29 август
көнө
29 август — григориан стиле буйынса йылдың 241-се (кәбисә йылында 242-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 124 көн ҡала.
29 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Словакия: Словак милли ихтилалы көнө (29 август — 27 октябрь 1944).
- Рәсәй: Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенлеш подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1885: Германия инженеры Готлиб Даймлер беренсе мотоциклға патент ала.
- 1932: «Башцветметзолото» тресы ойошторола (1933 йылдан — «Башзолото»).
- 1936: Ишембай нефть эшкәртеү заводы эш башлай.
- 1991: «Нур» Өфө дәүләт татар театры асыла.
- 1994: Башҡортостанда Венгрия көндәре башлана.
- 2008: Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы уҡыу-спорт комплексы файҙаланыуға тапшырыла.
- 2013: Республика кардиологик диспансеры табибтары Башҡортостанда тәүге тапҡыр йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһы яһай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Клементьев Данил Викторович (1955), муниципаль хеҙмәт ветераны, 2019 йылға тиклем Өфө ҡала хакимиәтенең экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы. Рәсәй Федерацияһының почётлы тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәткәре.
- Губаев Игорь Иванович (1960), эске эштәр органдары ветераны, журналист, Нефтекама ҡалаһында мари телендә сыҡҡан «Чолман» республика гәзитен ойоштороусы һәм 2001 йылдан уның баш мөхәррире. Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Кәкүш ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тереғолов Шамил Әхмәт улы (1947—28.11.2008), балет артисы һәм педагог. 1990—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тадиашвили Ольга Семёновна (1928—23.04.2001), архитектор. 1962 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1992). Сығышы менән хәҙерге Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының баш ҡалаһы Владикавказдан.
- Ишемғолов Марат Баязит улы (1948—24.09.2013), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Суфиян Поварисов (1924—3.07.2016), яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Татарстан Республикаһының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1997). Фәтих Кәрим (1984) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (1998) исемендәге премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.
- Мышкин Владимир Александрович (1944), ғалим-токсиколог, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). Сығышы менән Дүшәмбе ҡалаһынан.
- Астахова Ирина Николаевна (1959), ғалим-хирург. 2006 йылдан Мануаль терапия үҙәге табибы. Медицина фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнова Эльмира Хәмит ҡыҙы (1959), ғалим-терапевт, кардиолог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2006), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.