14 апрель
көнө
14 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 104-се (кәбисә йылында 105-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 261 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- СССР Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Баш ботаника баҡсаһы ойошторола (1945).
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Русских Николай Андреевич (1920—16.05.1979), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.
- Маслов Владимир Петрович (1925—24.9.1988), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1980 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы, адмирал (1975). РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары кавалеры.
- Шәмсиә Нагаева (1940), йырсы, педагог. 1974—1983 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы балалар музыка мәктәбе директоры, 1990—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).
- Фәхретдинов Фәтхинур Әүлийәр улы (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1979—2004 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
- Хантимеров Фоат Ғәләүетдин улы (1950), дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры, 2002 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының I—V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
- Шәрипов Глүс Ләбиб улы (1950), ғалим-физик химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумының баш ғилми секретары, 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе урынбаҫары. Химия фәндәр докторы (1992), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Вәлитов Миҙхәт Хәбибулла улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1995—2002 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың элек Туҡай ауыл Советына ҡараған, хәҙер бөткән Шишмә ауылынан.
- Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (1955—10.05.2016), ғалим-математик. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының математик анализ кафедраһы, 2011—2016 йылдарҙа — математика һәм статистика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Юлдашев Марс Тимербулат улы (1937), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы һәм ҡоролтайҙың комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостандың (1992) атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлин Рәшит Ғата улы (1923—2012), педагог, Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр урта мәктәбенең 1963—1985 йылдарҙағы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Агиш Ғирфанов (1928—8.11.1999), башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Маркин Василий Андреевич (1928), Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының элекке водителе, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Субботина Лидия Вячеславовна (1958), педагог, Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбе уҡытыусыһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (1929—29.10.1997), цирк артисы, акробат, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) халыҡ артисы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1997). Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1695: Пьетро Гварнери, Италияның скрипка яһау оҫтаһы.
- 1870: Виктор Борисов-Мусатов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1870: Нариман Нариманов, Рәсәй империяһы, СССР һәм Әзербайжандың дәүләт эшмәкәре, табип, шағир һәм үҙешмәкәр артист.
- 1900: Ғүмәр Толомбай, СССР яҙыусыһы, Татарстандың юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- 1915: Пётр Глебов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1920: Ирина Ликсо, театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1925: Род Стайгер, АҠШ актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1930: Витаутас Жалакявичус, кинорежиссёр, сценарист, РСФСР һәм Литва ССР-ының халыҡ артисы.
- 1930: Брэдфорд Диллман, АҠШ актёры.
- 1930: Таһир Нурмөхәмәтов, СССР журналисы, тәржемәсе, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1945: Ричи Блэкмор, Бөйөк Британияның рок-музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1950: Ирек Сабиров, СССР-ҙың хеҙмәт ветераны, шағир. 1999—2017 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Яманйылға районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, «Илһам шишмәләре» шиғри фестиваль лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- 1965: Юкихиро Мацумото, Япония программисы, «Ruby» программалау телен төҙөүсе.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1759: Георг Фридрих Гендель, барокко эпохаһында ижад иткән Германия композиторы.
- 1969: Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы, башҡорт балет артисы, РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1953) халыҡ артисы.
- 1986: Симона де Бовуар, Франция яҙыусыһы, философ, феминизм идеологы.