Ленин орденыСоветтар Союзының иң юғары наградаһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән 1930 йылдың 6 апрелендә булдырылған.

Ленин ордены
Нигеҙләү датаһы 6 апрель 1930[1]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Ленин Владимир Ильич
Нигеҙләүсе Сталин Иосиф Виссарионович
Дәүләт  СССР[1]
Түбәнерәк дәрәжә Октябрь Революцияһы ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1991
Изображение орденской планки
Бүләкләү сәбәбе Ciutadans de la Unió Soviètica, estrangers, institucions, empreses i col·lectivitats per: serveis destacats rendits a l'Estat; servei exemplar a les Forces Armades; promoure l'amistat i la cooperacions entre els pobles i en reforç de la pau; serveis meritoris a l'estat soviètic i a la societat һәм Sobietar Batasuneko herritarrak, atzerritarrak, erakundeak, enpresak eta komunitateak: Estatuari eskainitako zerbitzu bikainak; zerbitzu eredugarria Indar Armatuetan; herrien arteko adiskidetasuna eta lankidetza sustatzea eta bakea indartzeko; merituzko zerbitzuak estatu sobietarrari eta gizarteari
Һаны 431 418[1]
Лауреаттар категорияһы Категория:Ленин ордены кавалерҙары
 Ленин ордены Викимилектә

Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе буйынса: айырым кешеләр, коллективтар, ойошмалар, йәмәғәт ойошмалары, хәрби частәр, хәрби караптар, хәрби берләшмәләр, союз и автоном республикалар, крайҙар, өлкәләр, автоном өлкәләр, автоном округтар, райондар, ҡалалар һәм башҡа торамалар бүләкләнә. Айырым граждандар фиҙакәр хеҙмәте, социалистик Ватанды яҡлауға, Советтар Союзының оборонаға һәләтлеген нығытыуға, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тыныслыҡты нығытыуға йүнәлтелгән һәм ил алдындағы күрһәткән башҡа ҙур ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгәндәр.

Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән. Ленин ордены менән Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булғандар ҙа бүләкләнә. Беренсе һанлы Ленин ордены менән 1930 йылдың 23 майында «Комсомольская правда» гәзите йәштәр коллективтары араһында беренсе биш йыллыҡта социалистик ярыштар ойошторған өсөн бүләкләнә. Бер үк ваҡытта гәзитең беренсе һаны сығыуға биш йыл тулыу көнө лә билдәләп үтелә.

Рәссәм Иван Иванович Дубасов Һәм скульптор Иван Дмитриевич Шадр орденды эшләп-биҙәүҙә ҡатнашыусылар. Дубасов һуңынан Ленин ордены менән үҙе бүләкләнә.

1953 йылға тиклем орден алтындан, Ленин рәсеме платинанан эшләнә.

Советтар Союзының ҡайһы бер күренекле шәхестәре Ленин ордены менән бер нисә тапҡыр бүләкләнә, шул иҫәптән:

  • 11 тапҡыр — Советтар Союзы Маршалы Дмитрий Фёдорович Устинов;
  • 9 тапҡыр — ҡорал эшләүселәр генерал-полковник-инженер Пётр Васильевич Дементьев һәм генерал-полковник-инженер Василий Михайлович Рябиков, тикшеренеүсе һәм Главсевморпуть башлығы Иван Дмитриевич Папанин;
  • 8 тапҡыр — армия генералы Павел Иванович Батов, Советтар Союзы Маршалдары Александр Михайлович Василевский һәм Василий Данилович Соколовский, академик Трофим Денисович Лысенко;
  • 7 тапҡыр — армия генералы Иван Христофорович Баграмян, Советтар Союзы Маршалы Семён Михайлович Будённый, Советтар Союзы Флоты Адмиралы Сергей Георгиевич Горшков;
  • 6 тапҡыр — Советтар Союзы Маршалы Георгий Константинович Жуков.

Халыҡ-ара коммунистик һәм эшселәр хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре Георгий Димитров, Долорес Ибаррури, Хо Ши Мин, Фидель Кастро, Отто Гротеволь һәм башҡалар шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнгән.

Наградаға лайыҡ булыусылар бөтәһе 431 418.

Ленин ордены филателияла

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә