Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы

Башҡортостандың халыҡ шағиры
(Факиһа Туғыҙбаева битенән йүнәлтелде)

Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1 ғинуар 1950 йыл — 20 март 2021 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014). 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Факиһа Туғыҙбаева
Исеме:

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Нафиҡова

Тыуған көнө:

1 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы

Вафат булған көнө:

20 март 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шиғриәт

Дебют:

«Мәк ялҡыны» (1980)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева һәм шағир, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова

Биографияһы

үҙгәртергә

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (ҡыҙ фамилияһы Нафиҡова) 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.

Халыҡ шағиры 2021 йылдың 20 мартында Өфө ҡалаһында ауырыуҙан һуң вафат булды[1].

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙип.

Уның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғыр китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983) әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғыр йыйынтыҡтары бар.

1993 йылда Факиһа Туғыҙбаева «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙип тураһында

үҙгәртергә
  • Бикбаев Р. Слово о народе. Уфа: ГУП Башкирское издательство «Китап» им. З. Биишевой. 2011.
  • Миннуллин Р. Путь к жизни поэтессы. Факия Тугузбаева. Путь к жизни. Казань. Татарское книжное издательство. 2010.
  • Кузбәков Ф. Факиһа Туғыҙбаеваның ижады хаҡында// Агидель. 2010. № 3. С.128-141.
  • Зиновьев А. «В глазах людей я вижу звезды» : стихи Факии Тугузбаевой удивительно лиричны и чисты / Александр Зиновьев // Молодёжная газета Республики Башкортостан. — 2010. — 14 янв. (№ 2). — С. 8.
  • Ситдикова Г. Моя доля из сада Факии : для поэта важнее всего биография души : [о пред. дет. секции Союза писателей Факие Тугузбаевой] / Гузель Ситдикова // Республика Башкортостан. — 2010. — 5 янв.
  • Ураҡсина Р. Рухи именлек һаҡсыһы // Ватандаш. — 2006. — № 3. — С. 116—122. — ISSN 1683-3554.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Мәк ялҡыны (1980)
  • Шаҡмаҡлы дәфтәр (1981)
  • Яңы күлдәк (1983)
  • Күҙ ҡараһы (1984)
  • Йондоҙ асам (1987)
  • Хлеб да соль (рус.) (1989)
  • Сәғәт моңо (1991)
  • Фатихамды бирәм һиңә (1994)
  • Болонда уйнай сәскәләр (1995)
  • Камень счастья: Стихи. — Уфа, Китап, 1998. (рус.)
  • Минең ҡошом — Һомай (2000)
  • Алтын асҡыс — бүләккә!: Шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2004.
  • Ваҡыт тамғалары: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2008. — 448 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1995)
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия (1993)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)[2]

2021 йылдың 25 декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева иҫтәлегенә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
башҡа сығанаҡтарҙа