Музыка
Му́зыка — субстантивацияланған сифат, муза тигәндән. Сәнғәт төрө. Был төр ысынбарлыҡты сағылдыра. Музыка «тауыш сәнғәте» булараҡ билдәләнә. Музыка — грек һүҙе. Тауышты билдәле тәртипкә һалған интонация сәнғәте, музыкаль әҫәр. Музыканың нәфис эшмәкәрлеге гармониялы, эҙмә-эҙлекле, ритмлы, моңло музыкаль тауыш алыу өсөн йүнәлтелгән. Тембр, тауыш көслөлөгө, ваҡыт, тауыш юғарылығы аша бирелгән нәфис образдар кешегә ишетеү һәләте аша бирелә.
Термин
үҙгәртергәПушкин әҫәрҙәрендә («из наслаждений жизни / одной любви музы́ка уступает») баҫым икенсе ижеккә төшһә лә, XIX быуатта әҙәби рус телендә баҫымдың тәүге ижеккә төшөүе нығытыла.
XVIII быуатҡа тиклем боронғо рус телендә ошо уҡ мәғәнәлә мусикия тигән һүҙ һәм яһалма һүҙ, дериваттар ҡулланыла, мәҫәлән, Николай Павлович Дилецкиҙың «Грамматика пения мусикийского» хеҙмәтендә. Ара-тирә «мусикийский» һүҙе архаик стилизация булараҡ, XIX быуат әҙәби яҙмаларында осрай. Гоголдең «эссе Жизнь») әҫәре.
Музыка тарихы
үҙгәртергәКешелек эволюцияһының тәүге стадияһында музыка бары тик биҙәү ҡулланма музыкаһы була. Бынан музыкаль стилдең ҡанунлығы (музыкаль әҫәрҙең бер өлөшөн төрлө тауыш менән бер-бер артлы ҡабатлау) унда шәхси автор башланғысының аҙ сағылышы күренә. Музыкаль мәҙәниәттең профессиональ ижадында музыка яйлап һүҙгә, бейеүгә, ритуаль контекстҡа туранан-тура бәйле булыуынан ҡотола.
Һуң урта быуаттан (XV быуат) башлап, бигерәк тә Яңырыу дәүерендә Европала тәүге тапҡыр автоном музыка формалары күбәйә Г.Бесселеру «преподносимой», йәғни бары тик тыңлау өсөн генә. «Композитор фекеренең үҙаллы логикаһы» булдырыла, композитор һөнәре айырылып сыға. XX быуатта авангардистар ижадында «автоном» вектор (тура һыҙыҡ) музыка тарихында сираттағы кульминацияға етә — композиторҙар үҙ яҙмаларына ғәҙәти жанрҙар һәм формалар менән ассоциацияланмаған исем бирә (мәҫәлән, «Пять пьес для оркестра» Веберна, «Структуры» Булеза, «Композиция № 2» Уствольской и т. п.), йәки яҙмаларҙың исеме үтә шартлы характерҙа була.
Бик боронғо дәүер
үҙгәртергәХәҙерге кешенең килеп сығыуы 160 000 йыл элек Африкала булған, тип баралар. Яҡынса 50 000 йыл элек кешеләр йәшәү өсөн яраҡлы бөтә континенттарға күсә. Бөтә донъя халҡы ла, шул иҫәптә айырым ҡәбиләләр ҙә, ҡайһы бер музыка формаларына эйә булғанлыҡтан, тарихсылар музыка иң башта, планета буйлап таралғанға тиклем, Африкалағы тәүге кешеләрҙә булырға тейеш булған, тигән һығымта яһай. Африкала барлыҡҡа килгәндән һуң музыка 50 000 йыл йәшәй һәм яйлап бөтә планеталағы кешелек тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә.[1].
Боронғо музыка тип, телдән булған музыка традицияһы һанала. Быға миҫал булып, Америка һәм Австралия аборигендарының музыкаһы тора. Боронғо дәүер музыкаль әҫәрҙәрҙе яҙыуға күсереү менән тамамлана. Шына яҙыу ысулы менән һаҡланған иң боронғо билдәле йырҙың йәше яҡынса 4 мең йыл тип баһалана. Флейта — ғалимдар тарафынан билдәләнгән иң боронғо музыка ҡоралы. Бер экземпляры беҙҙең эраға тиклем 35-40 мең йыл элек булған скульптура эргәһендә табылған.[2]
Боронғо Египет музыкаһы
үҙгәртергәПирамидалар стенаһында, боронғо папирустарҙа, «Пирамида текстары» йыйынтығында дини гимндың юлдары бар. «Страсти» һәм «мистерии»- ла осрай. «Страсти» — ның популяр сюжеты булып, йыл һайын үлеп, кире терелгән Осирис һәм үлгән Осирис эргәһендә ҡатын-ҡыҙҙың илау-йырлауы тора. Йырҙы башҡарыу драматик сәхнә менән оҙатыла алған[3].
Боронғо египетлылар тормошонда музыка ҙур роль уйнаған. Музыканың бындағы әһәмиәте тураһында боронғо храмдарҙағы, кәшәнәләрҙәге музыканттар төшөрөлгөн рельефтар һөйләй. Бында боронғо музыка ҡоралы булып, арфа һәм флейта һаналған. Яңы батшалыҡ дәүерендә бындағы халыҡ Азиянан индерелгән ҡыңғырауҙарҙа, бубенда, барабанда һәм лирала уйнаған.[4]. Байҙар профессиональ музыканттарҙы саҡырып, приемдар ойошторған[5].
Боронғо Греция музыкаһы
үҙгәртергәНәҡ боронғо Грецияла музыка мәҙәниәттә юғары ҡарашҡа ирешә. «Музыка» һүҙе «муза сәнғәте» тип тәржемә ителә, боронғо герек мифологияһының туғыҙ алиһаһе. Боронғо Грецияла тәү башлап, тауыш һәм математик күләм араһында законға ярашлы ниндәйҙер бәйләнеш билдәләнә. Был асыш Пифагор исеме менән бәйле була.
Музыка теорияһы
үҙгәртергәМузыканың теоретик аспекттарын музыка фәне өйрәнә.
Музыка теорияһы музыканың ниндәй ҡағиҙәләргә буһоноуы, уның нигеҙендә нимә ятыуы һәм уны грамоталы башҡарыу, аңлау өсөн нимәне өйрәнергә кәрәклеге хаҡындағы һорауҙарға яуап бирә. Музыканы анализлағанда ошондай төп категориялар бүленә — көй, гармония, контрапункт (полифония), музыкаль форма. Тикшереүҙәр материалына нигеҙләнеп, ғәмәли теория музыкаға өйрәтеү алымдарын булдырыу һәм камиллаштырыу маҡсатын ҡуя. Был башҡарыу тәжрибәһенә эйә булырға, музыканы аңларға ярҙам итә.
База оҫталығы булып — сольфеджио, музыканы ҡағыҙҙан уҡыу, төрлө төрҙәрҙе уҡыу партитур, оркестровка, Импровизация сәнғәте, музыка композицияһы тора.[6].
Музыкаль тауыш
үҙгәртергәМузыка музыкаль тауыштарҙан төҙөлә. Улар билдәле бер юғарылыҡҡа эйә була (ғәҙәттә төп тондың юғарылығы до-нан до до субконтроктаваһына — бишенсе октаваның ре (16-нан 400-4500 Гц). Музыка тауышы тембры обертондың (төп тауышҡа төҫмөр бирә торған эйәрсән тауыш) булыуына һәм тауыш сығарыусы сығанаҡҡа бәйле. Музыка тауышының яңғырауыҡлығы ауыртыу тойомо баҫҡысы кимәленән артмай. Музыка тауышы билдәле бер оҙонлоҡҡа эйә. Уның физик үҙенсәлеге шунда: тауыш баҫымы унда ваҡыттың периодик функцияһы булып тора.[7].
Музыкаль тауыштар музыкаль системаға туплана. Музыка төҙөлөшөнә базис sonnerie gratuite тауыштар рәте һанала. Динамик оттеноктар әллә ни әһәмиәткә эйә булмаған тауыш шкалаһына буйһона,
Музыкаль көйләнеш
үҙгәртергәМузыкаль көйләнеш тип, юғарылығы буйынса тауыш мөнәсәбәте системаһына әйтәләр. Бик күп музыкаль көйләнеш бар, мәҫәлән, пифагорей көйләнеше йәки урта тонлы көйләнеш. Хәҙерге музыка ҡоралдарында нығытылған көйләнеш менән тигеҙ темперированлы көйләнеш ҡулланыла.
Музыка ҡоралын көйләгәндә төрлө ноталарға төрлө тауыш йышлығы бирелә. Тауыш йышлығы биреү төрлө алымдар менән башҡарыла. Мәҫәлән, таҙа көйләнеш тәүге төп тоналлегендә квинтаның (иң юғары тонлы ҡылдың) таҙа яңғырашы менән характерлана, шул уҡ ваҡытта башҡа квинталар улай уҡ таҙа яңғырамай, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй яңылыш була (бүре квинтаһы). Әгәр ҙә ноталарҙың тауыш йышлығын саҡ ҡына үҙгәртһәң, интервал яңғырашының яҡшырыуына ирешергә була. Улар тыңлау өсөн ҡолаҡҡа ятышлы була. фортепиано).
Матур көй һәм гармония
үҙгәртергәБөгөн өҫтөнлөк алған күп кенә музыка йүнәлештәре тондарҙың бер юлы яңғырауын киң ҡуллана (аһәң тип атала). Ике тауыш аһәңен музыкаль интервал, ә өс һәм унан күберәк тауышлыһын аккорд, тип атайҙар[8].
Аһәңдәге тондарҙың тура килеүен һәм законлылығын гармония, тиҙәр.[9]. «Гармония» термины айырым алынған аһәңгә лә, ҡулланылыштағы дөйөм законлылыҡҡа ла ҡағыла ала. Гармония тип, ошо закондарҙы өйрәнеүсе музыка фәне тармағына ла әйтәләр.
Акустик сифаты буйынса консонант һәм диссонант көйҙәр айырыла. Тәүгеһе матур яңғырашлы, аһәңле, ә икенселәре — көсөргәнешле, тип характерлана. Уларҙың ҡапма-ҡаршылығы һәм диссонанстан консонансҡа талғын ғына күсеүе форма булдырыусы фактор булып тора. Тик, авангард музыка йүнәлешендә консонанс һәм диссонанс ҡаршылыҡтар юҡҡа сыға.
Музыкаль тауышты билдәләү
үҙгәртергә
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Музыкаль нотация Күп кенә музыка мәҙәниәте музыканы яҙма билдәләр менән нығытып ҡуйыу системаһын булдырған. Европа музыкаһында ете баҫҡыслы диатоник көйҙөң өҫтөнлөк алыуы, эволюция процессында музыканың ете нотаға бүленеүенә сәбәпсе була. Уларҙың исемдәре изге Иондың латын гимнынан алынған[10] — До, Ре, Ми, Фа, Соль, Ля, Си. Был ноталар ете баҫҡыслы диатоник тауыш рәте барлыҡҡа килтерә. Тауыштарҙың квинттар буйынса урынлаштырылған булыуы мөмкин, ә күрше баҫҡыс менән интервал бәләкәй йә ҙур секундты тәшкил итә.
