9 февраль
көнө
9 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 40-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 325 көн ҡала (кәбисә йылында 326).
9 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 474 йыл: Зенон Исавр Византия императоры була (474 йылдың ноябренә тиклем улы Лев менән бергә).
- 1552 йыл: Чилиҙың беренсе губернаторы конкистадор Педро де Вальдивия Санта-Мариа-ля-Блака-де-Вальдивия ҡалаһына нигеҙ һала,
- 1601 йыл: Испанияның баш ҡалаһы ҡабат Вальядолидҡа күсерелә.
- 1621 йыл: 234-се Рим папаһы итеп Алессандро Людовизи һайлана, ул Григорий XV исемен ҡабул итә.
- 1801: Люневиль ҡалаһында Франция менән Австрия араһында солох килешеүе төҙөлә.
- 1885: Мәскәүҙә Рәсәй империяһындағы тәүге түләүһеҙ китапхана-уҡыу бүлмәһе асыла.
- 1849: Гарибальди тәҡдиме буйынса Римдә республика иғлан ителә.
- 1886: М. П. Мусоргскийҙың «Хованщина» операһының премьераһы була.
- 1893: Миланда «Ла Скала» театрында Джузеппе Вердиҙың «Фальстаф» операһының премьераһы була.
- 1896: Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһында фигуралы шыуыу буйынса тәүге донъя чемпионаты уҙа.
- 1897: Рәсәй империяһында тәүге халыҡ иҫәбен алыу үтә.
- 1900: АҠШ-тың егерме йәшлек тенниссыһы Двайт Ф. Дэвис артабан уның исемен алған Дэвис Кубогына нигеҙ һала.
- 1920: Парижда Шпицберген трактатына ҡул ҡуйыла, ул архипелагтың халыҡ-ара хоҡуҡи статусын билдәләй.
- 1923: В. И. Ленин РСФСР граждандар һауа флотын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1923: Стэнли Мельбурн Брюс Австралияның премьер-министры була.
- 1924: Әзербайжан ССР-ы составында Нахичеван АССР-ы булдырыла.
- 1931: Союзкино Үҙәк фабрикаһын тантаналы асыу һәм беренсе кино төшөрөү көнө.
- 1934: Гастон Думерг Францияның премьер-министры була.
- 1938: Башҡорт АССР-ының беренсе гербы раҫлана.
- 1938: Афинала Греция, Румыния, Төркиә, Югославияның Версаль килешеүенән һуң урынлашҡан көстәр нисбәтен һаҡлау маҡсатында хәрби-сәйәси берлеге төҙөлә («Балҡан Антантаһы»).
- 1942: Таутөмән ҡасабаһында 134-се миномёт полкы ойошторола.
- 1948: Токиола Бөтә донъя айкидо үҙәге Айкикай асыла.
- 1964: IX Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана. Миҙалдар һаны буйынса СССР спортсылары алда була.
- 1990: Намибияның Милли ассамблеяһы ултырышында Намибияның Конституцияһы ҡабул ителә.
- Польшаның гербындағы бөркөткә ҡабат таж кейҙерелә.
- 1991: Литваның СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоғо хаҡында референдум уҙғарыла. Бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү өсөн теркәлгән һайлаусыларҙың дүрттән өс өлөшө тауыш бирә, 80 % һайлаусы ҡатнаша.
- 1995: Өфөлә Дүртөйлө һәм Хәйбулла райондары көндәре асыла.
- 1996: Германияның Дармштадт ҡалаһындағы Ауыр иондар институтында 112-се элемент «коперниций»ҙы асыу тураһында иғлан ителә.
- 2001: Таксин Чиннават Таиландтың премьер-министры була.
- 2004: Әзербайжандың Ләнкәран һәм Астара райондарында Һирҡан милли паркы булдырыла.
- 2009: Далай-ламаға ҡала советы ҡарары менән Римдың хөрмәтле гражданы исеме бирелә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Солтанова Гөлсәсәк Рәфит ҡыҙы (1975), ғалим-филолог. 2000—2007 йыларҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2007 йылдан — университеттың административ-идара аппараты белгесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Октябрьск ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (1931—30.09.2007), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
- Фәнүр Ғилманов (1956), журналист, 1986 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мостафа Солтанов (1912—18.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992). Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Ишбаев Кәрим Ғайса улы (1937—15.03.2015), башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы (1937), тел белгесе, ғалим. Филология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы (1938), инженер-механик, партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1978 йылдарҙа «Баштрансгаз» производство берекмәһе директоры, 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре. Бокс буйынса СССР спорт мастеры.
- Середа Нина Алексеевна (1948), ғалим-тупраҡ белгесе‑агрохимик. 2000—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының агрохимия кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (1963), бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре. 2015 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (1954), тарихсы-ғалим, хәрби хеҙмәткәр, юғары һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995).
- Шәйәхмәтов Бикйән Әхмәҙиә улы (1959), Хәйбулла районы Подольск ауыл мәҙәниәт һарайының 1980—2012 йылдарҙағы художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1441: Алишер Навои, Урта Азия төрки халыҡтары шағиры.
- 1887: Василий Иванович Чапаев, Ҡыҙыл Армия командиры, Граждандар һуғышы геройы.
- 1915: Борис Андреев, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1962).
- 1920: Григорий Речкалов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация генерал-майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Валентин Зорин, СССР һәм Рәсәй политологы, журналист, яҙыусы, СССР һәм РСФСР-ҙың дәүләт премиялары лауреаты.
- 1925: Лидия Князева, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1970).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1881: Фёдор Михайлович Достоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1954: Ғәбделәхәт Вилданов, башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф.