12 июнь
көнө
12 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 163-сө (кәбисә йылында 164-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 202 көн ҡала.
12 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2022 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
- Ер: Балалар хеҙмәтен ҡулланыуға ҡаршы көрәш көнө.
- Ҡурсаҡ көнө.
- Противогаздың тыуған көнө.
Милли
- Рәсәй: Һыра ҡайнатыусылар көнө (июндең икенсе шәмбеһе).
- Мебель яһаусы оҫталар көнө (июндең икенсе шәмбеһе).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1849: Противогазға патент алына.
- 1920: Панама каналы рәсми асыла.
- 1941: Өфө авиация техникумы эшләй башлай, 2012 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты составында.
- 1955: Хәҙерге Яҡут (Саха) Республикаһы биләмәләрендә ҙур алмаз ятҡылығы табыла.
- 1990: «Матбуғат һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары тураһында» тигән закон менән СССР-ҙа цензура бөтөрөлә.
- 1990: РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Орсаев Егор Орсаевич (1910—25.09.1951), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғәли Хәмзин (1950—15.11.2009), йырсы. 1981—2009 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2000 йылға тиклем «Йәдкәр» фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1997) һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Краснодар, 1985); Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), «Берҙәмлек» халыҡ-ара фольклор фестивале (Өфө, 1993) дипломанты.
- Шәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы (Мәҡсүт Шәрәф; 1950), журналистика ветераны. 1986 йылдан Йәрмәкәй район гәзите мөхәррире урынбаҫары, 2007 йылдан «Ермекеевские новости» гәзитенең башҡорт телендә сыҡҡан «Етегән» ҡушымтаһы мөхәррире. 1987—1989 йылдарҙа Йәрмәкәй район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (1866—30.10.1913), уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы урыҫ-башҡорт училищеһы мөдире. «Тырышлыҡ өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).
- Мостафин Миҙхәт Әхмәтсафа улы (1931), юғары мәктәп ветераны, ғалим-хирург-онколог. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1964), доцент (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Күҙәй ауылынан.
- Яровая Татьяна Ивановна (1951), хеҙмәт ветераны. 1979 йылдан Өфөләге 49-сы поликлиниканың шәфҡәт туташы һәм өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районынан.
- Степашина Антонина Владимировна (1956), ауыл хужалығы ветераны һәм алдынғыһы. 1977 йылдан Стәрлетамаҡ районы Николаевка һөт-тауар фермаһы иҫәпсеһе, 1983 йылдан — ферма мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғабдрахманова Әниә Фәүзи ҡыҙы (1961), ғалим-офтальмолог. 1993 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1998 йылдан — бүлек етәксеһе, 2006 йылдан — директор урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Йөгәмеш ауылынан.
- Йосопова Альбина Сәғит ҡыҙы (1961), муниципаль хеҙмәт ветераны. 2001 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2014—2017 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (1932—5.07.2009), педагог, яҙыусы, 1952-1992 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Лопухова Ольга Борисовна (1952), драма актёры, 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1908—15.02.1994), театр актёры, режиссёр һәм драматург. 1938 йылдан СССР Театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
- Туйсина Флүрә Париж ҡыҙы (12.06.1958), йырсы. 1975—1992 йылдарҙа Баймаҡ районы Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе һәм директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ауылдан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ферапонтов Владимир Петрович (1909—18.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы (1924—29.09.2007), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Машкин Александр Петрович (1944), элемтә тармағы ветераны, Күмертау район-ара электр элемтәһе үҙәгенең элекке директоры. 2006—2008 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Русакова Галина Александровна (1949), табип-педиатр, Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1890: Эгон Шиле, Австрия рәссамы һәм графигы, экспрессионизм вәкиле.
- 1915: Владимир Магницкий, СССР-ҙың ғалим-геофизигы, академик.
- 1915: Дэвид Рокфеллер, АҠШ банкиры, дәүләт эшмәкәре.
- 1920: Лазарь Карелин (төп фамилияһы Кац), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1950: Вячеслав Полунин, клоун, режиссёр, актёр, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2001).
- 1955: Анатолий Белкин, СССР һәм Рәсәйҙең хоҡуҡ белгесе, шағир һәм эрудит, «Что? Где? Когда?» телевизион уйынында ҡатнашыусы.