Нота исемдәре тауыш рәтенең бөтә октаваларына ла тарала. Ҡалған 12 баҫҡыслы рәттең 5 тауышы квинт түңәрәгенең дауамы йәки икенсе нотанан шундай уҡ 7 баҫҡыслы тауыш рәтен төҙөүҙән алына. Был тауыштарҙы билдәләү өсөн альтерация тамғаларын файҙаланалар — диез и бемоль, нота юғарылығын бәләкәй музыкаль интервалға үҙгәртеүсе — бер ярым тон.
Музыкаль әҫәрҙәрҙе классификациялау
үҙгәртергәМузыкаль форма
үҙгәртергәТөҙөлөшө буйынса музыкаль әҫәрҙәр төрлө музыкаль формаларға ҡарай, мәҫәлән, сонат форма, вариацион форма һ. б.
Билдәле бер принциптарға ҡоролған һәр музыкаль материал музыкаль форманы ала. Музыкаль әҫәрҙәрҙе классификациялауҙың бик күп формалары бар. Категорияларға бүлеүҙә иң күп осраҡта музыкаль яҙыу техникаһын файҙаланалар. Ошондай формалар бар: монодия (аккомпанементһыҙ көй), полифония (күп тауышлы контрапунктик), гомофония (гармоник).
Формаларға бүлеүҙә һәм уларҙың килеп сығыу сығанағында бәйләнеш бар. Әгәр ҙә монодия формаһының сығанағы булып, берәй тексты йырлау торһа, гомофония формаһы үҫешендә инструменталь музыка үҫеше ята. Гомофония формаһы өсөн тәүге формаларҙан килгән исемдәр һаҡланған, мәҫәлән, рондо, соната.
Жанрҙар, йүнәлештәр, стилдәр
үҙгәртергәМузыкаль әҫәрҙәрҙе шартлы рәүештә музыкаль жанрҙар, йүнәлештәр һәм стилдәр буйынса бүлергә була. Бындай бүленеш критерийҙары булып ритм, музыка ҡоралдары хеҙмәт итә ала.
Ситль музыкаль әҫәрҙең характеры менән тығыҙ бәйләнгән. Йәғни, әҫәрҙең тыңлаусы тарафынан ҡабул ителеүе, унда ниндәй тәьҫир ҡалдырыуы менән. Ошоға бәйле, ниндәйҙер стилгә бүлгәндә музыкаль әҫәрҙе тотош ҡарау талап ителә. Шулай уҡ әҫәрҙең материалы ла — гармоник, мелодик, полифоник, ритмик һәм формаһы ла ҡарала. Стилдәргә бүлеүҙең киң таралған юлы — композиторҙар һәм дәүерҙәр буйынса. Мәҫәлән, Бахҡа хас булған гармоник, мелодик, полифоник, ритмик материал «Бах стиле»-н булдыра. Һәр дәүерҙең дә музыкала үҙенә генә хас һиҙелерелек билдәләре бар, мәҫәлән, 18 быуаттың музыка стиле һ.б. Стилде билдәләүҙә музыкаль яҙыу характеры мөһим урын алып тора.[6].
Музыка ҡоралдары
үҙгәртергәТауыш сығарыу һәләте буйынса музыка ҡоралдары ҡыллы, тынлы, клавишалы, һуҡма, электрон төрҙәргә бүленә.
XX быуат башында классификация системаһына ярашлы, ҡоралдарҙы ике төп билдә буйынса айыралар: тауыш сығанағы (мембрана, ҡыл, һауа бағанаһы һ. б.) буйынса һәм тауыш сығарыу алымы буйынса (һыҙғыслы, ҡыҫҡыслы, тел ярҙамында һ. б.).
