18 июнь
көнө
18 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 169-сы (кәбисә йылында 170-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 196 көн ҡала.
18 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
- Әзербайжан: Кеше хоҡуҡтары көнө.
- Мысыр: Эвакуация көнө.
- Сейшель Утрауҙары: Конституция көнө.
- Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Хәрби транспорт бәйләнештәре хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Усманов Ғиндулла Ғариф улы (1875—1956), шағир-импровизатор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ғүмәр ауылынан.
- Усманов Ғәлимйән Усман улы (1880—10.05.1974), педагог, мәғариф эшмәкәре. 1932—1952 йылдарҙа Благовар районының Күсәрбай урта мәктәбе директоры. 1904—1905 йылғы рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Һынны ауылынан.
- Ведерников Николай Степанович (1925—29.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Латышева Наталья Александровна (1945), музыкант, педагог. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Измайлова Гузәл Мансаф ҡыҙы (1955—15.12.2012), йырсы, 2000—2012 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (1955), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995—1997 йылдарҙа институттың Сибай лабораторияһы мөдире, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2012—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).
- Әмирханова Лилиә Риф ҡыҙы (1960), ғалим-иҡтисадсы. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әминов Рим Фәйзрахман улы (1941), театр актёры, 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы (1923—18.05.2004), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1951 һәм 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Илеш районының «Искра» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының алтынсы сығарылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1967).
- Савельев Владимир Иванович (1933), хужалыҡ эшмәкәре, инженер-механик. 1978—1995 йылдарҙа Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы директоры. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы (1999). Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһенең Богородицк ҡалаһынан.
- Зәйнетдинов Рәшит Сәйфетдин улы (1938—18.12.2015), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Карнаухов Михаил Николаевич (1889— 8.01.1971), ғалим-фтизиатр. 1939—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. 1939—1949 йылдарҙа Башҡортостан Фтизиатрҙар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре кандидаты (1949). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ленин (1953) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободской ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1845: Шарль Луи Альфонс Лаверан, Франция физиологы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1849: Эммануэль Райхер, Германия актёры, Берлиндағы Драма сәнғәтенең юғары мәктәбен ойоштороусы.
- 1905: Леонид Лавровский, балет артисы, балетмейстер, хореограф һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1942: Пол Маккартни, музыкант, «The Beatles» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе.
- 1950: Евгений Витковский, СССР һәм Рәсәйҙең фантаст яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе.
- 1965: Ким Диккенс, АҠШ актрисаһы.
- 1975: Мартен Сен-Луи, Канада хоккейсыһы, Стэнли Кубогы эйәһе, 2014 йылғы Олимпия чемпионы.
- 1976: Максим Галкин, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада артисы.
- 1985: Алекс Хирш, АҠШ-тың аниматор-рәссамы, продюсер, «Гравити Фолз» мультсериалы авторы.
- 1995: Максим Ковтун, фигурист, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1967: Ишбулатов Рәхим Усман улы, рәссам, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).