Шишмә районы
Шишмә районы (рус. Чишминский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Шишмә эшселәр ҡасабаһы. Районда 32321 кеше йәшәй.
Шишмә районы рус. Чишминский район | |
---|---|
![]() |
![]() |
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 16 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Шишмә ҡасабаһы |
Халыҡ һаны | 32321 кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | {{{density}}} |
Майҙаны | 1692 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
Автомобиль коды | 02, 102 |
![]() |
Йөкмәткеһе
Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә
Дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәреҮҙгәртергә
- Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы (7.08.1948), дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостандың Мотофедерацияһы президенты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сафар ауылынан[1].
- Ғайсин Хәлит Ғәлиәхмәт улы — Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
- Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (24.07.1917) — дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962-1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970-1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9 саҡырылыш (1967-1980) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының Почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Благовар районының Яңы Һынташ ауылынан.[2].
- Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы (26.09.1908—14.06.1952), ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1952 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Түбәнге Тирмә ауылынан[3].
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4.04.1933), дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII, VIII һәм X саҡырылыш Юғары Советы, РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҮҙгәртергә
- Байбурин Фәүзи Зәки улы (24.01.1943), хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы I ранг капитаны. Ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990)[4].
ҒалимдарҮҙгәртергә
- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.03.1938), ғалим-урыҫ теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). 1996—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге урыҫ тел ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Шишмә эшселәр ҡасабаһынан[5].
- Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (10.08.1898—8.08.1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1952—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылдан 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының медик-санитария эскадронының хирургия взводы командиры. Медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР‑ҙың (1958) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡаҙанған табибы. 1‑се (1945) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Яңауыл ауылынан[6].
- Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы (3.02.1959), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011). Яңауыл ауылынан[7].
- Куликов Геннадий Григорьевич (9.08.1948), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор. (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992). Горный ауылынан[8].
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәтҮҙгәртергә
АртистарҮҙгәртергә
- Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы
- Уразмәтов Әхәт Сәлих улы
- Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы
- Нафиҡова Асия Закуан ҡыҙы
КомпозиторҙарҮҙгәртергә
ЙырсыларҮҙгәртергә
- Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы (23.02.1906—5.10.1983), йырсы (лирик сопрано), уҡытыусы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).
- Ҡудашева Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы
Шағирҙар һәм яҙыусыларҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Справочный портал Кто есть кто в РБ → Карточка персоны: Бикбулатов Махмут Мухамметович (рус.) (Тикшерелгән 6 август 2018)
- ↑ Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. (рус.) (Тикшерелгән 21 июль 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы (Тикшерелгән 22 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Байбурин Фәүзи Зәки улы (Тикшерелгән 21 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (Тикшерелгән 1 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (Тикшерелгән 16 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы (Тикшерелгән 27 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Куликов Геннадий Григорьевич (Тикшерелгән 7 август 2018)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Шишмә районы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 27 ғинуар 2019)