29 июнь
көнө
29 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 180-се (кәбисә йылында 181-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 185 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2019 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлиев Хәлил Хәбибулла улы (29.06.1947), Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Ғатауллин Рауил Ғибат улы (29.06.1947), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (2001). 1998 йылдан Башҡорт дәүләт университетының немец филологияһы кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (29.06.1893—6.04.1946), табип-хирург, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1919-1928 йылдарҙа БАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.
- Бадер Отто Николаевич (29.06.1903—2.04.1979), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1964). Шүлгәнташ мәмерйәһен тикшереүселәрҙең береһе.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Парфёнов Пётр Семёнович (29.06.1894—29.07.1937), рус совет яҙыусыһы һәм шағиры, дипломат, хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Партизан гимны» («По долинам и по взгорьям») йырының авторы.
- Нелюбин Иван Яковлевич (29.06.1914—8.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Зәйнәшев Нәҙим Карам улы (29.06.1929, ғалим-инженер‑электрик, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник (1970) һәм иҡтисад фәндәре (2000) докторы, профессор (1977). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Варзитамаҡ ауылынан.
- Асмаев Славик Михайлович (29.06.1954), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1975—1990 йылдарҙа Мари филармонияһының «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамбленең балет артисы, 2014 йылдан — художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1995), Мари АССР-ының халыҡ (1988) артисы. Марий Эл Республикаһының Олык Ипай исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1998). 2‑се дәрәжә «Марий Эл алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Бахтыбай ауылынан.