Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы (1 ғинуар 1939 йыл — 6 ғинуар 2019 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1997), медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Почёт (1998), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1939 |
Тыуған урыны | Кинйәбай ауылы, Керәүле-Илюшкин ауыл Советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 2019 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов 1939 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы элекке Кинйәбай ауылында тыуа.
1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1962—1966 йылдарҙа, юғары белемле белгес булараҡ, Сибай ҡала дауаханаһында табип-хирург булып эшләй. 1966—1968 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһы аспирантураһында уҡый.
1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында ассистент, декан, кафедра мөдире, 1982—1989 йылдарҙа бер үк ваҡытта ректор булып эшләй.
1995 йылда Өфө ҡалаһының 51-се Йылға аръяғы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана.
Фәнни эштәре йүнәлештәре: остеомиелитты, йыуан эсәк патологияһын хирургик дауалау, үпкә һәм эренле шешек ауырыуҙары хирургияһы.
Уның тарафынан республикала хирургия мәктәбе ойошторолдо. Һигеҙ фән докторы, 40 фән кандидаты — ғалимдың уҡыусылары.
Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы 2019 йылдың 6 ғинуарында вафат булды һәм Мәләүез районында ерләнде[1].
ХеҙмәттәреҮҙгәртергә
500-ҙән ашыу фәнни (шул иҫәптән 10 монография, 40 уйлап табыу) авторы.
- Хирургическое лечение хронической неспецифической пневмонии в хирургической клинике. Ереван, 1971 (соавтор).
- Остеомиелит. М.: Медгиз. 1985.
- Светя другим сгораю, Уфа, 2012 г., изд. «Гилем» АН РБ, 493 стр.
- Как все начиналось, история БГМУ, Уфа, 2013 г., изд. «Гилем» НИК «Башкирская энциклопедия», 142 стр.
- Моя философия жизни, Уфа, 2015 г., изд. «Гилем» НИК «Башкирская энциклопедия», 284 стр.
- Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан. В. Г. Сахаутдинова
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
- Почёт ордены (1993)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ В Башкирии в возрасте 80 лет ушел из жизни известный хирург Венер Сахаутдинов. ИА «Башинформ», 6 января 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ғинуар 2019)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Лена Абдрахманова. «Башҡаларға яҡтыртып, янам…» // Көнгәк : гәзит. — 21.01.2014.Национальная электронная библиотека РБ, Венер Сахаутдинов. http://www.bashnl.ru/novosti/9791/
- Ректора ВУЗ-ов http://башкортостан.политика-россии.рф/%D1%80%D0%B5%D0%BA%D1%82%D0%BE%D1%80%D1%8B_%D0%B2%D1%83%D0%B7%D0%BE%D0%B2_%D0%B1%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%BE%D1%80%D1%82%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%B0/%D1%81%D0%B0%D1%85%D0%B0%D1%83%D1%82%D0%B4%D0%B8%D0%BD%D0%BE%D0%B2_%D0%B2%D0%B5%D0%BD%D0%B5%D1%80_%D0%B3%D0%B0%D0%B7%D0%B8%D0%B7%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87(недоступная ссылка)
- Академия наук Республики Башкортостан В. Г. Сахаутдинов http://www.anrb.ru/blog/Item/246/15
- БГМУ, В. Г. Сахаутдинов http://www.bashgmu.ru/about_the_university/management/1707/ 2017 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
- К 75-летию В. Г. Сахаутдинова http://ahrb.ru/novosti/k-75-letiyu-sahautdinova-venera-gazizovicha/
- Башкирская энциклопедия В. Г. Сахаутдинов http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/login/8-spisok/6304-sakhautdinov-vener-gazizovich(недоступная ссылка)
- Газета «Республика Башкортостан» http://www.agidel.ru/?param1=5431&tab=23 2017 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. http://resbash.ru/pdf/2014/4/RB-24-04-14.pdf 2014 йылдың 30 август көнөндә архивланған.
- Газета Комсомольская правда http://amp.ufa.kp.ru/daily/23931/204962/
- Российская Государственная библиотека В. Г. Сахаутдинов http://search.rsl.ru/ru/record/01006518243
- ИА «Башинформ», В. Г. Сахаутдиновhttp://www.bashinform.ru/news/598615-tsel-ego-zhizni-sluzhenie-lyudyam-k-75-letiyu-professora-venera-sakhautdinova/http://ufa-news.net/society/2014/04/24/8483.html
- http://www.bashinform.ru/news/112668-deputat-gossobraniya-rb-vener-sakhautdinov-quot-kazhdyy-punkt-programmnogo-dokumenta-glavy-nashey-respubliki-otlichaet-sotsialnaya-napravlennost-quot/
- http://newsvideo.su/video/756775 2018 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.
- http://www.u7a.ru/articles/health/5472
- -http://archive.openufa.com/index.php/society/305-5a73f07f-08d2-11e3-8d31-d673bc55754c
- http://ufa1.ru/text/news/63570-print.html(недоступная ссылка)
- http://www.mgntv.ru/vesti/society/3896-delo-znamenitogo-hirurga-prodolzhayut-ucheniki.html(недоступная ссылка)
- ТВ «Вести» https://www.youtube.com/watch?v=05fWE8ul_-A