Варфоломеев Василий Михайлович

Варфоломеев Василий Михайлович (1 ғинуар 1923 йыл11 сентябрь 1988 йыл) —  Бөйөк Ватан һуғышы яугире, тоҫҡаусы, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Варфоломеев Василий Михайлович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Нагайбакская волость[d], Карповка
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Түбәнге Кама
Ерләнгән урыны Татарстан Республикаһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Василий Михайлович Варфоломеев 1923 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Карповка ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1936 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай, колхозда эшләй.

1942 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ы Баҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылдың 10 июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була.

Василий Михайлович һуғыштан һуң Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә, Түбәнге Кама ҡалаһында «Татэнергострой» тресының автотранспорт колоннаһы водителе булып эшләй.

1988 йылдың 11 сентябрендә вафат була. Түбәнге Кама ҡалаһында ерләнгән.[1].

БатырлығыҮҙгәртергә

190-сы армия запас уҡсылар полкының армия батальоны ротаһының 3-сө отделениеһында ПТР тоҫҡаусыһы  (7-се гвардия армияһы, 2-се Украина фронты) гвардия ҡыҙылармеецы Варфоломеев Василий  1944 йылдың 10 ғинуарынан 20 ғинуарына тиклем  разведка төркөмө составында Украинаның Кировоград өлкәһе Тарасовка тораҡ пункты районында  дошман тылына бер нисә рейд яһай, бер нисә гитлерсыны юҡ итә. 1944 йылдың 29 февралендә һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн  гвардия ҡыҙылармеецы Варфоломеев Василий Михайлович  3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 53188) менән бүләкләнә. 

1944 йылдың июнь башында гвардия ҡыҙылармеецы Варфоломеев  разведчиктар төркөмө менән тәүгеләрҙән булып  румын ҡалаһы  Пашкань районында дошман торған ергә баҫып барып инә, расчет менән бергә ут нөктәһен юҡ итә. Яралана, әммә сафта ҡала. 1944 йылдың 29 июлендәге алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Варфоломеев Василий Михайлович 2-се дәрәжә Дан ордены (№ 4959) менән бүләкләнә. 

1944 йылдың 3 ноябрендә 190-сы армия запас уҡсылар полкының разведка взводы командиры өлкән сержант Варфоломеев Василий разведчиктар төркөмө менән венгр ҡалаһы Сольнюк районында фронт һыҙығын киҫеп үтә.  Һуғышып, Ясладань тораҡ пунктын баҫып алалар Разведчиктар, тиҫтәнән ашыу дошман пехотаһын әсирлеккә алып, ҡаланы төп көстәр килеп еткәнсе һаҡлап ҡала.  СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән  немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн  Варфоломеев Василий Михайлович,  Дан орденының тулы кавалеры булып,   1-се дәрәжә Дан ордены (№ 19) менән бүләкләнә.

БүләктәреҮҙгәртергә

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. -624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Варфоломеев Василий Михайлович. «Герои страны» сайты.}

ҺылтанмаларҮҙгәртергә