Йосопов Ринат Шәйхулла улы

Йосопов Ринат Шәйхулла улы (1 ғинуар 1947 йыл) — хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1965—1997 йылдарҙа Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоз тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Йосопов Ринат Шәйхулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Рапат, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин комсомолы премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ринат Шәйхулла улы Йосопов 1947 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуа. Урта белемде.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1962 йылда Саҡмағош районының Карл Маркс исемендәге колхозында башлай. 1965 йылда Саҡмағош һөнәрселек-техник училищеһында механизатор һөнәрен ала. Карл Маркс исемендәге колхозда 30 йылдан ашыу эшләй.

1976 йылда Р. Ш. Йосопов бригадаһы 1780 гектар майҙанда гектарынан 26,1 центнер ашлыҡ йыя, айырым участкаларҙа уңыш юғарыраҡ та була: 120 гектарҙа «Һарытау-36» бойҙайы гектарынан 38 центнер төшөм бирә, 70 гектарҙа «Носов-6» арпаһы гектарынан 41 центнерға тиклем етә.

Колхозға 3500 гектар майҙанда гектарынан 25,4 центнер иген алырға булышлыҡ итә һәм республикала тәүгеләрҙән булып юғары йөкләмәне үтәй. Дәүләткә 43 852 центнер иген һатыла, был юғары йөкләмәне үтәүгә ҡарата — 104, халыҡ-хужалыҡ планына ҡарата 110 процент тәшкил итә.

Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән ҡаҙаныштары, социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт фиҙакәрлеге һәм башҡа уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге Указы менән Р. Ш. Йосоповҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1997—2004 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге СПК-ның инженер-технологы. 2007 йылда хаҡлы ялға сыға.

Саҡмағош районында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә