Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы
Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы (1 ғинуар 1920 йыл — 23 апрель 1995 йыл) — актёр, режиссёр. РСФСР сәнғәтенең атҡаҙанған эшмәкәре (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957)[1].
Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1920 |
Тыуған урыны | Иҫке Исай ауылы, Иҫке Исай ауыл Советы (Нуриман районы), Нуриман районы |
Вафат булған көнө | 23 апрель 1995 (75 йәш) |
Һөнәр төрө | актёр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәтхелислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов 1920 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Исай ауылында тыуған.
1940 йылда Башҡорт театр-художество училищеһының Х. Бохарский һәм Г. С. Саттаров класын тамамлай. Шул уҡ йылда Дәүләкән театрында актёр булып эш башлай[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1940 йылда Нуриман районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла. Ғәләүетдинов Фәтхелислам ефрейтор дәрәжәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
1947 йыл — Ҡыйғы театры актёры, режиссёры, баш режиссёры.
1948 йыл — Ҡыйғы колхоз-совхоз театрында Апушкиндың «Салауат, йәки бер ус көл» («Салават, или Горсть пепла») пьсаһын сәхнәгә ҡуйып, режиссёрлыҡ эшмәкәрлеген башлай. Режиссёр булараҡ, социаль-көнкүреш театры принциптарына таянып эшләй, уларҙы милли традициялар менән байыта.
1949 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 1952 йылдан — Салауат башҡорт драма театрында эшләй. Нәжиб Асанбаевтың «Беҙгә егеттәр килде», Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәровтың «Ирәндек», Назар Нәжмиҙең «Саҡырылмаған ҡунаҡ» пьесалары буйынса ҡуйған спектаклдәренә лирика һәм экспрессия хас.
1953 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
1961 йыл — Ленинград ҡалаһында РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте (ВТО) эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курсында уҡый.
1967—1987 — Сибай башҡорт драма театрында эшләй.
Ғәләүетдинов Фәтхелислам тыуҙырған образдар хисле һәм илһамлылы. Актёр һәм режиссёр булараҡ, Фәтхелислам Ғәйнислам улы персонаждарҙың эске донъяһын асыуға айырыуса иғтибар итте[3][4].
Репертуары
үҙгәртергә- Салауат Юлаев («Салауат Юлаев» пьесаһы, Я. В. Апушкин һәм Б.Бикбай)
- Ниязғол-бай (Һ.Л.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса Л. В. Вәлиев постановкаһы)
- Байтирәков («Утлы өйөрмә» — «Огненный вихрь» Ә. М. Мирзаһитов)
- Рәсүлев («Ихлас әңгәмәләр» — «Задушевные беседы» Н. Асанбаев һәм Ф. А. Әсәнов)
Сибай драма театрындағы постановкалар:
- «Зимагорҙар» һәм «Һаҡмар» — С. М. Мифтахов
- «Байрамбикә» — Р. С. Янбулатова
- «Зәйтүнгөл» — Н.Асанбаев[5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1955, 1970)[6].
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[7][8]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Салават Юлаев. Энциклопедия ISBN 5-88185-054-8
- Дорога памяти. ГАЛЯУТДИНОВ ФАТХЛИСЛАМ ГАЙНИСЛАМОВИЧ 2021 йыл 9 октябрь архивланған.
- Память народа. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
- ↑ Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
- ↑ Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Дорога памяти. ГАЛЯУТДИНОВ ФАТХЛИСЛАМ ГАЙНИСЛАМОВИЧ 2021 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ Память народа. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович