Ҡуштирәк (рус. Куштиряково) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Ҡуштирәк ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 345 кеше булған[2]. Почта индексы — 452663, ОКАТО коды — 80207831001.

Ауыл
Ҡуштирәк
башҡ. Ҡуштирәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы

Ауыл биләмәһе

Ҡуштирәк ауыл Советы

Координаталар

55°01′08″ с. ш. 53°24′42″ в. д.HGЯO

Халҡы

345[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452663

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 831 001

ОКТМО коды

80 607 431 101

ГКГН номеры

0522409

Ҡуштирәк (Рәсәй)
Ҡуштирәк
Ҡуштирәк
Ҡуштирәк (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡуштирәк

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 4050 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 95 км

Ҡуштирәк ауылы Кама йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 40 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Археологик ҡаҙылмалар

үҙгәртергә

Б. э. т. II меңйыллыҡта, бронза осоронда Урта Волга районынан Көньяҡ Уралға малсылыҡ йәки бура мәҙәниәте ҡәбиләләре күсеп инә. Уларҙың үҙенсәлекле ерләү йолаһынан — вафат булған ырыуҙаштарын ҡурған аҫтында ағас бураларҙа ерләүҙәренән бура мәҙәниәте исемен алған. Баҡалы районында ла улар ҡалдырған ҡәберлектәр һәм ауылдар билдәле. Ҡуштирәк ауылында көслө ямғырҙан һуң юл буйындағы бура мәҙәниәте осоро ҡәберендә өс балсыҡ көршәк һәм кеше һөйәктәре табыла. Унан алыҫ түгел икенсе ҡәберҙә 60 см тәрәнлектә башы менән төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратылып, терһәктән бөгөлгән ҡулдары баш һөйәге янына һалынған, аяҡтары бөгөлгән һәм һул ҡабырғаһында ятҡан бала һөлдәһе табыла. Баш һөйәгенең һул яғында тешле биҙәкле төбө яҫы бәләкәй көршәк ятҡан була. Бындай ҡәберҙәр ауылдан алыҫ түгел, көнсығышҡа табан 400-500 метрҙа урынлашҡан. Был урында ярым ер өйө рәүешендәге бик ҙур торлаҡ тикшерелгән. Торамала күп һанда балсыҡ һауыт ҡалдыҡтары табылған. Ҡуштирәк ауылы уртаһындағы зыяратҡа күмелгән кешеләр үҙҙәренең эш һәм һунар ҡоралдарын бронза һәм һөйәктән эшләгән[4].

Ҡуштирәктә тағы ике ҡәбер тикшерелгән. Һөлдәләре, ҡулдары һәм аяҡтары һуҙылған килеш, салҡан, башы менән көнбайышҡа ҡаратып һалынған. Башын көнбайышҡа бороп б. э. т. мең йыллығы аҙағында Көньяҡ Урал буйына пәйҙә булған төрки күскенселәре үҙҙәренең мәрхүмдәрен шулай ерләгән. Б. э. II мең йыллығы башында улар мәрхүмдәрҙе әйберҙәре менән ерләүҙе тыйған мосолман динен ҡабул иткән. Тикшерелгән ҡәберҙәр Көньяҡ Урал халҡы араһында мосолман дине киң таралған осорға ҡарай[5].

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

1921 һәм 1924 йылдар араһында Бәләбәй кантоны территорияһында Ҡуштирәк ауылына нигеҙ һалынған.

1925 йылда 73 хужалыҡ иҫәпләнгән[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Ҡуштирәк ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 529
1959 йыл 15 ғинуар 483
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 416
2002 йыл 9 октябрь 422
2010 йыл 14 октябрь 345 159 186 46,1 53,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл

үҙгәртергә

Ҡуштирәк ауылы – М. Г. Хәсәнов исемендәге Ауыл хужалығы етештереү кооперативының үҙәк усадьбаһы. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7][8].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Хәсәнов урамы (рус.  Хасанова (улица)
  • Гагарина урамы (рус.  Гагарина (улица)[10]

.

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  4. География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
  5. https://infourok.ru/uchebnoe-posobie-geografiya-bakalinskogo-rayona-1795021.html География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
  6. Ҡуштирәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  8. Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
  9. Уфимский государственный татарский театр «Нур». Офиициальный сайт.
  10. Улицы Куштиряково