Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы

тележурналист

Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1 ғинуар 1954 йыл) — тележурналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты.

Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы
Тыуған көнө:

1 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР, Ғафури районы, Имәндәш ауыл

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

тележурналист

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова 1954 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуған.
  • 1973 йылдан башлап Ғафури районының Красноусол башланғыс мәктәбе директоры, район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы.
  • Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған (1981).
  • 1975 йылдан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының федераль дәүләт унитар предприятиеһында эшләй: 1992 йылдан башлап «Тамаша» телевизион ижад берекмәһе етәксеһе, 1998—2005 йылдарҙа баш мөхәррир; бер үк ваҡытта 1990—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
  • 2005 йылдан алып «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы эргәһендәге Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры.

Журналист эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мостай Кәрим тураһында 20 документаль фильм, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар тормошо («Араларҙы яҡынайтып» — «Сокрашая расстояния», «Башҡорттар»), исламдың әхләҡи ҡиммәттәре («Йома»), Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте («Сәхнәлә һәм сәхнә артында» — «На сцене и за кулисами») тураһында телетапшырыуҙар, «Сәләм» иртәнге мәғлүмәт һәм йыр-моң программаһы, «Йыр бүләк итәм» («Дарю песню») йыр-моң программаһы, һ.б. авторы. М. Кәримгә арналған Дәүләт аудио-видеоархив формалаштырған, фильмографик белешмә төҙөгән, «Мостайҙың алтын мираҫы» аудиопродукциялар серияһын сығарған. Ф. М. Бүләков сценарийы буйынса «Ай ҡыҙы» — тәүге башҡорт телесериалы (2001—2002; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) проекты инициаторы һәм продюсеры.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005);
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994);
  • Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1994);
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2005).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.