Музыкаль тауыш сығарыусы музыка ҡоралының физик нигеҙе (цифрлы электр ҡоролмаһы инмәй) булып резонатор тора. Ул ҡыл да, ниндәйҙер күләмдәге һауа бағанаһы йәки килтерелгән энергияны тирбәлдерә алған башҡа берәй объект та була. Резонаторҙың резонанс йышлығы булдырылған тауыштың тәүге тонын билдәләй. Күпме резонаторы булыуына ҡарап, музыка ҡоралы шунса акорд сығара ала.
Энергияны резонаторға индергәндән һуң тауыш сыға.
Тере йән эйәһенә музыканың тәьҫире
үҙгәртергәКешенең музыка тыңлауы эйфория тойғоһо менән оҙатылырға мөмкин.[11][12].
Кешеләрҙең, йорт ҡуяндарының, бесәйҙәрҙең, диңгеҙ бесәйенең, эттәрҙең музыка тыңлағандан һуң ҡан баҫымы үҙгәреүе, йөрәк тибешенең йышайыуы һәм шулай уҡ тын алыу ритмының тәрәнлеге кәмеп, бөтөнләй тын ала алмаҫлыҡ хәлгә килеүе күҙәтелгән.[13]. Пинчер тоҡомло эттәрҙә был үҙгәрештәр башҡа эттәргә ҡарағанда ҙурыраҡ була. (баҫым терегөмөш бағанаһынан 70 мм-ға үҙгәрә)[13].
Японияла үткәрелгән экспермент, классик музыка тыңлаусы имеҙеүсе ҡатындарҙың һөтө 20-100 %-ҡа артыуын, ә джаз һәм поп-музыка тыңлаусыларҙың 50-20 %-ҡа кәмеүен күрһәткән.[13].
Классик музыка Бразилиялағы яңы төр бал ҡортоноң агрессияһын кәметә, әммә музыка тыңлап рәхәтләнгән бал ҡорттары эшлмәмәй башлай.[13].
Хатта бер үк хайуан төрҙәре араһында ла айырма бар: берәүҙәре музыкаға битараф, икенселәре — һиҙгер, зирәк, ә өсөнсөләре иһә актив музыкаль ижадҡа һәләтле булып сыға. [13]. Амузия менән яфаланыусылар музыканы таный ҙа, башҡара ла алмай.
Музыкаль йөкмәтке
үҙгәртергәБашҡа сәнғәт төрҙәре кеүек музыка матди ҡиммәткә эйә түгел. Уның матди булмаған һөҙөмтәһе иң беренсе, кешенең һәм йәмғиәтең рухи тормошонда күренә. Сәнғәт кешенең эске донъяһына тәьҫир итеп, рухи-әхлаҡи ҡиммәтәрҙе булдырырға йәки үҙгәртергә һәләтле. Музыкаль йөкмәтке формалаштырыуға һәм һүрәтләүгә ҡыйын бирелә, сөнки ул фекерләүҙең терминологик булмаған характерын талап итә. Музыка тәьҫире киң фронтта ғәмәлгә ашырыла. Ул эмоция, тойғоларға, психика һәм тән моторикаһына ғына түгел, ә интуиция һәләтенә, уйынға, фантазияға ла йоғонто яһай. Бынан сығып, йыш ҡына музыкаға сәнғәттең сакраль төрө булараҡ ҡарайҙар.[14].
Музыкаль йөкмәтке төшөнсәһе:
- музыка — кешенең, уның эмоцияларының, фекеренең, интелектының, аҫҡы аңының сағылышы;
- музыка — кешегә хас булмаған сағылыш: ысынбарлыҡты уратып алған Аллалар йәшәйеш нигеҙе. Ошо полюстар араһында уларҙы үҙ ара бәйләргә тырышҡан, музыка — кешенең ысынбарлығын эмоцияларҙа, идеяларҙа сағылдырыусы, тип һанаған аралаш фекерҙәр ҙә бар.
Сәнғәт белгесе Л. П. Казанцева музыкаль йөкмәткегә шундай билдәләмә бирә:
- "Музыкаль йөкмәтке — музыканың яңғырашта камиллашҡан рухи яғы. Ул жанрҙар, юғары тауышлы системалар, ижад итеү техникаһы, форма ярҙамында композиторҙар тарафынан булдырылған, музыкант-башҡарыусы тарафынан актуалләшкән һәм тыңлаусы зиһененә формалаштырылған".[15]
Башҡортостанда музыка сәнғәте үҫеше
үҙгәртергәБашҡортостандың музыка сәнғәте, үткән XX быуаттың тәүге яртыһында барлыҡҡа килгән. Октябрь революцияһына тиклем башҡорттарҙа башлыса ауыҙ-тел музыка-шиғриәт ижады ғына үҫешкән була. Наполеон яуында ҡатнашып, тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан башҡорт яугирҙәре милли көнкүрешкә урыҫ һәм европа музыкаһы, хор менән йырлау, хәрби оркестрҙар тураһында мәғлүмәт индерә. XIX быуаттың тәүге яртыһында урыҫ музыканттарының ҡыҙыҡһыныу даирәһен башҡорт халыҡ музыкаһы йәлеп итә. Был башланғысты 1833—1834 йылдарҙа Ырымбурҙа һөргөндә булған урыҫ композиторы А. А. Алябьев башлай. Ул башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәрен яҙҙырып ала, ике башҡорт һәм бер ҡырғыҙ көйө нигеҙендә «Азия йырҙары» вокаль циклын булдыра һәм симфоник оркестр өсөн В. А. Верстовский еткергән башҡорт көйөнә «Башҡорт увертюраһын» яҙа. 1862 йылда Лейпцигта Волга буйы ҡалалары буйлап концерт менән йөрөгән урыҫ виолончелисы К. Б. Шуберттың ҡыллы квартеты баҫыла. Шуберт квартетына «Ҡырғыҙ далаларына сәйәхәтем» тигән исем бирә һәм унда башҡорт, татар, урыҫ көйҙәрен файҙалана. Квартеттың финалы билдәле башҡорт көйө «Перовский»ҙың үҙгәртелгән вариантына ҡоролған була.
Мәҙәниәттең мөһим ваҡиғалары, тәү сиратта, музыкаль белем сиситемаһы менән бәйләнгән. 1920 йылда музыка мәктәбе (1971 йылдан Н.Сабитов исемендәге Беренсе балалар музыка мәктәбе), ә 1921 йылда сәнғәт училищеһы (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы), һуңғараҡ (1926 йылда) сәнғәт техникумы һәм музыка училищеһы итеп үҙгәртелгән (1932 йылда) учреждение асылыуы профессиональ музыкаль белем биреүгә нигеҙ һала. Нәҡ ошонда М. Бәширов, К. Рәхимов, Р. Ғәбитов кеүек һәүәҫкәр-композиторҙар башланғыс һәм урта музыкаль белем ала. Юғары профессиональ белем биреүгә башланғыс булып, 1932 йылда Мәскәү Дәүләт концерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһын асыу тарихи ваҡиғаһы тора. 1938 йылда Башҡорт филармонияһын, Башҡорт балет һәм опера театрын асыу милли мәҙәниәттә «яңы дәүер» һәм республикалағы артабанғы театр-концерт тормошо башланыуын билдәләй. Шулай итеп, 1940 йылда А. Эйхенвальдтың «Мәргән» һәм 1944 йылда «Ашкаҙар» опералары, 1944 йылда Л. Степановтың башҡорт мотивына ярашлы «Торналар йыры», 1951 йылда А.Ключареваның урал әкиәттәренә ярашлы, «Тау хикәйәһе» барлыҡҡа килә. Һуғышҡа тиклем музыка мәҙәниәтенең киң үҫеш алыу һөҙөмтәһе булып, 1940 йылда Башҡорт композиторҙар союзын төҙөү тора. Уның рәйесе итеп М. Вәлиева һайлана. Шулай уҡ, Өфө Дәүләт Сәнғәт институтының асылыуы ла республикалағы музыка мәҙәниәтенең үҫешендә мөһим ваҡиға булып һанала. Ләйлә Исмәғилева, Илдар Хисамитдинов, Азамат Хәсәншин, Валерий Скобелкин, Айһылыу һәм Салауат Сәлмәновтар, Рәшит Йыһанов, Игорь Бурдуков, Азамат Аҙнағолов, Рәит Ғайсин, Ринат Хафизов кеүек композиторҙар педагогик һәм ижади эшмәкәрлекте уңышлы рәүештә бергә алып бара.
