Электротехника
Электроте́хника — техниканың электр энергияһын эшләп сығарыу, таратыу, үҙгәртеү һәм ҡулланыу менән бәйле өлкәһе. Уға шулай уҡ — электрон компоненттар, электрон схемалар һәм ҡоролмаларҙы, техник системаларҙы уйлап сығарыу, эксплуатациялау һәм оптимизациялау ҙа инә [1].
Электротехника | |
![]() | |
Название с огласовками | הַנְדָּסַת חַשְׁמַל |
---|---|
Код CIP | 14.1001 |
![]() |
Электротехника тип ғәмәлдә ҡулланыу өсөн электр һәм магнит күренештәрен ҡулланыуҙы өйрәнеүсе техника фәнен атайҙар[3][4][5]. Электротехника XIX быуат аҙағында физиканан үҙаллы фән булараҡ айырылып сыҡҡан. Хәҙерге заманда фән булараҡ электротехника түбәндәге фән тармаҡтарынан тора: электромеханика, ТОЭ, светотехника, көс электроникаһы. Бынан тыш электротехникаға энергетиканы ла индерәләр[3], законға ярашлы классификация[6] энергетиканы айырым техника фәне тип ҡарай. Электротехниканың көсһөҙ токлы электрониканан иң ҙур айырмаһы шунда - электротехника көслө ҙур габаритлы электрон компоненттар менән бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнә( электр тапшырыу линиялары, электр приводтары); ә электрониканың төп компоненттары булып компьютерҙар һәм башҡа интеграль схемалар нигеҙендәге ҡоролмалар, шулай уҡ интеграль схемалар үҙҙәре тора[7]. Икенсе мәғәнәлә электротехникала төп мәсьәлә — электр энергияһын тапшырыу булһа, аҙ көслө электроникала — информацияны тапшырыу тора.
ТарихҮҙгәртергә
Яңы тарихта магнетизм һәм электричество күренештәрен тәү башлап өйрәнеүсе— инглиз ғалимы Уильям Гильберт (1544–1603)[8]. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, Михаил Васильевич Ломосносов электричество менән бәйле тәжрибәләр үткәрә башлай[9].
Электротехниканы үҫтереү нигеҙҙәре киң эксперименталь тикшеренеүҙәргә, электричество һәм магнетизм теорияһын булдырыуға бәйле. Электричество XIX быуатта вольт бағаналары уйлап сығарылғас, киң ҡулланыла башлай, был бығаса асылған закондарҙы ғәмәлдә ҡулланырға һәм уларҙы тәрәнерәк тикшерергә мөмкинлек бирә. Был осорҙа электротехника даими токта эшләй.
XIX быуат аҙағында алмаш ток ҡулланыла башлау һәм өс фазалы электр двигателен эшләп сығарыу электр энергияһын алыҫ араға тапшырыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә, электричество төрлө ерҙә сәнәғәткә индерелә, ә электротехника бер нисә бүлектән торған хәҙерге рәүешен ала, башҡа яҡын фәндәр һәм техника өлкәләренә тәьҫир итә башлай [5].
Thomas Edison, electric light and (DC) power supply networks
Károly Zipernowsky, Ottó Bláthy, Miksa Déri, the ZBD transformer
William Stanley, Jr., transformers
Galileo Ferraris, electrical theory, induction motor
Nikola Tesla, practical polyphase (AC) and induction motor designs
Mikhail Dolivo-Dobrovolsky developed standard 3-phase (AC) systems
Charles Proteus Steinmetz, AC mathematical theories for engineers
Oliver Heaviside, developed theoretical models for electric circuits
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Kaplan, Steven M. Wiley Electrical and Electronics Engineering Dictionary — Hoboken, New Jersey: John Wiley & Sons, Inc., 2004. — P. 234. — ISBN 978-0-471-40224-4.
- ↑ Yang, Sarah Smallest. Transistor. Ever. - Berkeley Lab (6 October 2016).
- ↑ 3,0 3,1 Научная библиотека Новосибирского государственного технического университета. Основы электротехники.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 июнь 2013. 15 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Мансуров Н. Н., Попов В. С. Теоретическая электротехника — изд. 9-е, исправленное. — М.-Л.: Издательство "Энергия", 1966. — 624 б.
- ↑ 5,0 5,1 [ Электротехника] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Высшая Аттестационная Комиссия Министерства образования и науки Российской Федерации. Справочные материалы.. Номенклатура специальностей научных работников, утвержденная приказом Минобрнауки России от 25.02.2009 № 59 с.8. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 июнь 2013. 15 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ What is the difference between electrical and electronic engineering?. FAQs - Studying Electrical Engineering. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 4 февраль 2005 тикшерелгән.
- ↑ publ.lib.ru/ARCHIVES/G/GIL'BERT_Uil'yam/_Gil'bert_U..html
- ↑ lomonosov.sinp.msu.ru/project/m-v-lomonosov-zachinatel-rossiyskoy-nauki
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Бессонов Л.А. Теоретические основы электротехники — М.: Высшая школа, 1967. — 775 б. — 75 000 экз.
- Бессонов Л.А. Теоретические основы электротехники. Электрические цепи — М.: Гардарики, 2002. — 638 б. — ISBN 5-8297-0026-3.
- Л. А. Бессонов. Теоретические основы электротехники. Электрические цепи. Издание девятое переработанное и дополненное. Москва, «Высшая школа», 1996
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Фото и Видео Викимилектә | |
Фото и Видео Викияңылыҡтарҙа |
- [ Электротехника] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ЭлектротехникаҠалып:Мёртвая ссылка — статья из Толкового словаря русского языка Ушакова
- Электротехника // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ЭлектротехникаҠалып:Мёртвая ссылка — статья из словаря по естественным наукам «Глоссарий.ру»
- [ Энергетическое и электротехническое образование в СССР] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Электротехническая отрасль
- Электротехника и Электроника
- Школа Электротехники
- Электротехника // electrono.ru
- Выставка электротехнической индустрии – «ЭЛЕКТРО-2013» в "ЭКСПОЦЕНТР"