8 ғинуар
көнө
8 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 8-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 357 көн ҡала (кәбисә йылында 358).
8 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1851: Ерҙең үҙ күсәре тирәһендә әйләнеүенә физик иҫбатлау алына.
- 1861: «Вокруг Света» журналының тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1918: Ҡазанда 2-се Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезы эш башлай.
- 1998: Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалы асыла, 2005 йылдан — үҙ аллы Нефтекама дәүләт филармонияһы.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зәйниев Гельсий Зәйни улы (1940), журналист, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе. 1967 йылдан Йошкар-Ола ҡалаһында нәшер ителгән «Марий коммуна» («Мари коммунаһы») гәзите хеҙмәткәре, 1971 йылдан — бүлек мөдире, 1975 йылдан — яуаплы секретарь; 1991 йылдан «Кече» («Кесе») журналының, 1993—2005 йылдарҙа «Ончыко» («Алға») журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1978). Марий-Эл Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (2005), М. А. Кастрен фин мәҙәни йәмғиәте премияһы (2002) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Савиных Галина Васильевна (1940), мәғариф ветераны. 1969—1995 йылдарҙа Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
- Ғиниәтуллина Миләүшә Хизбулла ҡыҙы (1955), ғалим-химик, хужалыҡ эшмәкәре. 1980 йылдан «Сода» йәмғиәтенең үҙәк лабораторияһы инженеры, 1987 йылдан — йәмғиәттең фәнни-технологик үҙәк лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәли Соҡорой (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 1826—10.12.1889), башҡорт суфый шағиры.
- Гудков Георгий Фёдорович (1916—24.12.1995), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).
- Моратов Йәүҙәт Әхнәф улы (1951—13.02.2021), музыкант-баянсы. 1970 йылдан (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленың баянсы-концертмейстеры, шул иҫәптән 1994—1995 йылдарҙа музыка етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡалмаш ауылынан.
- Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы (1966), йырсы (меццо сопрано). 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡалаһы, Италия, 1994), шулай уҡ күп кенә халыҡ-ара конкурстар дипломанты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бутырин Сергей Иванович (1912—1996), тау инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, миномёт полкы командиры урынбаҫары һәм командиры, гвардия подполковнигы (1946). 1957—1971 йылдарҙа «Башуглеразрезстрой» («Кумертаустрой») тресы идарасыһы, 1972—1987 йылдарҙа Күмертау тау-механика техникумы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1944, 1945, 1945), ике Александр Невский (1943, 1944), 1-се (1985) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Заһир Исмәғилев (1917—30.05.2003), композитор, педагог, йәмәғәтсе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1954—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы идараһы рәйесе. Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын ойоштороусы һәм уның тәүге ректоры (1968—1988). Профессор (1977). СССР-ҙың (1982), РСФСР-ҙың (1968), Башҡорт АССР-ының (1963) халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955). РСФСР-ҙың Глинка исемендәге дәүләт премияһы (1973), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1966), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия (1996) лауреаты. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1987), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), Халыҡтар Дуҫлығы (1977), «Почёт Билдәһе» (1949), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997), Салауат Юлаев (2000) ордендары кавалеры.
- Байегетов Нурбәк Хәлис улы (1932), ауыл хужалығы ветераны. 1944—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы, инженер-механигы, ферма мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мозаһитов Риф Имам улы (1932—21.08.2016), театр актёры. 1960—1975 һәм 1992—2004 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1992 йылдарҙа хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).
- Мәҡсүтова Сулпан Фәйзрахман ҡыҙы (1942), педагогик хеҙмәт ветераны. Күмертау ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары, 9-сы мәктәптең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәсәнов Илмир Йосоп улы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Мусина Рәзифә Әүхәҙи ҡыҙы (1957), мәғариф ветераны. Ҡариҙел районы Урғыш ауыл лицейы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байғужин Һөйөндөк Садиҡ улы (1939—2000), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1999 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр совхозы тракторсыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.
- Кирсанов Станислав Николаевич (1939—23.08.2017), спортсы. Бокс буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1965), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1963), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996), халыҡ‑ара категориялы судья (1986). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1964—1966). Олимпия уйындарында судья (1996, 2000).
- Юлай Ғәйнетдинов (1954), ҡурайсы, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002).
- Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (1969), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1867: Эмили Болч, АҠШ иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1902: Карл Роджерс, АҠШ психологы.
- 1935: Элвис Пресли, АҠШ йырсыһы, актёр.
- 1947: Дэвид Боуи, Бөйөк Британияның рок йырсыһы.
- 1978: Илшат Шабаев, Рәсәй бейеүсеһе, хореограф, мюзиклдар артисы.
- 1982: Гүзәл Уразова, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1642: Галилео Галилей, Италия физигы, астроном.
- 1993: Хөсәйен Әхмәтов, СССР композиторы.