2005 йылдан 2009 йылға тиклем Композиторҙар союзында рәйеслек вазифаһын Салауат Низамитдинов башҡара. Уның етәкселегендә йәш композиторҙарҙың концерттары, фестивалдәр, юбилейҙар йыш үткәрелә. 2009 йылда Айрат Ғайсин яңы рәйес итеп һайлана.
80-90-сы йылдарҙа республика концерт тормошоноң айырыуса мөһим ваҡиғалары булып, йыл һайын да уҙғарылған боронғо һәм заманса камерный, хор һәм симфоник музыка фестивалдәре, пленум концерттары һәм съездары, «Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы» фестивале, Башҡортостан Композиторҙар союзы ойошторған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестрының симфоник концерттары тора. Классик милли балетты булдырыу Нуриман Сабитов исеме менән бәйле.
Быуаттар араһында Башҡортостандың музыка мәҙәниәте ҙур үҫеш кисерә. Был йәһәттән, 1992 йылда Милли симфоник оркестр булдырыу (дирижеры Рөстәм Сөләймәнов) ҙур этәрелеш бирә. Республика масштабында мөһим ваҡиға булып, сәнғәт институтында (хәҙерге Өфө дәүләт сәнғәт институты) 2000 йылда реставрациянан һуң Ф. И. Шаляпин исемендәге Концерт залын яңынан асыу тора.
Эстрада музыкаһы жанрының яңы үҫеш этабы электрон-акустик эффект менән байытылған заманса интонацияларҙы, ритм һәм тембрҙы үҙләштереүгә бәйле. 60-сы йылдарҙа яңы стилгә нигеҙ һалыусылар булып, Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрада коллективының етәкселәре Б.Ғайсин, Н. Ғәлиев һәм 70-се йылдарҙа композиторҙар — Р. М. Хәсәнов, Р. Х. Ғәзизов, А. Т. Кәримов иҫәпләнә. 80-90-сы йылдарҙа эстрада музыкаһының уңышлы үҫешенә Р. Х. Сәхәүетдинова, А. М. Ҡобағошов, Р. Р. Йыһанов, Н. А. Дауытов, С. А. Низамитдинов, И. М. Хәлилов һәм башҡалар ижады ҙур өлөш индерә. Башҡортостан композиторҙарының эстрада музыкаһы СССР Композиторҙар союзы пленумында, съездарында, Бөтә Союз (1985 йыл) һәм Бөтә Рәсәй (1987 йылда) эстрада музыкаһы байрамдарында, «Сочи-89» совет эстрадаһы йырҙары фестивалендә, Юрмала (1988, 1989 йылдарҙа) йыр конкурсында яңғырай. Республикала эстрада йырҙарын башҡарыу мәҙәниәте үҫешендә Өфө сәнғәт училищеһында эстрада бүлеген асыу мөһим роль уйнай. Яңы художество коллективтары: Милли башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы Симфоджаз-оркестры барлыҡҡа килә, яңы концерт залдары асыла. Башҡортостан музыканттарының һәм композиторҙарының халыҡ-ара конкурстарҙа уңышлы сығыш яһауы музыка мәҙәниәтенең юғары баҫҡысҡа күтәрелеүенә баһа булып тора[16].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The origins of music / ed. by Nils Lennart Wallin, Björn Merker, Steven Brown.— MIT Press, 2001.— 498p.— ISBN 978-0-262-73143-0
- ↑ Рядом с древнейшей скульптурой найдены музыкальные инструменты, Элементы.ру (26 июнь 2009).
