26 октябрь
көнө
26 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 299-сы көнө (кәбисә йылында 300-сө). Йыл һуңына тиклем 66 көн ҡала.
26 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Мәктәп китапханалары көнө (октябрҙең дүртенсе дүшәмбеһе).
- Австрия: Республика көнө.
- Әзербайжан: Гранат көнө.
- Рәсәй: Гимнастика көнө.
- АҠШ: Ҡәйнә көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Имаҡов Таһир Ғилман улы (1895—14.11.1937), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр комиссары. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында һәм Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ширипина Елена Васильевна (1910—11.05.1981), СССР-ҙың балет артисы, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
- Ижбулдин Михаил Ирдуганович (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—2010 йылдарҙа Бөрө районы Шишмә урта мәктәбенең мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фәттәхова Фәриҙә Миңлемөхәмәт ҡыҙы (1960), Өфө ҡалаһы «Торлаҡ хужалығы идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһының директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Николай Грахов (1946), Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп рус телендә ижад итеүсе балалар шағиры һәм яҙыусыһы, йырсы-шағир (бард), журналист һәм тәржемәсе, 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Бельские просторы» журналының шиғриәт бүлеге мөдире. А. Н. Толстой исемендәге халыҡ-ара (2006), Степан Злобин һәм Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда «автор йырына» нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932—20.02.2010), журналист, 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (1908—5.02.1990), СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры.
- Гаврилова Зинаида Петровна (1948), малсылыҡ ветераны, 1970—2008 йылдарҙа Баймаҡ районы «Рассвет» хужалығы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бикеш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәхитов Рауил Сәми улы (1929—6.11.2000), ғалим-физик‑химик. 1986—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Пешку ҡасабаһынан.
- Шакиров Сәғит Хәсән улы (1929—2011), хужалыҡ эшмәкәре. 1979–1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Материаль-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Бикмәтов Альберт Әлмир улы (1964), спортсы. 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең йыйылма командаһы ағзаһы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәйфетдинов Эмиль Дамир улы (1989), спортсы. 2007 йылдан спидвей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). Европа чемпионы (2014–2015), донъя чемпионатының бронза призёры (2009). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Әхмәҙуллина Хәмиҙә Миңвәли ҡыҙы (1959), ғалим-гигиенист‑эпидемиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1909: Ито Хиробуми, Японияның беренсе премьер-министры.
- 1973: Семён Будённый, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре.
- 1942: Низам Ҡәрипов, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы.