4 апрель
көнө
4 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 94-се (кәбисә йылында 95-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 271 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Сенегал: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1719: Рәсәй империяһында Ладога каналын төҙөү башлана.
- 1785: Бөйөк Британия уйлап табыусыһы Эдмунд Картрайт аяҡтар ярҙамында эшләүсе туҡыу станогына патент ала.
- 1850: Лос-Анджелесҡа ҡала статусы бирелә.
- 1945: Венгрия фашизмдан азат ителә.
- 1959: Судан менән Сенегал берләштерелгән дәүләт төҙөй (бер йылдан һуң тарҡала).
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әсхәҙуллин Әхмәт Мөхтәр улы (1895—27.11.1937), партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы финанс, 1931—1932 һәм 1935—1937 йылдарҙа ер эштәре халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең икенсе урынбаҫары. 1932—1935 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында тәьминәт буйынса яуаплы сәркәтип, совет сауҙаһы бүлеге етәксеһе, өлкә комитет ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, сәйәси золом ҡорбаны.
- Тәнзилә Хисамова (1945), театр артисы. 1966—1980 йылдарҙа һәм 1990 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Ибраһимов Әсхәт Ғабдрахман улы (1950), ғалим-химик органик. 1992 йылдан Өфөләге хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2003) һәм А. М. Бутлеров исемендәге премия (2009) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Күктал ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы (1861—19.09.1918), башҡорт мәғрифәтсе-шағиры. Ғәли Соҡоройҙың улы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (1957), ғалим-табип-офтальмолог, медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (1933), дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII, VIII һәм X саҡырылыш Юғары Советы, РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).
- Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы (1933), социолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Арыҫланбәк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Госачинская Людмила Александровна (1949), керамика оҫтаһы, педагог. 1978—1987 йылдарҙа Өфөләге Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы, 1993—2011 йылдарҙа Иглин ауылы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2004 йылдан алып Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡытыусыһы. 1997 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайы Борзя ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1780: Эдвард Хикс, АҠШ рәссамы.
- 1875: Пьер Монте, Франция дирижёры.
- 1890: Антонина Колотилова, рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1900: Юрий Васнецов, СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанан сәнғәт эшмәкәре (1946) һәм халыҡ рәссамы (1966).
- 1910: Юрий Герман, СССР яҙыусыһы, киносценарист, Сталин премияһы лауреаты (1948). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1915: Мария Скворцова, СССР-ҙың кино актёры.
- 1932: Андрей Тарковский, кинорежиссёр, сценарист.
- 1960: Богдан Макуц, СССР гимнасы, олимпия (1980) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1929: Карл Бенц, Германия инженеры, уйлап табыусы, автомобиль эшләп сығарыуға нигеҙ һалыусы.
- 2012: Хәкимйән Зарипов, башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1999).