡаты яраланған һәм ҡаты контузия алған бөтә совет хәрби хеҙмәткәре бүләкләнә.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү СССР-ҙың Оборона министрлығы, СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы, СССР-ҙың Дәүләт именле комитеты тәҡдимдәре буйынса башҡарылған.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә, башҡа ордендар булған саҡта 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденынан һуң урынлаша. 1943 йылдың йәйенә тиклем күкрәктең һул яҡында йөрөтөлгән.

Орден тасуирламаһы үҙгәртергә

 
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
 
Ҡыҙыл йондоҙ ордены (кире яғы)
 
Ҡыҙыл йондоҙ ордены — Николаев ҡалаһындағы яугир-интернационалистар мемориалы фрагменты.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ҡуйы ҡыҙыл эмаль менән сылатылған биш осло йондоҙҙан ғибәрәт.

Ордендың уртаһындағы ҡалҡан эсендә ҡулында мылтыҡ тотҡан, буденовка һәм шинель кейгән ҡыҙылармеец фигураһы һүрәтләнгән. Ҡалҡандың туғынында «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» яҙыуы урынлаштырылған, туғындың аҫҡы өлөшөндә — «СССР» яҙыуы. Ҡалҡан аҫтында — ураҡ һәм сүкеш һүрәте. Ҡалҡан, ҡыҙылармеец һүрәте, яҙыу, ураҡ һәм сүкеш, шулай уҡ йондоҙҙоң ситтәре — оксидланған.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены көмөштән эшләнә. Орденда көмөш күләме — 27,162±г 1,389 (1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата). Ордендың дөйөм ауырлығы — 33,250±г 1,620.

Йондоҙ остарының араһы — 47-50 мм (сығарыу йылына бәйле). Йондоҙ үҙәге һәм эмаль сатҡыларының осона тиклем — 26-27 мм тәшкил итә.

Артҡы яғында орденды кейемгә беркетә торған гайка менән бормалы штифт бар.

Ордендың таҫмаһы — сейә ҡуйы төҫтәге ебәк муар таҫмаһы, уның уртаһынан һоро һыҙат үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, һыҙаттың киңлеге — 5 мм .

1935 йылда Ҡыҙыл Армияһының уставы үҙгәртелә, һәм штык атакаһында яугирҙың позицияһы үҙгәрә. Башта ҡыҙылармеец тамашасыға йөҙө менән һүрәтләнгән була, ә 1936 йылдан алып ордендағы ҡыҙыармеец, РККА-ның яңы уставына ярашлы, уңға боролған була, шулай уҡ уның аяҡтарында силғаулы ботинкалар урынына итектәр була[2]

Күп тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары үҙгәртергә

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән ҡабаттан бүләкләү мөмкин: 4 кеше 6 тапҡыр, 30 кеше — 5 тапҡыр, 150-нән ашыу кеше — 4 тапҡыр, 1000-дән ашыу кеше — 3 тапҡыр орден менән бүләкләнгән.

Алты Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән үҙгәртергә

  • Оноприенко Филипп Петрович[3] (1919—2005) — СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби лётчик, полковник (21.02.1945; 24.06.1948; 31.07.1948; 29.04.1954; 30.12.1956; 31.07.1961);
  • Панченко Петр Петрович[4] (1922—1997) — СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби лётчик, полковник (18.08.1943; 16.05.1947; 29.04.1954; 18.12.1956; 30.12.1956; 22.02.1964);
  • Силантьев Василий Васильевич[5] (1922) — подполковник (8.08.1943; 6.10.1943; 13.09.1944; 15.05.1945; 30.12.1956; 17.02.1976);
  • Ситцевой Николай Гаврилович[6] (1922—1981) — генерал-майор (шул иҫәптән 23.05.1943; 3.11.1943)[7].

