Шишәмбе

аҙна көнө

Шишәмбеаҙнаның дүшәмбе менән шаршамбы араһындағы көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң өсөнсө көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, шишәмбе аҙнаның икенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның дүртенсе көнө.

Этимологияһы

үҙгәртергә
 
Күп телдәрҙә был көн атамаһы Марс (итал. -Арес) менән бәйле. Римдағы Арес статуяһы күсермәһе.

Әрмән телендә (Երեքշաբթի — ерекшабти́), грузин телендә (სამშაბათი — самшабати), башҡорт телендә (шишәмбе), тажик телендә (сешанбе) һәм татар телендә (сишәмбе), барыһы ла «шәмбенән өсөнсө көн» тигәнде аңлата.

Боронғо Римда был көн мифологик Марсҡа бағышланған булған (франц. Mardi, итальянса - Martedì), төньяҡ герман ҡәбиләләрендә — шуға оҡшаш - Тиу (норвег. -Tysdag).

Латин телендә шишәмбе көн имя вторника dies MartisМарс көнө»), гречксао ἡμέρα Ἄρεως Арес көнө тигәндән алынған[1]. Латин теленән сыҡҡан күп кенә телдәрҙә (француз теле, испан теле, итальян теле) был көнгә атама рим һуғыш илаһы Марс хөрмәтенә бирелгән.

Инглиз телендә көн исеме боронғо инглизTiwesdæg һәм урта инглиз Tewesday тигәнде ҡушып яһалған (хәҙергесә Tuesday)[2]. Tiw — протогерман илаһының боронғо инглиз рәүешендә *Tîwaz, йәки Týr боронғо норвег телендә - һуғыш һәм ҡануниәт илаһы [3][4].

Һиндостандың классик телдәрендә -пали һәм санскритта, Таиландта был көн Ангарака тип атала («ҡыҙыл төҫкә эйә»)[5]

Шишәмбегә бәйле хөрәфәттәр

үҙгәртергә

Башҡорттарҙың мәжүси инаныстары араһында шишәмбегә бәйле хөрәфәттәр ҙә булған, был көндә әһәмиәтле эштәрҙе башламаҫҡа йә эшләмәҫкә кәңәш ителгән, тырнаҡ ҡырҡыу өнәлмәгән. Исламда бындай хөрәфәттәр тыйылыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән.

Шуныһы ҡыҙыҡ, был көн грек һәм испан мәҙәниәттәрендә лә уңышһыҙ көн һанала. Гректар өсөн был — Константинополде (Истанбул) юғалтҡан, төрөктәр яулап алған көн, испандарҙа иһә «Шишәмбе өйләнмә һәм сәфәргә сыҡма» тигән хөрәфәт йәшәй (исп. En martes, ni te cases ni te embarques). Бынан тыш, испандарҙа айҙың 13-сө көнө шишмбегә тап килеү насар һанала, ә йомаға тура килһә - яҡшы.

Башҡорт исемдәрендә - "шишәмбе"

үҙгәртергә

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында шишәмбе лә бар - Сисәмбай, Сисәмбикә [6]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993.
  • Иранский календарь [2]
  • Понедельник [3]
  • Вторник [4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Широкое использование семидневной недели всюду в Эллинистическом мире, представляющем смешанные культуры, привело к унификации названий дней недели и привязки их к названиям планет, данных по именам греческих богов, близких по функциям к вавилонским (http://www.symbols.com/encyclopedia/29/2916.html 2011 йыл 10 август архивланған.)
  2. Tuesday. Online Etymology Dictionary. Дата обращения: 31 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  3. TIWAZ - The Warrior's Rune. Oswald the Runemaker. Дата обращения: 31 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 6 август архивланған.
  4. Stuart Alan. Tiw (Tyr). Anglo-Saxon Heathenism. Дата обращения: 12 июль 2011. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
  5. Вторник [1]
  6. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе