Головин Алексей Степанович
Головин Алексей Степанович (1 ғинуар 1912 йыл — 5 май 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар бригадаһының айырым саңғысылар батальонының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы (1943)[2]. Салауат районының почётлы гражданы[3]. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Алексей Степанович Головин | ||||
Файл:Golovin AlStp.jpg | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе [1] Митюшинский ҡасабаһы | |||
Үлгән ваҡыты | ||||
Вафат урыны | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||
Хәрби звание | ||||
Часть |
Калинин фронтындағы 3-сө удар армияның 63-сө айырым саңғы батальоны | |||
Командалыҡ итеү |
айырым саңғы батальонының | |||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||
Наградалар һәм премиялар |
| |||
Отставкала |
Дауахананың хужалыҡ эштәре мөдире |
Биографияһы
үҙгәртергәАлексей Степанович Головин 1912 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Митюшинский ҡасабаһында (сығанаҡтарҙа Митюшино ауылы тип тә атала) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте рус.
Туғыҙ йәшенән батраклыҡта йөрөй, мал көтә. Бер аҙ үҫкәс, атаһына балта эштәрендә ярҙам итә, Йүрүҙән йылғаһынан һал ағыҙа, белем алыу мөмкинлеге булмай. 1930 йылда колхозда эшләй, уҡырға һәм яҙырға үҙ аллы өйрәнә[4]. Армияға башланғыс белем менән бара, хәрби хеҙмәт ваҡытында алты айлыҡ кесе командирҙар курсында уҡый. 1937 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң артабан йәшәргә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бирҙәүеш ҡасабаһына юллана. 1939 йылда Көньяҡ Урал тимер юлының [Вязовая (Силәбе өлкәһе)|Вязовая]] станцияһында юл тикшереүсе булып эшләй.
Ҡабаттан Ҡыҙыл Армия сафында — 1936—1937 йылдарҙа һәм 1941 йылдың июненән. Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Ивановск районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 йылдың майынан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша башлай.
63-сө айырым саңғы батальонының (3-сө удар армия, Калинин фронты) отделение командиры ВКП(б) ағзалығына кандидат А. С. Головин 1942 йылдың 20 майында Псков өлкәһенең Великолукск районы Ступино ауылы районында һөжүм итеүсе гитлерсыларҙы яҡын арағаса килтереп, уларға пулеметтан ут аса һәм ҡасырға мәжбүр итә. Дошман яу яланында һалдат һәм офицерҙарының 70 мәйетен ҡалдыра.
1942 йылдың 25 майындағы Пасино ауылы эргәһендәге алышта А. С. Головин граната ташлап дошман дзотын һәм унда булған 15 гитлерсыны юҡ итә артабан шулай уҡ дошман һалдаттары булған тағы ике дзотты шартлата. Уның өлгөһөнә батальондың башҡа яугирҙары ла ҡушыла. Был һуғышта батальон дошмандың 28 дзотын, бер нисә тиҫтә һалдат һәм офицерын юҡ итә; Пасино ауылы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.
1942 йылдың 24 июнендә сержант А. С. Головин, дошман тылындағы разведка төркөмө составында ете кешенән торған дошман төркөмөн юҡ итә, мөһим документтарҙы ҡулға төшөрә. Ошо алышта яралана.
Дауаланғандан һуң Калинин фронтында 93-сө уҡсылар дивизияһыь составында разведчик була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 ғинуарындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн сержант Алексей Степанович Головинға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1040) тапшырыла[5][6].
1943 йылдың февралендә икенсе тапҡыр яраланғандан һуң, А. С. Головин БАССР-ҙың Оло Теләк районының Оло Теләк ауылына (хәҙерге Иглин районы) районвоенкоматына всеобуч инструкторы итеп ебәрелә.
1945 йылдан лейтенант А. С. Головин — запаста.
1950 йылдарға тиклем Оло Теләк дауаханаһында хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, А. С. Головин герой-ҡала Волгоградҡа күсенә, унда 1981 йылдың 5 майында вафат була. Волгоградта ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1943)
- Ленин ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1040)
Хәтер
үҙгәртергә- Герой исеме Мәскәү ҡалаһындағы Поклонная тауының Мәңгелек Дан таҡтаһына индерелгән.
- Волгоградта ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Батыр яугирға «Салауат районының почётлы гражданы исеме» бирелгән.
- Салауат районының Арҡауыл ауылының бер урамы герой исемен йөрөтә.
- Алексей Головин исеме менән Бирҙәүеш урамдарының береһе аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Головин Алексей Степанович (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- ↑ Администрация муниципального района Салаватский район. Официальный сайт. Почётные граждане: Головин Алексей Степанович 2021 йыл 23 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- ↑ 2016 йыл 18 август [https://web.archive.org/web/20160818001401/https://admmaloyaz.bashkortostan.ru/about/honorary/281674/ архивланған. Головин Алексей Степанович] 2016 йыл 18 август архивланған.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 3/11, л. 5, 121, 122)ф. 33, оп. 682525/793756, д. 3/11, л. 5, 121, 122)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 30 января 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 7 февраля (№ 6 (212)). — С. 1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Головин Алексей Степанович . «Герои страны» сайты.
- Головин Алексей Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- Алексей Степанович Головин 2017 йыл 7 февраль архивланған.//Официальный сайт города Сатки
- 2016 йыл 18 август [https://web.archive.org/web/20160818001401/https://admmaloyaz.bashkortostan.ru/about/honorary/281674/ архивланған. Головин Алексей Степанович]//Официальный сайт Администрации МР Салаватский район
- Булатов Г. Герой Ступинской высоты //Славные сыны Башкирии. Книга 4. Уфа, 1979.