Биш Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнгән үҙгәртергә

  • Анджело Ашер Моисеевич (1918—1995) — полковник (7.06.1945; 20.09.1947; 30.04.1954; 23.02.1968; 21.02.1969);
  •   Горчаков Пётр Андреевич[8] (1917—2002) — генерал-полковник, Советтар Союзы Геройы (20.02.1943; 30.11.1954; 22.11.1967; 22.02.1968; 20.11.1987);
  • Драгомир Василий Саввич[9] (1914—1989) — өлкән лейтенант;
  • Ерёменко Иван Иванович (1922) — капитан (29.04.1944; 01.07.1944; 06.12.1944; 20.05.1945; 30.12.1956);
  • Завьялов Михаил Алексеевич[10] (1918—1998) — ГБ подполковнигы (шул иҫәптән 24.02.1945);
  • Иванов Виталий Петрович[11][12] (1925) — полковник;
  • Ивлиев, Николай Васильевич[13] (1918—2015) — контр-адмирал (шул иҫәптән 27.05.1945; 8.07.1945);
  • Изотов Сергей Иванович (1920—2005) — генерал-лейтенант;
  • Калинин Павел Григорьевич[14] (1923) — ВДВ генерал-лейтенанты ;
  • Каснерик Михаил Константинович[15] (1923—2015) — СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы, полковник (1948; 30.12.1956; 29.04.1957; 31.07.1961; 22.02.1965);
  • Лукин Иван Максимович (1915—1999) — генерал-майор (шул иҫәптән 06.03.1945);
  • Малхасян, Константин Иванович[16] (1916—2007) — заслуженный штурман-испытатель СССР, полковник (7.12.1943; 20.06.1949; 14.01.1952; 29.04.1954; 12.07.1957);
  • Малюгин Сергей Михайлович[17] (1921—2002) — генерал-лейтенант;
  • Мещеряков Валентин Иванович[18] (1920—1989) — генерал-полковник;
  • Минеев Александр Степанович (1922—1998) — СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы, полковник (10.10.1944; 9.03.1956; 30.12.1956; 31.07.1961; 21.02.1969);
  • Миханов Сергей Александрович (1922) — подполковник (30.01.1945, 08.05.1945, 10.05.1945, 30.12.1956, 04,05.1972);
  • Морозов Анатолий Григорьевич (1903) — полковник ГБ (в том числе 24.02.1945);
  • Осипцов Александр Николаевич (1922—2012) — медицина хеҙмәте полковнигы (26.11.1943; 22.02.1944; 10.08.1944; 09.05.1945; 30.12.1956);
  • Пасхин Александр Алексеевич (1915—1998) — контр-адмирал (18.06.1943; 26.02.1953; 28.04.1963; 31.10.1967; 21.02.1974);
  • Пелихов Василий Захарович[19] (1919) — капитан;
  • Рудаков Борис Николаевич[20] (1923—2003) — полковник;
  • Сироткин Тимофей Николаевич[21][22][23][24][25] (1904—1976) — ефрейтор (29.07.1944; 26.09.1944; 25.01.1945; 07.03.1945; 14.04.1945);
  •    Степаненко Иван Никифорович[26] (1920—2007) — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы , СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы, генерал-майор авиации (31.07.1942; 23.07.1943; 11.05.1945; 22.02.1955; 30.12.1956);
  • Стогнев Павел Семёнович (1922) — полковник (17.03.1943; 30.03.1944; 14.08.1944; 26.10.1955; 22.02.1968);
  • Сычёв Виктор Матвеевич (1922) — генерал-майор (шул иҫәптән 19.08.1943);
  • Тарасов Дмитрий Афанасьевич (1923) — майор (шул иҫәптән 29.04.1944; 28.08.1945);
  • Терещенко Михаил Васильевич[27] (1922) — полковник;
  • Титов Михаил Георгиевич (1921) — генерал-лейтенант;
  • Ткачёв, Алексей Данилович (1923) — генерал-лейтенант (в том числе 22.02.1943; 22.10.1944);
  • Черных Григорий Васильевич (1923) — гвардия өлкән сержант (в том числе 28.10.1942; 07.06.1944; 12.08.1944; 14.06.1945);
  • Югер Павел Яковлевич[28](1923—2006) — полковник, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы
  • Яковишин Степан Григорьевич (1915—1988) — полковник.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Будни сапёров // «Военный вестник», № 1, 1967. стр.86-87
  2. Орден Красной Звезды.
  3. Наградная карточка Ф. П. Оноприенко, ЦАМО РФ.
  4. Наградная карточка П. П. Панченко, ЦАМО РФ.
  5. Стрекалов Н.Н., Дуров В.А. Орден Красной Звезды. — М.: ИД "Любимая книга", 2008. — 336 с. — ISBN 1-932525-61-0.
  6. Кавалеры 5-и орденов Красной Звезды — С. 1 2020 йыл 16 ноябрь архивланған. // SAMMLER.RU
  7. Общедоступный электронный банк документов «Подвиг народа»
  8. Горчаков Пётр Андреевич. Сайт «Герои страны».
  9. Драгомир Василий Саввич Штурманы 101 авиаполка
  10. Завьялов Михаил Алексеевич Бессмертный полк
  11. Кавалеры 5-и орденов Красной Звезды — С. 2 2020 йыл 1 ноябрь архивланған. // SAMMLER.RU
  12. На Ивановых Россия держится газета «Тюменские известия»
  13. Андрей Почтарев Орден за «американца» 2002 йыл 19 август архивланған. // газета «Красная звезда».
  14. Кавалеры 5-и орденов Красной Звезды — С. 3 2020 йыл 4 август архивланған. // SAMMLER.RU
  15. Личное дело М. К. Каснерика, Минский военкомат.
  16. Симонов А.А. Заслуженные испытатели СССР. — М.: Авиамир, 2009. — 384 с. — ISBN 978-5-904399-05-4.
  17. Малюгин Сергей Михайлович Выпускники ЛКВИУ им. А. А. Жданова
  18. Мещеряков Валентин Иванович. История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. Дата обращения: 9 май 2014.(рус.). История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. 9 май 2014 тикшерелгән.
  19. Пелихов Василий Захарович Бессмертный полк
  20. Рудаков Борис Николаевич 2017 йыл 12 ғинуар архивланған. Почетные граждане города Малоярославца
  21. Архивный реквизит 32043913.
  22. Архивный реквизит 34673345.
  23. Архивный реквизит 3877779.
  24. Архивный реквизит 38843440.
  25. Архивный реквизит 37056006.
  26. Иван Никифорович Степаненко. Сайт «Герои страны».
  27. Ю. Бородин. И звезда с звездою говорит. «Красная звезда» (07.05.13). Дата обращения: 2013-6-27. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  28. Югер Павел Яковлевич

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — М.: Воениздат, 1983.
  • Шишков С. С., Музалевский М. В. Ордена и медали СССР. — Владивосток, 1996.
  • Балязин В. Н., Дуров В. А., Казакевич В. Н. Самые знаменитые награды России. — М., 2000.
  • Дуров В. А. Русские и советские боевые награды. — М., 1990.
  • Дуров В. А. Награды Великой Отечественной. — М., 1993.
  • Дуров В. А. Отечественные награды: 1918—1991. — М, 2005.
  • Горбачёв А. Н. Многократные кавалеры орденов СССР. — М.: ПРО-КВАНТ, 2006.
  • Горбачёв А. Н. 10000 генералов страны. — М., 2007.
  • Изотова М. А., Царёва Т.Б. Глава 5. Советская наградная система // Ордена и медали России и СССР / редакторы к.и.н. Хомутова Е., Рублёв С.. — 1. — Ростов-на-Дону: Владис, 2010. — С. 393. — 736 с. — 2500 экз. — ISBN 978-5-9567-0960-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә