18 июль
көнө
18 июль — григориан стиле буйынса йылдың 199-сы (кәбисә йылында 200-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 166 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2019 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Буковский Сергей Анатольевич (18.07.1960), совет һәм украин кино режиссёры. Украина Кинематографистар союзы ағзаһы, Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996) һәм халыҡ артисы (2008), Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лазарев Николай Иванович (18.07.1926—28.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк бригадаһының автоматсылар батальоны автоматсыһы, өлкән сержант (1945). Советтар Союзы Геройы (1990).
- Анохин Виктор Фёдорович (18.07.1951), совет спортсыһы. 1976 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1974—79). Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы (18.07.1928—1.07.2013), нефтсе геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1972), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почётлы ағзаһы, Рәсәй Экология академияһы һәм Урал Геология академияһы академигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986) кавалеры.
- Башинский Владимир Владиславович (18.07.1948), баянсы, педагог, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Латипов Рәйес Әфтәх улы (18.07.1948), инженер, 1986—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ғәлиева Минзәлә Рәшит ҡыҙы (18.07.1958), 2011—2015 йылдарҙа «Талҡаҫ» шифаханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Баймаҡ районының Покровка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шириев Шәех Ширияздан улы (18.07.1924—3.03.2013), педагог, 1954—1977 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Ҡабан урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1977—1984 йылдарҙа — директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Халыҡ мәғарифы отличнигы (1955), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Сергеев Пётр Васильевич (18.07.1929—14.11.1981), алдынғы механизатор. 1958—1981 йылдарҙа Бишбүләк районының Максим Горький исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Баҙлыҡ ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1855 — Аксель Паульсен, норвег фигурисы, конькиҙа йүгереүсе.
- 1918 — Нельсон Мандела, Көньяҡ Африка Республикаһының 8-се президенты
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1610 — Микеланджело Караваджо, Италия рәссамы.