- ↑ Розеншильд К. История зарубежной музыки. М: Музыка, 1969.
- ↑ Music in Ancient Egypt . Digital Egypt for Universities, University College London. Дата обращения: 9 март 2008. Архивировано 28 март 2008 года.
- ↑ Ҡалып:Книга:Ранние цивилизации
- ↑ 6,0 6,1 Теория музыки Энциклопедия Кольера. — Открытое общество. 2000.
- ↑ Ландсберг Г. С. Элементарный учебник физики. — 8. — М.: Наука, 1972. — Т. 3.
- ↑ Способин. Элементарная теория музыки. М.1963
- ↑ Юцевич Ю. Є. Музика. Словник-довідник. — Тернопіль: «Навчальна книга — Богдан», 2003 р. ISBN 966-7924-10-6
- ↑ Сохор А. Н. Музыка // Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: «Советская энциклопедия», 1990
- ↑ Anatomically distinct dopamine release during anticipation and experience of peak emotion to music (инг.) // Valorie N Salimpoor, Mitchel Benovoy, Kevin Larcher, Alain Dagher & Robert J Zatorre Nature.
- ↑ Emotion and Music 2012 йыл 3 февраль архивланған. (инг.) // Robert Zatorre.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Морозов В. П. Занимательная биоакустика. Изд. 2-е, доп., перераб.— М.: Знание, 1987.— 208 с. + 32 с. вкл.— С. 54-59
- ↑ Келле В. М., Джани-Заде Т. М. Музыка. // Энциклопедия Кругосвет
- ↑ Казанцева Л. П. Понятие музыкального содержания 2013 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ «Башҡортостан мәҙәниәте» сайты 2016 йыл 4 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сохор А. Н. Музыка // Музыкальная энциклопедия (под ред. Ю. В. Келдыша). — М.: Советская энциклопедия, 1976. — Т. 3.
- Должанский А. Н. Краткий музыкальный словарь. — 5-е изд.. — СПб.: Лань, 2000. — 448 с. — (Мир культуры, истории и философии). — 15 000 экз. — ISBN 5-8114-0231-7.
- Чередниченко Т. В., Чехович Д. О. Музыка // Большая российская энциклопедия. Том 21. М., 2013, с.403-406.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМузыка Викимилектә | |
Музыка Викияңылыҡтарҙа |
- Музыка Open Encyclopedia Project Асыҡ энциклопедия проектында
- Музыкальный словарь 2016 йыл 6 февраль архивланған.
- Лекции по теории музыки
- С. В. Дамберг, В. Е. Семенков. Музыка как феномен повседневности
- Berklee Shares (инг.) Уроки музыки
- Майковская Л. С., Ильясов Ф. Н. Влияние музыкальных предпочтений на коллективное поведение 2015 йыл 17 декабрь архивланған. // Вестник Российской академии наук 1997. Т. 67. № 3. С. 246—250.
- Брайнин В. Б. Системы музыкальных языков, краткий экскурс: Европейская vs. Ориентальная. // Опубликовано в: Интеграция науки, менеджмента и образования: Инновационные подходы, поиски и перспективы развития. Материалы ХII Международной научно-практической конференции 17 декабря 2013 года. — Москва 2014. ISBN 978-5-94778-312-4, C. 50—53
- О. Величкина. Музыкальный инструмент и человеческое тело (на материале русского фольклора) 2016 йыл 6 февраль архивланған. // Тело в русской культуре. — М.: НЛО, 2005, с. 161—176
- «Башҡортостан мәҙәниәте» сайты 2016 йыл 4 март архивланған.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |