3 июль
дата
3 июль — григориан стиле буйынса йылдың 184-се (кәбисә йылында 185-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 181 көн ҡала.
3 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Беларусь: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Алтай Республикаһы: Республика ойошторолған көн.
- Хаҡас Республикаһы: Республика ойошторолған көн.
- Рәсәй: ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1936: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ) ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Патраков Александр Фёдорович (1910—15.07.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы айырым сапер батальонының взвод командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Светлана Панасенко (1945), журналистика ветераны, яҙыусы. 1977—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Аудитория» күп тиражлы гәзите мөхәррире. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы, 2017 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Һарытау ҡалаһынан.
- Гвоздик Татьяна Анатольевна (1960), Архангел районы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең элекке етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йәмәлиев Альберт Мәғсүм улы (1942), ғалим-үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (1913—31.03.1989), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районының Киров исемендәге колхозының йылҡысылыҡ фермаһы мөдире. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).
- Әхмәтов Хәмзә Рәис улы (1958—13.10.2007), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2000—2007 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы (1924—31.07.2006), ғалим-офтальмолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
- Торомтаев Йәүҙәт Мифтах улы (1949), юрист, 2000–2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры. Юстицияның III класлы дәүләт советнигы. Рәсәй прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Утарбай ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1962: Том Круз, АҠШ актёры, режиссёр, продюсер, сценарист.
- 1845: Фёдор Дубасов, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби-диңгеҙ флоты эшмәкәре, генерал-адъютант, адмирал.
- 1850: Альфредо Кейль, Португалия композиторы, илдең дәүләт гимны авторы, сығышы менән Германиянан.
- 1875: Фердинанд Зауэрбрух, Германия хирургы, күкрәк хирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1895: Марк Рейзен, йырсы, Ҙур театр солисы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 1900: Алессандро Блазетти, Италия кинорежиссёры.
- 1900: Маргарита Рудомино, СССР-ҙың китапхана белгесе, хәҙер уның исемен йөрөткән Сит ил әҙәбиәте китапханаһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе етәксеһе.
- 1920: Николай Месяцев, дәүләт эшмәкәре, 1964—1970 йылдарҙа СССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
- 1924: Владимир Богомолов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1925: Марк Орлов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист.
- 1925: Анатолий Эфрос, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, педагог.
- 1935: Харрисон Шмитт, Америка астронавы.
- 1955: Ирина Моисеева, СССР фигуристкаһы, боҙҙа бейеү буйынса ике тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы.
- 1960: Винс Кларк, Британия музыканты, йырҙар авторы.
- 1960: Хокан Лооб, Швеция хоккейсыһы, олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965: Конни Нильсен, Дания актрисаһы.
- 1970: Сергей Бадюк, СССР һәм Рәсәй актёры, спортсы, йәмәғәтсе.
- 1970: Теему Селянне, Финляндия хоккейсыһы.
- 1980: Лиза Оливия Манн, АҠШ-тың кино актрисаһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1883: Франц Кафка, немец телле яҙыусы, чех философы.
- 2016: Суфиян Поварисов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.