Искәндәров Әхмәт Гәрәй улы

Искәндәров Әхмәт Гәрәй улы (1 ғинуар 1949 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Зәйнәб Биишева исемендәге мәрхәмәтлек фонды президенты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2014).

Искәндәров Әхмәт Гәрәй улы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Күгәрсен районы, Түбәнге Һаҙ ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог, йәмәғәт эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Гәрәй улы 1949 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. Ул юғары белемле, 1985 йылда «башҡорт теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1969—1970 йылдарҙа Күгәрсен районы Иҫәнғол балалар музыка мәктәбенең баян класында уҡытыусы була. 1970—1972 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1972—1975 йылдарҙа — Ейәнсура районы Иҫәнғол балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. 1975—1985 йылдарҙа — Күгәрсен районы Мораҡ балалар музыка мәктәбе директоры. 1985—1987 йылдарҙа — Күгәрсен районы Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1995—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының мәғариф буйынса республика уҡыу-методик үҙәге директоры. 2001 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының урта махсус уҡыу йорттарының Директорҙар советы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлылар төбәк советы ағзаһы, Рәсәйҙең урта махсус уҡыу йорттары директорҙары съезы делегаты[1].

Ғилми эш менән шөғөлләнә, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүәсе. Диссертацияһының тикшеренеүҙәрен төп положениелары 23 баҫтырылған ғилми эштәрҙә сағылыш тапҡан. Әхмәт Гәрәй улы редакцияһы аҫтында музыкаль, фәнни-методик әҙәбиәт, уҡыу пландары һәм программалары йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениеларының уҡыу процесында уңышлы ҡулланылған башҡорт музыкаһы тарихы буйынса уҡыу ҡулланмаһы булдырылды[2].

Ҡатыны Искәндәрова Ф. Р. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире; улы Рәмзис — Өфө ҡалаһы хакимиәтендә юрист; ҡыҙы Айгөл — Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтендә юрист; Айнур улы — бер нисә халыҡ-ара баянсылар конкурсы лауреаты.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеүенең 40 йыллығына арналған художестволы ижад лауреаты миҙалы (1985).

СССР Мәҙәниәт министрлығының «За отличную работу» значогы (1988).

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия (2015).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә