17 март
көнө
17 март — григориан стиле буйынса йылдың 76-сы (кәбисә йылында 77-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 289 көн ҡала.
17 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ирландия: Изге Патрик көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1775: Императрица Екатерина II Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан 4 мең ат йыйыу тураһында указға ҡул ҡуя.
- 1918: Өфө ГубЧК-һы (Өфө губернаһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы) ойошторола.
- 1930: Дәүләкән район гәзите сыға башлай.
- 1950: Менделеевтың периодик таблицаһындағы 98-се химик элемент – калифорний асыла (1950).
- 1960: Японияла төрлө төҫтәге фломастерҙар һатыла башлай.
- 1991: СССР-ҙа Бөтә Союз референдумы үткәрелә, унда ҡатнашыусыларҙың дүрттән өс өлөшө СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ильин Сергей Семёнович (1905—1978), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1957—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ботаника кафедраһы мөдире, 1966—1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1952), профессор (1952). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡсубай районы Сөнчәләй ауылынан.
- Никифоров Алексей Фёдорович (1915—21.03.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Пашков Алексей Фёдорович (1920—15.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөнир Ҡунафин (1971), журналист, шағир. 2020 йылдан «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. 2005 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гулеватый Кирилл Дмитриевич (1912—18.10.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, еңел артиллерия полкы командиры, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Нортенко Василий Иванович (1922—2.04.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк взводы командиры, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Украинаның Чаплино станицаһынан, һуғыштан һуң Туймазы ҡалаһында йәшәй.
- Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы (1947), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999-2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостандың (1997) һәм Рәсәйҙең (2000) атҡаҙанған табибы.
- Петров Олег Юрьевич (1967), спортсы, бобслей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Антоний III (донъяуи исеме Храповицкий Алексей Павлович; 1863—10.08.1936), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1900—1902). Дини тәғлимәт фәндәре докторы (1890). Архиепископ (1902), архимандрит (1890).
- Осипенко Леонид Иокинфович (1918—24.05.1989), инженер-технолог, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1962—1969 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин ордены кавалеры (1970). Ҡытайҙың Харбин ҡалаһында тыуған.
- Рудольф Нуриев (1938—6.01.1993), билдәле балет артисы, балетмейстер, дирижер. Йәштәр һәм студентттарҙың бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959), Почётлы легион, Сәнғәт һәм әҙәбиәттең командор ордендары кавалеры, Австрияның почётлы гражданы.
- Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы (1948), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012). Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1993).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Губин Виктор Евдокимович (1919—3.09.1996), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Өфө нефть институтының беренсе ректоры (1954—1964). Техник фәндәр докторы (1973), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы (1944), рәссам. СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1983).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1892: Бельцова Александра Митрофановна, Латвия һәм СССР рәссамы,
- 1925: Юлия Борисова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1945: Владислав Пази, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры.
- 1995: Елизавета Арзамасова, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1995: Анастасия Мартюшева, Рәсәй фигурисы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1956: Ирен Жолио-Кюри, Франция физигы, 1935 йылғы Нобель премияһы лауреаты.